...Бынан бер нисә йыл элек, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире вазифаһын башҡарған осорҙа, билдәле шағир, журналист, эшҡыуар Азамат Юлдашбаев, баҫмабыҙҙың яҙмышы хаҡында фекер йөрөтөп: “Тотош Йыһанда башҡорт телендә сыҡҡан төп баҫма берәү генә, ул да булһа – “Башҡортостан”, – тигәйне.
Ни тиклем юғары яңғырамаһын, был һүҙҙәрҙә ябай хәҡиҡәт ярылып ятыу менән бер рәттән, гәзит хеҙмәткәрҙәре иңенә йөкмәтелгән оло бурыс та төҫмөрләнә: төп баҫмала фәҡәт үҙ эшен мөкиббән яратҡан һәм белгән, республика матбуғатында эшләгән башҡа хеҙмәттәштәренә һөнәри йәһәттән өлгө булған яуаплы, маҡсатлы, етеҙ кешеләр генә эшләй ала.
Ә заман журналистары өлөшөнә төшкән бурыстар иҫ киткес мөһим, киң һәм күп яҡлы. Әлбиттә, тәүге сиратта гәзиттең йөкмәткеһен байытыу, халҡыбыҙҙы борсоған киҫкен мәсьәләләрҙе яҡтыртыу, уларҙы власть даирәләренә еткереү, баҫманың публицистик ҡеүәһен көсәйтеү кеүек йүнәлештәр тәүмаҡсат булып тора. Шул уҡ ваҡытта көндәлек яңылыҡтарҙы гәзит уҡыусыларға ваҡытында һәм аныҡ еткереү, заман саҡырыуҙарына сифатлы мәғлүмәти яуап бирә белеү ҙә – төп бурыстарҙың береһе.
Һуңғы бер нисә йылда иһә Интернеттағы социаль селтәрҙәрҙә гәзиттең төркөмдәре барлыҡҡа килде. Тәүлек әйләнәһенә тиерлек эшләгән был ҡеүәтле ресурста рәсми мәғлүмәттәрҙән башлап, көндәлек киҫкен мәсьәләләрҙе күтәргән, йәмғиәттәге теге йәки был мөһим ваҡиғаларҙы яҡтыртҡан, күңел йыуанысы биргән, милли рухыбыҙҙы сағылдырған төрлө яҙмалар баҫыла килә.
Әйтергә кәрәк, гәзит биттәрендә һәм уның социаль селтәрҙәге төркөмөндә баҫылған яҙмаларҙың йөкмәткеһе йыш ҡына бер-береһенән айырыла: һәр медиамайҙандың үҙ йүнәлеше, үҙ аудиторияһы бар. Ошондай һандарға туҡталып үтәйек: бөгөн “Башҡортостан” гәзите дүрт мең дананан ашыу тираж менән таратылһа, социаль селтәрҙәге төркөмдө йөҙ меңдән ашыу кеше уҡый.
2018 йылдан “Башҡортостан” гәзитенә билдәле педагог, тәжрибәле журналист, күренекле матбуғат һәм йәмәғәт эшмәкәре Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов етәкселек итә. Шулай уҡ ул – 2020 йылдың декабренән Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы рәйесе лә. Уның урынбаҫарҙары – билдәле журналистика ветерандары, ҡәләм оҫталары Миңзифа Илтенбаева, Гөлдәр Биргәнова-Бүләкбаева, Алһыу Әһлиуллина, Рәшит Зәйнуллин – йылдар дауамында беҙҙең гәзит менән бергә үҫкән, камиллашҡан ижадсылар; ойоштороу, коллективты бергә туплау кеүек яуаплы эште атҡарған белгестәр.
Был исемлектән иң тәжрибәле һәм оҙаҡ йылдар дауамында редакцияла эшләгән Миңзифа Абрар ҡыҙы Илтенбаеваны айырыуса билдәләп үтке килә. Бынан дүрт тиҫтә йыл самаһы элек Башҡорт дәүләт университетын тамамлап килгән йәш белгес хеҙмәт юлын ябай хәбәрсе булып башлаған, тәржемәсе лә, корректор ҙа булған, журналист оҫталығын төрлө ижади бүлектәрҙә камиллаштырған, ә һуңғы ике тиҫтә йылда ул – баҫманың яуаплы секретары вазифаһында. Миңзифа Абрар ҡыҙы – иҫ киткес талапсан, төплө белемле, һүҙ баһаһын һәм ҡеүәтен һөнәри йәһәттән нескә тойған белгес һәм оҫта ойоштороусы ла: ташҡа баҫылаһы һәр яҙма тәүге сиратта уның тәжрибәле ҡулынан үтә, тап уның ярҙамында камиллаша һәм аныҡ сүрәттә гәзит уҡыусыға барып етә.
Ғөмүмән, гәзиттең стилен, йүнәлешен, йөҙөн билдәләгән тотороҡло журналистар берлеге күптән тупланған “Башҡортостан”да: Динә Арыҫланова, Гөлдәр Яҡшығолова, Гүзәлиә Балтабаева, Илдар Аҡъюлов, Лилиә Нуретдинова, Әлфиә Минғәлиева, Рәмилә Мусина, Дилбәр Ишморатова, Айһылыу Низамова, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Рәүилә Ғатауллина, Римма Солтанова, Рәмил Мансуров, Кәримә Усманова, Резеда Шәңгәрәева – уларҙың һәммәһенең исеме гәзит уҡыусыларға яҡшы таныш, һәммәһенең үҙ уҡыусыһы, фекерҙәше бар республикала.
“Башҡортостан” журналистарын башҡаларҙан айырған тағы бер мөһим төшөнсә – ул да булһа универсаллек. Телгә алған һәр ҡәләм оҫтаһы, заман талаптарына ярашлы, үткер фекерле әңгәмәсе лә, бәләкәй генә мәғлүмәттән алып төплө мәҡәлә яҙған журналист та, рус һәм башҡорт теле үҙенсәлектәрен белгән тәржемәсе лә. Әйткәндәй, баҫма битендә донъя күргән барлыҡ рәсми материалдарҙы юғары оҫталыҡ менән тәржемә иткән Лилиә Дәүләтбәкованы ла билдәләп үтеү зарур. Тап ул баҫмабыҙҙың рәсми йөҙөн билдәләй, республикалағы иң тәжрибәле тәржемәселәрҙең береһе, тигән лайыҡлы даны бар.
Ғөмүмән, гәзит сығарыу – коллектив хеҙмәт. Журналистарҙың яҙмаларынан тыш, редакцияға төрлө проблемаларҙы сағылдырған, шатлыҡ-ҡыуаныстар килтергән төрлө темаларҙағы хаттар ҙа йыш килә. Уларҙы ла эшкәртеп, төҙәтеп, мөхәррирләп гәзит уҡыусыға еткерәһе бар. Был йәһәттән, журналистарға текст йыйыу оҫталары Сажиҙә Ғилметдинова һәм Миңһылыу Сәлимгәрәева һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер.
Баҫманың техник йөҙөн билдәләгән белгестәр иһә компьютерҙа нәшерләү бүлегендә эшләй: инженерҙар Ирек Ғәлиев, Азат Заһитов, Рисәлә Йомағолова – тиҫтәләрсә йыл гәзитте гәзит итеп формалаштырған, версткалау серҙәрен бар нескәлегенә тиклем белгән һөнәр оҫталары. Корректорҙар Зөлфиә Сәғитова, Әҡлимә Ғиззәтуллина, Миләүшә Сайтакова ла – баҫмабыҙҙа күптән эшләгән, эштең бар үҙенсәлектәрен белгән, грамоталы белгестәр.
“Реклама һәм баҫмаға яҙылыу” бүлеге белгестәре Гөлсимә Сәлихова, Гөлсирә Сәхиева редакцияның матди бөтөнлөгө, баҫмаға яҙылыуҙы ойоштороу өсөн яуап бирә. Улар ҙа – гәзитебеҙҙә оҙаҡ йылдар эшләгән һөнәр оҫталары, заман талаптары менән бергә атлаған белгестәр.
Ғөмүмән, гәзит сығарыу – коллектив хеҙмәт, бер туҡтауһыҙ халыҡ мәнфәғәте өсөн эшләгән тынғыһыҙ конвейер ул. Ҙур һәм татыу коллективтың нигеҙен тәжрибәле, тос фекерле, етеҙ булмышлы, осҡор ҡәләмле журналистар, белгестәр билдәләй икән, тимәк, республиканың башҡорт телендә сыҡҡан төп баҫмаһының яҙмышы өсөн борсолорға урын юҡ: илебеҙҙә ниндәй генә сәйәси-ижтимағи үҙгәрештәр булмаһын, үҙәк һәм республика баҫмалары араһында етди дәғүәселек шарттары тыумаһын, барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сығырбыҙ, тотош быуат дауамындағы ише туған телебеҙ тотҡаһы, халҡыбыҙ өсөн рух сығанағы булып ҡалырбыҙ, тигән олуғ ышаныс йәшәй: гәзит сыҡҡан, бөгөн дә сыға һәм киләсәктә лә сығасаҡ! Алға, “Башҡортостан”!
- Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА