Бөтә яңылыҡтар

Милли биҙәктәр битараф ҡалдырманы

“Түбәтәй” халыҡ-ара мәҙәниәт фестивале уҙҙы.

Гүзәл Кәримованың шәхси архивынан.
Фото:Гүзәл Кәримованың шәхси архивынан.

Мәскәүҙә “Түбәтәй” халыҡ-ара мәҙәниәт фестивалендә Өфөнән биш ижади берләшмә башҡорт милли кейеме мотивтары ҡулланылған моделдәрҙе тәҡдим итте.

“Мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлаһаҡ, тамырҙарыбыҙҙы юғалтмаһаҡ, телдәрҙе өйрәнһәк һәм күршеләре­беҙҙең йолаларын да белһәк, рухи яҡтан нығыраҡ байыясаҡбыҙ. Төп бурысыбыҙ — тап ошо ҡиммәттәр менән уртаҡлашыу: 2018 йылдан бирле үткәрелеп килгән сараның девизы ла шул”, — тип билдәләне фестивалде ойоштороусы һәм уның президенты Фатима Арифджанова.

Республикабыҙ вәкилдәре — Башҡортостандың Һөнәрселәр ассоциацияһы, Һөнәрселәр пала­таһы “Башҡортостан Республикаһы мираҫы” күргәҙмә стендында “Ағиҙел” башҡорт һынлы сәнғәт кәсептәре предприятиеһы модель­ер­ҙары әҙерләгән эш һәм мәктәп кейемдәре линияһын, дизайнер Александр Кирдякиндың “Ханымдар” коллекцияһын, “Салауат” ательеһы оҫталарының тиренән яһалған ҡул эштәрен, “Minzifa” ижад студияһының биҙәүестәрен, “Там­ға/Там­га” студияһының төньяҡ-көнбайыш башҡорттары мотивтары ҡулланылған кейем өлгөләрен күрһәтте.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова Мәскәүҙә фестивалде асыу тантанаһында шәхсән ҡатнашты һәм түбәндәге фекерен белдерҙе:

–  Һис шикһеҙ, “Түбәтәй” фести­вале Мәскәүҙә халыҡ кәсептәренең төҫөн һәм нурын тағы ла сағыуыраҡ балҡытты. Шулай уҡ уның  быйыл Башҡортостан Республикаһына бағышланыуы беҙҙең өсөн бик мөһим. Һис шикһеҙ, оҫталары­быҙҙың эше ғорурлыҡ һәм һоҡланыу хисе уята: улар хал­ҡыбыҙҙың һәм республикабыҙҙың милли үҙен­сәлеген, рухын юғары кимәлдә күрһәтә. “Ағиҙел”  пред­прия­тиеһы, “Салауат” ательеһы оҫталарының экспозицияларын ғына түгел, Пермь крайы башҡорт­тарының да кейем өлгөләрен ҡараным. Был төбәк ҡатын-ҡыҙҙар кейеменең төп үҙен­сәлеге – сигеүле нағыштарҙа, төҫтәрҙең сағыулығы буйынса ла улар айырылып тора.

Сарала үҙен “йәш башҡорт” тип йөрөткән билдәле скульптор Салауат Щербаков менән дә осрашыуыма шатмын. Ул Шайморатов һәйкәле буйынса эштең тамамла­ныуға барыуы хаҡында белдерҙе.

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылында бындай ваҡиға­лар күберәк булырға тейеш, тип иҫәпләйем, сөнки Ватанға һөйөү тамырҙарыбыҙҙы белеүҙән һәм аңлауҙан башлана, ә бындай саралар күп милләтле илебеҙҙең  милли гөлләмәһен, уның көсөн һәм ҡеүәтен аса, – тине Эльвира Ринат ҡыҙы.

“Ағиҙел” башҡорт һынлы сәнғәт кәсептәре предприя­тиеһының генераль директоры, Башҡортостан һөнәрселәр ассо­циацияһы рәйесе Гүзәл Кәримова билдәләүенсә, фестивалдең төп маҡсаты – Рәсәй, Урта Азия һәм Кавказ халыҡта­рының мәҙәни мираҫын, традицион ҡим­мәттәрен һаҡлау һәм популярлаштырыу.

– Бында сағыу ижади мөхит булдырылған, оҫталар менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу бара. Күргәҙмәлә йәмәғәтселек иғтибары төрлө илдәрҙә етештерелгән тауарҙарға йүнәлтелә, шулай уҡ ошонда оҫталар менән килешеү төҙөү мөмкинлеге лә бар. 2021 йылда IV “Түбәтәй” фестивалендә алты меңдән ашыу ҡунаҡ һәм тамашасы ҡатнашҡан. Дүрт йыл арауығында иһә, дөйөм алғанда, фестивалдең төрлө сараларына 15 меңгә тиклем кеше һәм ойошма вәкилдәре килгән. Сара йыл һайын ниндәйҙер төбәккә йәки илгә бағышлана. Быйыл бындай мәртәбә беҙҙең республикаға күрһәтелде. Экспозицияларыбыҙға иһә икеләтә иғтибар бүленде. Башҡорт колориты берәүҙе лә битараф ҡалдырманы, – тине Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы.

“Түбәтәй” халыҡ-ара мәҙәниәт фестивале һөнәрселәр өсөн тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы булһа, туристарға ул төбәгебеҙ, халҡыбыҙ, таланттарыбыҙ хаҡында күберәк белеү мөмкинлеген асты.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас: