Бөтә яңылыҡтар

“Башҡортостан” – республикабыҙ тормошоноң төп йылъяҙмасыһы

Республикабыҙҙың төп милли баҫмаһы һаналған “Башҡортостан” гәзитенең донъя күрә башлауына – 105 йыл. Әлбиттә, бер быуаттан ашыу нәшер ителгән баҫманың бай тарихи юлы, үҙ йөҙө, киң мәғлүмәт донъяһында тотҡан урыны, аныҡ йүнәлеше бар. Ғәзиз республикабыҙ исеме менән аталыуы ла уға бәҫ һәм мәртәбә өҫтәй.

1917 йылда донъя күрә башлаған “Башҡортостан” гәзите яңы тормош, яңы идеялар һәм башланғыстар хәбәрсеһе булараҡ барлыҡҡа килә һәм ошо быуаттан ашыу ваҡыт дауамында ул республикабыҙ һәм халҡыбыҙ йәшәйе­шенең башҡорт телендәге төп йылъяҙ­масыһы була. “Башҡортостан” гәзитенең төрлө йылдарҙағы тупланмаларын ҡарап, беҙ республикабыҙҙың төрлө осорҙағы тормошо, халҡыбыҙҙың уй-маҡсаттары һәм ынтылыштары, шатлыҡтары һәм хәсрәттәре, еңеүҙәре һәм ҡатмарлы мәлдәре менән таны­шабыҙ. Гәзитебеҙ һынылышлы, болғауыр замандарҙа халыҡтың трибунаһы ла, уны әйҙәүсе лә, тәрбиәләүсе лә булған. Дәүләтсе­легебеҙҙе бар иткән, уны һаҡлап килгән, бөгөнгөһөн булдырған, киләсәген төҙөгән гәзит ул “Башҡортостан”!

Бер кемгә лә сер түгел: һәр милләт өсөн милли телдәге баҫмаларҙың булыуы бик мөһим, сөнки халыҡ үҙ булмышын, ижади һәләтен, уй-кисерештәрен тик туған телендә генә бар тулылығында аса, уртаҡлаша ала. “Башҡортостан” гәзите тәүге һандарынан уҡ башҡорт халҡының изгелек һәм яҡшылыҡ ҡанундарына ҡоролған этник асылын, милли йола һәм традицияларҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихи йөҙөбөҙҙө һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя һәм был изге эшкә әлегәсә тоғро ҡала. Баҫмабыҙҙың бөгөнгө геройҙары – милләт ҡотон һаҡлаған, заман һынауҙарына бирешмәй алға ҡарап йәшәгән, маҡсатлы, белемле, рухлы, илһөйәр замандаштарыбыҙ. Шуға күрә гәзитебеҙ мәғлүмәт сығанағы ғына түгел, халҡыбыҙҙы туплаусы, әйҙәүсе, тәрбиәләүсе лә булып ҡала тип ныҡлы ышаныс менән әйтә алабыҙ.

Бөгөн, мәғлүмәт алыу сығанаҡтары, айырыуса интернет селтәре киң үҫешкән заманда, ҡағыҙ баҫмаларҙың бәҫе һәм роле бер ни тиклем кәмегән кеүек. Әммә, шөкөр, баҫма һүҙҙең айырым бер ҡөҙрәтен тойған, ҡулына ысын гәзитте тотоп уҡыуҙан кинәнес тапҡан уҡыусы­ларыбыҙҙың булыуы, тиражыбыҙҙың тотороҡло һаҡланып килеүе эшебеҙгә дәрт-ҡеүәт, ышаныс өҫтәй. Шул уҡ ваҡытта беҙ заман менән бергә, хатта унан саҡ ҡына алдараҡ атларға ла тырышабыҙ. Быға һуңғы йылдарҙа “Башҡортостан” гәзитенең интернет киңлектәрен йылдам яулауы, сайт һәм социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙең әүҙемлеге, аудиториябыҙҙың арта барыуы ныҡлы дәлил. Был эшмәкәрлегебеҙ менән беҙ интернетта башҡорт телендә сифатлы контент булдырыуға, туған телебеҙҙе һаҡлауға һәм киңерәк танытыуға ла ҙур өлөш индерәбеҙ.

Һәр башҡарылған эш, яуланған уңыш нигеҙендә хеҙмәткәрҙәрҙең, йәғни берҙәм, эшһөйәр коллективтың, ҙур хеҙмәте, тырышлығы, фиҙакәрлеге ята. Был йәһәттән коллегаларыма рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ! “Башҡортостан” гәзитендә үҙ эшен белгән профессионалдар, һөнәренең ысын оҫталары, халҡыбыҙҙың алдынғы ҡарашлы, белемле, рухлы улдары һәм ҡыҙҙары эшләй.

“Башҡортостан”дың тоғро уҡыусыла­рына, әүҙем авторҙарына ла ихлас рәхмәтемде еткерәм, сөнки улар – гәзитте гәзит иткән ҙур көс. Минеңсә, уҡыусыһы, үҙ фекерен белдереп, яңылыҡтары, хәл-әхүәле менән уртаҡлашып хаттар яҙған авторҙары булмаған баҫманың кәрәге лә юҡ. Был йәһәттән дә беҙ шөкөр тибеҙ. “Башҡортостан” гәзитенең уҡыусылары һәм авторҙары һәр ваҡыт зыялылығы, талапсанлығы, рухлылығы менән айырылып торҙо. Шуға күрә уларҙың зауығына, талаптарына яуап бирерлек кимәлдә эшләргә, үҫешкә ынтылырға тырышабыҙ.

Республикабыҙҙың төп милли баҫма­һының баш мөхәррире булыу – ул иң беренсе нәүбәттә ҙур яуаплылыҡ, оло бурыс һәм шул уҡ ваҡытта эшебеҙҙең мөһимлеген, кәрәклеген аңлауҙан тыуған ғорурлыҡ та. Көн дә башҡарған һәм үҙебеҙ өсөн ябай булып тойолған эшебеҙ менән рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлауға, халҡыбыҙҙы туплауға, туған телебеҙҙе яҡлауға, йәш быуынды тәрбиәләүгә һәм башҡа бихисап изге маҡсаттарға хеҙмәт итәбеҙ. Шуның менән бергә барлыҡҡа килеүенә 105 йыл тулыуҙы билдәләгән “Башҡортостан” гәзите республикабыҙ тормошоноң йылъяҙмаһын яҙыуҙы ла дауам итә. Был изге эш тағы ла оҙон-оҙаҡ йылдар дауам итһен, “Башҡортостан” халҡыбыҙҙы әйҙәүсе, туплаусы, рухландырыусы усаҡ булып ҡалһын!

Гәзит уҡыусыларҙы “Башҡортос­тан”дың 105 йыллығы менән ҡотлап, һаулыҡ, именлек, уңыштар теләйем!

 

- Вәдүт ИСХАҠОВ, баш мөхәррир

Читайте нас: