Бөтә яңылыҡтар

17 йәшендә генә беҙгә эшкә килгән...

“Башҡортостан” гәзите үҙ уҡыусыһына барып еткәнсе әллә күпме ҡулдар һәм цехтар аша үтә. Компьютерҙа нәшерләүсе инженер журналист әҙерләгән мәҡәләләрҙе һәр биткә ҡуйғас, гәзит биттәренең макеты корректор­ҙар бүлмәһенә “барып инә”. Был – баҫманың төп һәм мөһим өлөштәренең береһе.

Корректор – ул хаталарҙы төҙәтеүсе белгес. Бының өсөн корректорҙан башҡорт теленең барлыҡ нескәлектәрен – орфо­гра­фияһын, стилисти­каһын, грам­матикаһын белеү, төрлө хата­ларҙы тиҙ “эләктерә” алыу, шулай уҡ йәшәйешебеҙҙең барлыҡ тар­маҡ-өлкәләрендәге үҙгәреш-яңылыҡтарға хәбәр­ҙар булыу талап ителә. Был мәҡәләләрҙә тормошобоҙҙоң төрлө яҡтарының яҡтыр­тылыуы менән бәйле.

Ҡасандыр редакцияла Баш­ҡорт­ос­тандың атҡаҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәрҙәре Тамара Тимофеева, Флүрә Бикбулатова, Дамира Ғәзизова, Ғәлиә Йыһан­шина, Нәҡиә Рәх­мәтуллина хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләгән. Ошо вете­рандарҙың өйрәнсеге 17 йәшлек Луиза Айытбаева булған. Үҫмер килеш кенә килгән Луиза Минһаж ҡыҙы дүрт тиҫтәгә яҡын йыл эшләгән редакция­быҙҙа. Хәҙер ошо корректор апайҙар хаҡында бик йылы иҫкә алалар редакцияла.

– Тормош ауыр ваҡыттарҙа эшләһәм дә, Бөйөк Ватан һу­ғышынан ҡайтҡан бик ихлас күңелле, изге йөрәкле, кеселекле, кешелекле ветерандар, хә­ҙер­ге күҙлектән сығып ҡара­ғанда, иҫ китмәле шәп кешеләр менән бергә гәзит сығарыуҙа ҡатнашҡаныма бик шатмын, – ти Луиза Минһаж ҡыҙы.

Белорет ҡыҙы Луиза Айыт­баеваның үҙ эшенә һәр саҡ бик яуаплы ҡарауы, хеҙмәт­тәштәренә ҡарата ихтирамлы булыуы иҫтә ҡалған. Бынан тыш, кешелекле, кеселекле, изге күңелле, хеҙмәттәштәренә ауыр ваҡытта ярҙамға әҙер, ҡы­уаныслы, бәхетле мәлдә­рендә шатлыҡтарын уртаҡ­лашыр апай ул. Үҙе менән бергә эшләгән хеҙмәттәштәре Зөлфиә Сәғи­това, Әҡлимә Ғиззәтуллина һәм Миләүшә Сайтакова менән “Башҡортостан” гәзитенең һәр һанын грамоталы, хатаһыҙ, матур сығарыу өсөн көс һалды. Әле был ҡыҙҙар Луиза апайҙың эшен лайыҡлы дауам итә, гәзитебеҙҙең хатаһыҙ сығыуы өсөн барлыҡ көсөн һала. Кәрәккәндә эш буйынса ла, тормош буйынса ла кә­ңәштәре менән ихлас уртаҡ­лашҡан Луиза Минһаж ҡыҙы беҙҙең өсөн тәжрибәле остаз да, кәңәшсе лә булды.

- Айһылыу НИЗАМОВА

 

Читайте нас: