Факил ағай Мырҙаҡаевты үткән быуаттың 80-се йылдары башынан беләм. Ул – Миәкәнән, мин күршеһе Стәрлебаштан булғас, хатта бер-беребеҙҙе яҡташ тип тә йөрөтә торғайныҡ. Нисәмә кешенең етәкселегендә эшләргә, бергә ауыр йөктө тартырға, ҡушарлап егелергә тура килде, ләкин Факил ағай һымаҡ та уңған, белемле, итәғәтле, ярҙамсыл һәм күндәм хеҙмәткәрҙе күргәнем булманы.
Редакцияның “Транспорт һәм сәнәғәт” бүлегендә предприятиелар һәм етештереүселәр хаҡында яҙғандарын әле лә хәтерләйем. “Башҡортостан”ға эшкә килгәс, Ғәтиәт ағай шым ғына: “Ана, Факилдың материалдарын ҡара, унан өйрән. Хатта ентекләп, төпсөп яҙғаны күҙеңә салынып торор”. Уҡыштырҙым мин уның мәҡәләләрен. Шул тиклем дә ябай, ихлас итеп яҙа, хатта бөтәһен дә аңлатып бирә. Мәҡәләне уҡып сыҡҡас, һығымта яһарға ғына ҡала.
Факил ағай йөк аты, йәғни редакцияның барлыҡ эшен башҡарыусы һәм тормошҡа ашырыусылар сафында ине. Был хаҡта мин яҙғыланым, гәзит уҡыусылар белә, 1999 йылдың июлендә мин баш мөхәррир вазифаһына тәғәйенләндем. Ең һыҙғанып, дәртләнеп, илһамланып эшләнек беҙ ул йылдарҙа.
Тәүге йылда уҡ гәзит редакцияһы өсөн төп йүнәлештәрҙе һәм маҡсаттарҙы билдәләнек. Улар бик ябай ине: республика ҡаҙаныштарын халыҡҡа еткереү һәм пропагандалау. Халыҡты яңы шарттарҙа йәшәргә өйрәтеү, башҡорт теленең ҡулланыу даирәһен киңәйтеү. Ах, ул йылдарҙың хәҙер мәңге ҡабатланмаҫ шатлыҡтары, ҡыуаныстары һәм юғалтыуҙары!.. Төҙөлгән мәктәптәр, юлдарға түшәлгән асфальт, ауылдарға газ килеүе ҙур ваҡиға һәм байрамға әйләнә. Ә райондарҙың рейтингтарын билдәләп, улар өлгәшелгәнде күрһәтеү, таратыу үҙе бер ваҡиға була торғайны.
Ә Факил Сәлих улы – баш мөхәррирҙең беренсе урынбаҫары, бер үк ваҡытта яҙыусы һәм хаталарҙы теүәл тотоп алыусы белгес. Электән иғтибар иткәнем бар: баш мөхәррир урынбаҫарҙарына һәр ваҡыт көнләшеп тә, һағайып та, хатта ҡурҡып та ҡарап өйрәнгәндәр. Әйткәндәй, әле лә шулай. Факил ағайҙың кемделер кәмһетеп, ошаҡлап, юҡҡа сығарып йөрөгәнен хәтерләмәйем. Редакцияларҙа быуын-быуындан өлкәндәр хаҡлы ялға китә, уларҙың урынына йәштәр килә. Беҙҙең тәжрибәгә һәм аҡылға яңыларҙың көс-дәртен ҡушып, ең һыҙғанып эшкә тотонабыҙ.
Бер көн иртән Факил Сәлих улы тос ҡына ҡулъяҙма тотоп килеп инде. Береһе – балалар өсөн яҙылған повесть, уны “Йәншишмә” әллә йыл буйына ҡыуана-ҡыуана баҫты. Икенсеһендә – башҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәренән ҡәҙерләп, берәмтекләп, сүпләп алынған, тарихҡа инерлек, тормош әсбабы булырлыҡ фәһемле юлдар. Ярай повесты “Йәншишмә” баҫа, ә был фәһемле фекерҙәрен нимә эшләтергә икән? Ҡыҫҡаһы, йыйынтыҡ әҙер, ул өҫтәлендә ята. Алып-алып ҡарайым, һоҡланыуымды йәшермәйем. Факил ағайҙы маҡтап, башҡа әҙәби батырлыҡтарға илһамландырам. Ә ул күпкә өмөт итмәй, хатта гонорар ҙа кәрәкмәй. Ошо сүпләгәндәренең китап булып сығырына өмөтләнә.
Әмәлгә ҡалғандай, бер көн Мостай Кәрим беҙгә килеп сыҡты. Байтаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Уртаҡ фекерҙәребеҙ күп булды. Һүҙ араһында Факил ағайҙың фәһемле фекерҙәр йыйынтығын Мостай ағайға тотторҙом. Аҡыл эйәһе, тын да алмайынса, йыйынтыҡҡа ҡапланды ла ҡуйҙы. Әлбиттә, ҙур өлөшөн уның ижады алып тора.
– Кем эшләне быны? – тип ғәжәпләнгән ҡарашын миңә йүнәлтте.
Факил ағайҙы саҡырып индерҙем.
– Урынбаҫарымдың эше, – тим.
– Ҡара әле, Факил, һин бит булкаларҙан беҙҙең “йөҙөмдәрҙе” генә сүпләп алғанһың. Ә китабы ҡасан сыға? Халыҡҡа оҡшар ул. Тик беҙҙең яҙғандарҙан аҙаҡ Факил Мырҙаҡаев сүпләп йыйған “йөҙөмдәр” генә ҡалмаһа ярар ине, – тине халыҡ шағиры.
Уның фекерҙәре беҙгә фарман һымаҡ яңғыраны. Редакцияның мул, көслө сағы. Матбуғатҡа яҙылыуҙан да, бағыусыларҙан да, рекламанан да ай һайын байтаҡ аҡса килә. Килемдең күпмелер өлөшө баҫманы рекламалаған өсөн күргәҙмә материалдар, плакаттар нәшерләүгә мөмкинлек бирә. Бер ай ҙа үтмәне, йомшаҡ тышлы булһа ла китап беҙҙең ҡулда ине.
Бер нисә данаһын Мостафа Сафа улына бүләк иттек. Ҡыуанып ҡабул итте.
Ә башҡорт әҙәбиәтендә “йөҙөмдәр” йылдан-йыл күберәк йыйыла икән. Шуларҙы сүпләп, Факил ағай дүртме-бишме китап сығарҙы.
Факил ағай тураһында һөйләгәндә, уның хәләл ефете Динә еңгәне иҫкә алып китмәһәк, хилаф булыр. Мин уларҙы һәр ваҡыт төрлө кисәләрҙә бергә күрәм һәм һоҡланам. Үҙҙәрен яраталар, ихлас ҡабул итәләр. Динә еңгәне шунда уҡ әхирәттәре һырып ала. Факил ағай китаптар һатылған урынға йүнәлә һәм өр-яңы баҫмаларҙы барлай. Ошо юлдарҙы яҙғанда Динә еңгә алыҫ хаж сәфәренә юлланғайны. Иҫән-һау йөрөгөҙ, ҡәҙерле һәм хөрмәтле еңгәбеҙ. Һеҙгә рәхмәтебеҙ ҙур. Факил ағайҙың иң яҡын ярҙамсыһы, тормош иптәше булараҡ, уны матур итеп ҡарауығыҙ һәм тәрбиә ҡылыуығыҙ өсөн.
- Рәлиф КИНЙӘБАЕВ