Билдәле шағирә, Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллинаны күптәр рухлы, илһөйәр, тормоштағы һәр күренешкә ҡарата үҙ фекере булған ҡыйыу, тынғыһыҙ ижадсы тип белә. Лариса Хашим ҡыҙының журналистикалағы хеҙмәт юлының тос ҡына өлөшө “Башҡортостан” гәзитенә лә арналды.
– Хәтеремдә, бала саҡта ауылыбыҙҙа өй һайын тиерлек “Совет Башҡортостаны” гәзитен алдырҙылар. Мин уны шул тиклем мөһим, кәрәкле баҫма булараҡ ҡабул итә инем, сөнки унда шундай олпат яҙыусыларҙың фекере, билдәле шәхестәрҙең заман талабына яуап биргән һүҙе менән танышырға мөмкин ине. Артабан үҫмер, студент осоронда үҙем дә журналистик ижадҡа ныҡлы тотоноп киткәс, “Башҡортостан” минең өсөн зауыҡ, кимәл төшөнсәһен билдәләгән, замандың һүҙен әйткән, дәүләтселектең иң ҙур талаптарын күтәреп сыҡҡан баҫмаға әйләнде, – ти Лариса Хашим ҡыҙы.
Журналист булараҡ, Лариса Абдуллинаның “Башҡортостан” менән хеҙмәттәшлеге тап студент осоронда башлана – ул бында практика үтеп, ҡәләмен нығыта.
Ғөмүмән, Лариса үҙе менән бер осорҙа эшләгән хеҙмәттәштәре, баш мөхәррирҙәр, ижадҡа, һүҙгә мөнәсәбәте менән башҡорт милли матбуғаты кимәлен билдәләгән остаздары, фекерҙәштәре тураһында ла ихлас, рәхмәтле фекерҙәре менән уртаҡлашты.
– “Башҡортостан” минең өсөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов, рухташым Рәйес Түләк эшләгән гәзит булыуы менән дә ҡәҙерле. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев баҫмабыҙға айырыуса йылы мөнәсәбәттә булды, “көнөмдө “Башҡортостан” гәзитенән башлайым”, тиер ине ул. 80 йәшлек юбилейы уңайынан эшләгән тура бәйләнеш матур иҫтәлек булып ҡалды. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаев баҫмабыҙ аша халыҡ-ара, милләт-ара дуҫлыҡ төшөнсәһен раҫлауға ҙур иғтибар бүлде. Был ҡиммәттең ни тиклем мөһимлеген бөгөнгө шарттарҙа тағы ла нығыраҡ аңлайбыҙ, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Лариса.
“Башҡортостан”да эшләгән 12 йыл дауамында Лариса булмаған берәй район йәки милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән ил төбәге ҡалдымы икән?! Ул – алыҫ Себерҙән Балтик буйҙарынаса барып етеп, башҡорт матбуғатын, шул иҫәптән “Башҡортостан” гәзитен танытҡан тынғыһыҙ йәнле ижадсы. Ҡайҙа ғына булмаһын, кемдәр менән генә осрашмаһын, Лариса иң тәүҙә аҫыл халҡыбыҙ, милли асылыбыҙ, бай тарихыбыҙ һәм бөгөнгөбөҙ тураһында үҙ һүҙен әйтә, милләтебеҙҙең рухлы, ҡыйыу фекерле, тоғро ҡыҙы булып ҡала. Һәм әле лә, “Аҡбуҙат” балалар журналының баш мөхәррире булараҡ, ошо изге миссияһын арымай-талмай дауам итә.
“Матбуғатта иң мөһиме – заманыңа кәрәкле фекер әйтеү”, – тигәйне Лариса әңгәмә барышында. Эйе, ул үҙ фекерен һәр ваҡыт ваҡытлы, урынлы һәм кәрәкле итеп әйтә белгән ижадсы булып ҡала.
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА