Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, журналистика ветераны Рәшит Кәлимуллин “Башҡортостан” гәзитендә оҙаҡ йылдар эшләне. Эшләү тиеү әҙ, үҙенең тос һәм фекерле аналитик мәҡәләләре менән гәзит уҡыусыларҙы даими ҡыуандырҙы. Ҡәләмдәшебеҙ баҫмалағы бөтә төр баҫҡыстарҙы ла үтте. Хәбәрсенән алып баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһына тиклем үрләүе – шуға асыҡ миҫал.
– “Башҡортостан” гәзитендә ҡәләм тибрәтеүем – ғүмеремдең иң сағыу осорҙарының береһе, – тип хәтергә ала үткәндәрҙе Рәшит Шәрифулла улы. – Шул күңелгә ныҡлап уйылған, һәр ваҡыт халыҡ араһында булдыҡ, ә кешеләр менән аралашыу киләсәккә маҡсаттар билдәләү, илһам алыу өсөн дә уңайлы. Һуңғы йылдарҙан айырмалы, элек бер нисә көнгә командировкаға юллана инек, йәмәғәт транспортында. Редакция машинаһында төпкөл Хәйбулла районына бер көнгә барып ҡайтҡан саҡтар ҙа хәтерҙә. Иртәгәһенә үк мәҡәлә яҙып тапшыра инек.
Кешелә яҙыу һәләте йә була, йә юҡ. Ә бына уҡыу алдынғыһы Рәшит мәктәп йылдарынан яҙышҡан. Үҙ сиратында, Илсе урта мәктәбен тамамлағас та, үҫмерҙе Учалы районының “Ураҡ һәм сүкеш” гәзитенә тәржемәсе итеп эшкә алғандар. Уҡыу теләге менән янған егет һис тотҡарлыҡһыҙ Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-рус бүлегенә уҡырға ингән. Юғары уҡыу йортон тамамлау менән йәш белгесте “Башҡортостан пионеры” (хәҙер – “Йәншишмә”) гәзитенә эшкә алалар.
– Редакцияла олпат ағайҙар менән эшләү бәхете тейҙе, – тип һөйләй әңгәмәсем. – Тәжрибәле журналистарҙан күп нәмәгә өйрәндем. Унда спорт һәм фән бүлеге мөдире итеп ҡуйҙылар.
Ҙур карапҡа оло һыу кәрәк, тиҙәр. Әҙме-күпме ҡәләмен сарлағандан һуң, хәбәрсе Рәшит Кәлимуллинды “Башҡортостан” республика гәзитенә ҡоҙалайҙар. Беренсенән, тап ошо баҫмала Рәшит Шәрифулла улы үҙен тулыһынса аса, икенсенән, редакция уны эшкә алып, ныҡ ота.
Рәшит Кәлимуллиндың һәр йәһәттән дә үҫеүе барыһында ла һоҡланыу хисе уята. Мәҫәлән, ҡәләмдәшебеҙ бер нисә йыл Башҡортостан Президентының, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәттәрендә эшләп ала. Хәйер, был осорҙа ла “Башҡортостан”гәзитендә мәҡәләләрен йыш баҫтыра.
Рәшит Шәрифулла улы билдәләүенсә, журналистың эше тәүлек әйләнәһенә дауам итә, ул ҡулына ҡәләмен тотмағанда ла киләсәктә яҙыласаҡ мәҡәләһе тураһында уйлана. Һуңғы йылдарҙа гәзит-журналдарҙың үҙҙәренең сайттары барлыҡҡа килеүе хәбәрсе эшенең тынғыһыҙлығын тағы ла бер тапҡыр иҫбат итте.
- Илдар АҠЪЮЛОВ