Бөтә яңылыҡтар

Көс-ҡеүәте ҙур әле

– Мин “Башҡортостан”ға етәксе итеп тәғәйенләнгәндә тарихи үҙгәрештәр башланған мәл ине. Уға тиклем партияның Өлкә комитетында күп йылдар матбуғат, телевидение һәм радио секторы мөдире булып эшләп, шул өлкәнең уртаһында ҡайнап йөрөгәнгә, төп милли баҫмабыҙҙың яҙмышын иңгә алыу, әлбиттә, бик үк ауырға тура килмәгәндер.

Коллектив та бик көслө, тәжрибәле, яңылыҡтарҙы күтәреп алырға әҙер, ҡыйыу, егәрле ине. Матбуғатҡа иғтибар ҙа ҙур, сөнки ул – партияның иң ҡеүәтле, тәьҫирле ҡоралы. Бар тармаҡтарға – сәйәсәткә, иҡтисадҡа, ауыл хужалығына, мәғарифҡа, социаль өлкәгә, мәҙәниәткә һ.б. матбуғат аша йоғонто яһала торғайны. Партия үҙе “Искра” гәзите идеялары нигеҙендә булдырылған бит инде. В.И. Лениндың “Матбуғат агитатор, пропагандасы ғына түгел, ә ойоштороусы ла” тигән һүҙҙәре власть, гәзит-журнал һәм халыҡ араһындағы мөнәсәбәттең “арҡа һөйәге” ине.

Ошондай иғтибарҙы, йәшәйештә ҙур ролебеҙҙе тойоп, оло яуаплылыҡ менән дәртләнеп эшләнек. Тираж да шәп: беҙҙең “Башҡортостан”дыҡы һәм “Кызыл таң”дыҡы – 110-ар мең, ә “Советская Башкирия”ныҡы 120 мең данаға еткәйне. Йәмғиәттә барған үҙгәрештәрҙе күреп, анализлап, дәүләткә лә, гәзит уҡыусыға ла уртаҡ ниҙәр кәрәк – шуны тойоп эш итәбеҙ. Тәнҡит ныҡ көслө ине. Был йәһәттән айырыуса үҙ хәбәрселәребеҙгә таяна торғайныҡ. Туймазынан Миҙхәт Шәрипов, Дәүләкән зонаһында Фәтих ағай Абдуллин, Баймаҡтан Ильяс Иҫәнбаев, Ишембай яғынан Рәлиф Кинйәбаев һәм башҡалар райондарҙы “дер һелкетеп” эшләй, пробле­маларҙы ярып һала, һөҙөмтә лә шәп ине. Халыҡ уҡымаясаҡ бер материалды ла үткәрмәй торғайныҡ.

Дөйөмләштереп әйткәндә, ул заманда билдәле лә инек, әммә, үҙгәрештәр еле башланғанлыҡтан, алда – билдәһеҙлек: нимә булырын берәү ҙә белмәй. Бөгөн дә тап шулай. Ә матбуғат бына ошондай ваҡыттарҙа, яуҙағы разведка һымаҡ, алда нимә булырын өйрәнеп, тормош һулышын тойоп, анализлап, киң йәмәғәтселеккә еткерә барырға бурыслы. Беҙ шулайттыҡ. Хәҙер иһә ошо йәһәттән көслө аналитика кәрәк. Төрлө “ялтырауыҡ”, “сенсация” артынан ҡыумай ғына, халыҡтың аңына барып етерлек итеп аҡыллы аңлатыу эше, шулай уҡ ярҙам саралары алып барыу мөһим.

Әлеге шарттарҙа мин нимә эшләр инем? Власть “Инцидент” тип аталған система булдырып, шул нигеҙҙә халыҡтың байтаҡ көнкүреш проблемаларын хәл итеп килә бит инде. Ошо тәжрибәне гәзиттә киңерәк итеп йәйелдереп, бар республиканың ауыл һәм райондарын ялмап алып, ҙур эш ойошторор инем. Төп маҡсат иһә – кемделер “батырыу”, тәнҡитләү, уңайһыҙ хәлгә ҡалдырыу түгел, ә етешһеҙлекте бөтөрөүҙә ярҙам итеү. Был, һис һүҙһеҙ, халыҡҡа ла, власҡа ла ҙур ярҙам булыр, гәзиттең популярлығы артыр, уға яҙылыусылар күбәйер ине, тип уйлайым. Кешенең ысын ихтыяждарына, мохтажлыҡ­тарына иғтибарҙы йүнәлтеү һәр саҡ юғары һөҙөмтә биреүсән. Ошо “Инцидент”ты алып барғанда гәзит менән сайттың эшен нисектер берләштереү юлын эҙләр инем – социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәргә яҙылғандар гәзиттең үҙен дә алдырырлыҡ итеп. Ә “Башҡортостан”дың көс-ҡеүәте ҙур әле: беҙҙең заманда тираждың ҡағыҙ варианты 110 мең дана булһа, әле “Бәйләнештә”ге төркөмөндә лә шундай уҡ күрһәткескә еттеләр. Ошо ҙур аудиторияны һаҡлап, уның иғтибарын баҫма гәзиттең үҙенә лә йүнәлтеү юлдарын бергәләп эҙләргә кәрәк.

 

- Мансур ӘЙҮПОВ, “Башҡортостан’’ гәзитенең 1986 – 1989 йылдарҙағы баш мөхәррире

Читайте нас: