Мәғлүм булыуынса, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлау йылы сиктәрендә “Рәсәй беҙҙең уртаҡ йорт!” программаһы менән ғәскәровсылар Ялтала, Севастополдә, Евпаторияла, Белогорскиҙа, Симферополдә сығыш яһаясаҡ. Саралар Башҡортостан Хөкүмәте булышлығында үтә.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль – бөтә донъяға билдәле коллектив, илдең бейеү сәнғәте оҫталарының береһе. Был коллективтың һәр концерты - боронғо башҡорт легендаларын тыуҙырған, лирик эпостарынның һоҡландырғыс образдарын сағылдырған тамаша. Шулай уҡ программаларында Рәсәй халыҡтары – татар, ҡалмаҡ, атлай, мордва, рус бейеүҙәре.
12 июндә – Рәсәй көнөндә ансамбль Ҡырым Республикаһының Белогорск районында байрам концерты менән сығыш яһай.
"Белогорск һәм уның райондары Башҡортостан, Өфө менән күптән ныҡлы бәйләнештә, инде бер нисә йыл концерт менән киләбеҙ. Быйыл хакимиәттең саҡырыуы буйынса байрам концерты ҡуясаҡбыҙ, Белогорск халҡын Рәсәй көнө менән ҡотлаясаҡбыҙ. Беҙ күп милләтле илебеҙҙең бай мәҙәниәтен күрһәтәбеҙ", – тине ансамбль директоры Алмас Сәйетов.
Фото ансамблдең сайтынан.