– “Башҡортостан” гәзите – милли матбуғатыбыҙҙың флагманы, һәм миңә ошо абруйлы баҫмала баш мөхәррир булып эшләү насип итте.
Ниндәй уй-тойғолар, кисерештәр менән башҡарҙым мин был вазифаны? Иңемдә тойған иң көслө кисереш яуаплылыҡ булды. Беренсенән, “Башҡортостан” гәзитенең 100 йыллыҡ тарихы алдындағы яуаплылыҡ ине ул. Был миссияны – баҫманың бер быуатлыҡ юбилейын билдәләүҙе лайыҡлы атҡарып сыҡтыҡ, тип уйлайым.
Икенсенән, “Башҡортостан” гәзите – рухи, мәҙәни, әҙәби донъябыҙҙың алтын бағанаһы һәм ошоға бәйле уның тотҡан кимәле алдындағы яуаплылыҡ. Был гәзит менән бөйөк шәхестәрҙең исемдәре, яҙмыштары бәйле һәм, әлбиттә, улар алдында ла яуаплылыҡ тойғоһо булды.
Өсөнсөнән, заманында баҫманың баш мөхәррирҙәре булып Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилев, Мансур Әнүәр улы Әйүпов, Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов кеүек баһалы, бәҫле шәхестәр эшләгән. Ҡасандыр мин уларҙың эшмәкәрлеген ситтән генә күҙәтеүсе булһам, хәҙер инде ошо оло бурыстарҙы үҙ иңемә алып, улар булдырған кимәлде төшөрмәү өсөн дә яуаплылыҡ алдым.
Дүртенсенән, гәзит коллективы алдындағы яуаплылыҡ. Редакцияла бер нисә тиҫтә йылдар эшләгән, ғүмерен, хеҙмәт биографияһын ошо гәзит менән бәйләгән хеҙмәткәрҙәр бар ине. Уларҙың ҡайһы берҙәре әле лә уңышлы эшләп йөрөй. Һәм бишенсеһе – иң ҙуры – гәзит уҡыусылар алдындағы яуаплылыҡ. Гәзиттә кем генә баш мөхәррир булмаһын, кемдәр генә эшләмәһен, матбуғат баҫмаһы ниндәй генә шарттарҙа көн итмәһен, ул иң беренсе сиратта уҡыусылар өсөн нәшер ителә, һәм тап улар – уның төп баһалаусыһы.
Матбуғаттан китеүемә дүрт йыл самаһы ваҡыт үтһә лә, ошо яуаплылыҡ тойғоһон әле лә иңемдә тоям кеүек, был эшмәкәрлек булмышыма ярайһы уҡ ҙур эҙ һалды. Журналистикалағы юлымды “Башҡортостан” менән бәйләгәне өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен.
- Азамат ЮЛДАШБАЕВ, “Башҡортостан” гәзитенең 2015 – 2018 йылдарҙағы баш мөхәррире