Бөтә яңылыҡтар

Берҙәмлек менән көслө

ВКонтакте
Фото:ВКонтакте

Флүзә Рәжәп ҡыҙы Мырҙабаева – журналист, шағирә, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премиялар лауреаты. Рәсәй, Башҡортостан Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы.

Флүзә Рәжәп ҡыҙы “Совет Баш­ҡортос­таны” гәзитенә 1980 йылда эшкә килә. Шул тиклем дә абруйлы баҫманың хеҙмәткәре булып ките­үенә тәүҙә ышанмай ҙа йөрөй әле ул. Ҙур, татыу, берҙәм коллектив. Баш мөхәррир Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилев – бик талапсан, ғәҙел етәксе. Өлкән быуын журналистары ла, йәштәр ҙә янып, йәнен-тәнен биреп эшләй. Кәрәк саҡта кәңәшен, йылы һүҙен әйтеп ебәрә.

Өс тиҫтә йылға яҡын ғүмерен бағышлай Флүзә Мырҙабаева ошо баҫмаға. Шул арауыҡта төрлө хеҙмәт баҫҡыстарын үтә. Оҙаҡ йылдар әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлегенә етәкселек итә. “Ҡайнап эшләгән мәлдәр ныҡ һағындыра. “Планерка”ларҙа лекция тыңлағандай була­һың. Гәзиттә сыҡҡан мәҡәләләргә танылған ҡәләм оҫталары тейешле баһа бирә. Тәнҡит эләкһә, уйлана­һың, маҡтаһалар, башың күккә тейә. Бер-береңдең ижадына иғтибар, йылы мөнәсәбәт ҡәләмде ослабыраҡ ебәрергә ярҙам итә. Берҙәмлек менән бик көслө ине коллектив. Бер бөтөн булып эшләү гәзиттең сифатында ла сағылды”, – тип хәтерләй бөгөн тәжрибәле журналист.

“Мөғжизәле донъям” исемле китап авторы, нескә күңелле, тос фекерле шағирә Флүзә Мырҙабаева башҡорт әҙәбиәтенә генә түгел, журналистикаһына ла тос өлөш ин­дерҙе. Ваҡытлы матбуғатта әҙә­биәт, мә­ҙәниәт, сәнғәт буйынса бихисап мәҡә­ләләре, ижади портреттары донъя күрҙе. “Ниндәйҙер артист тураһында яҙыр булһам, ул уйнаған спектаклдәргә йөрөйөм, кон­церттарын ҡарайым. Рәссам ту­раһында һөйләр булһам, күргәҙ­мәләре менән танышам. Шунан ғы­на интервьюны күҙал­лайым. Әңгә­мәсем менән уртаҡ тел табып, үҙемде, гәзит уҡыусыны ҡыҙыҡ­һын­дырған һорауҙарға яуап алам”. Журналистың ижад кешеләре тура­һындағы яҙмалары “Ғүмер ағыш­та­ры, кеше яҙмыштары…”, “Заман сыңы йыһан‑күктәрҙә” исемле публицистик йыйынтыҡтарға туп­ланған.

“Башҡортостан”дың тоғро дуҫы Флүзә Мырҙабаева гәзиттә бөгөн эшләп йөрөгән коллегаларын гәзиттең оло юбилейы менән ихлас ҡотлай һәм әлеге ҡатмарлы, яуап­лы осорҙа сабырлыҡ, түҙемлек, ижади уңыштар теләй.

- Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА

Читайте нас: