Бөтә яңылыҡтар

Изгелектәр эҙләүсе апай

Мин “Башҡортостан”ға эшкә килгәндә, бик күп абруйлы журналистар редакцияла тир түгә ине. Шуларҙың береһе Фәүзиә Шәғәле ҡыҙы Латипова тураһында кәлимә һүҙ әйтмәксемен, сөнки уның “ҡул аҫтына” эләктем, йәғни мәғлүмәт бүлегенә тәғәйенләндем.

Мине асыҡ йөҙлө, мөләйем апай ҡаршы алды, вазифа буйынса ни­мәләр атҡарыу кәрәклеге тура­һында ҡыҫҡаса төшөндөрөп бирҙе. Ваҡ, маҙалы бурыстарҙан тора икән бүлектең үҙенсәлеге. Республика, ил, донъя кимәлендә барған һәм йәшә­йештең төрлө өлкәләрен сағылдырған мәғлүмәттәрҙе, темаларҙы ҡабатла­майынса, туп­лап, баҫмаға әҙерләргә кәрәк. Башҡортостан Хөкүмәтендә, төрлө министрлыҡтар, идаралыҡтарҙа көнүҙәк мәсьәләләрҙең республика буйынса хәл ителгәне һәм хәл ителәсәктәре күтәрелгән кәңәшмә-ултырыштарҙан тура репортаждар ҙа – бүлек иңендә. Үҙ хәбәрселәрҙе әүҙемләштереү ҙә зарур икән. Командировкаларға барыу ҙа мотлаҡ... Барыһына ла өлгөрөргә тейешбеҙ. Һәм беҙ өлгөрҙөк. Мөдиребеҙгә ҡарап.

Өлгө булырҙай матур сифаттары бик күп Фәүзиә апайҙың. Редак­цияға ваҡытынан байтаҡҡа алда килә. Оперативка башланғансы уҡ гәзит уҡыусыларҙың бер нисә хатын мөхәррирләп, компьютерҙа үҙе баҫып, принтерҙан үткәреп, яуаплы секретарға тапшыра. Барыбыҙ менән дә тыныс, ипле һөйләшә. Хаталарыбыҙ булһа, аңлатып бирә. Мәҡәләләрҙе тотоп торған “тоҙҙо” табырға ярҙам итә. Минең тәүге яҙмамды ҡарағас, ул: “Мәҡәләнең башы, дауамы һәм аҙағы була. Фекер ебең ошо өс таянысты бәйләп тотһон. Өсәүҙең береһе юғалһа, яҙма уҡымлы булмай, ул дәлилдәрҙе теркәүгә әйләнә”, – тигәйне.

Фәүзиә апайҙың егәрлелегенә коллективта һәр кем һоҡланғандыр, тип уйлайым. Әленән-әле яңы, төрлө рубрикалар тәҡдим итте. “Йәнби­кә+Йән­бирҙе”, “Һыуһылыу” һәм башҡа махсус биттәр асып, даими алып барҙы, әҙип­тәр ҙә ҡатнашҡан битте уҡыусылар яратып ҡабул итте. Әсә йылы, Бала, Ғаилә, Йәштәр, Спорт йылы тип аталған исемле йылдарға арналған конкурстар гөрләне. Үҙе Өфө ҡалаһы хакимиәте ойошторған ижади бәйгеләрҙә ике тапҡыр еңеүсе булды. Бер-береңә ярҙамсыл­лыҡты, изге эштәрҙе күберәк атҡарып ҡалыуға ҡоролған һәм саҡырған “Изгелектәр генә эҙләйем” (2002 йыл) йыйынтығы республика журналистарының Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына лайыҡ булды.

Шуныһы: редакцияла ла план тигән әйбер бар. Һәр ижади хеҙмәткәр, вазифаһына ҡарап, күпмелер ҡағыҙ бите иҫәбендә материал әҙерләп, секретариатҡа тапшырырға тейеш. Фәүзиә апай планды һәр ваҡыт арттырып үтәй ине. Оҙаҡ йылдар гәзиттең яуаплы секретары булып эшләгән, БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлү­мәт хеҙмәткәре, гәзиттә баҫты­рыуға тәғәйен материалдарҙы туплаусы, башлап уҡыусы, мөхәррирләүсе, баһа биреүсе һәм уларға ҡул ҡуйыусы, яраҡлы тип тапмаһа, авторға кире ҡайтарыусы Миңзифа Абрар ҡыҙы Илтенбаева бына нимә тине:

– Фәүзиә Шәғәле ҡыҙы тапшыр­ған һәр ижади эште ҡуш ҡуллап ҡабул иттем. Редакцияға килгән ябай хат бул­һынмы, автор мәҡәләһеме, үҙене­кеме – һәр береһе еренә еткереп эшләнгән, фекерҙәре аныҡ, таҙа, хатаһыҙ була торғайны.

Бына шундай хеҙмәткәр, журналист, коллегабыҙ һәм остазым Фәүзиә Шәғәле ҡыҙы эшләне редакцияла. Әйткәндәй, баҫмабыҙҙың түңәрәк юбилейына Фәүзиә Латипованың да күркәм юбилейы тура килде – уға быйыл 75 йәш тулды. Хәләл ефете Абдулла Мөьмин улы менән татыу ғүмер итеүҙәренә 50 йыл икәнен дә өҫтәйек. Журналистика юлында изгелектәр генә эҙләгән апайыбыҙға артабан да ҡыуаныслы оҙон ғүмер насип булһын!

- Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: