“Башҡортостан” гәзите тиһәм, шунда уҡ күңел яҡтырып китә! Бик ҡәҙерле, йөрәккә яҡын, изге урын ул. Ижад юлындағы тәүге уңыштарым, шатлыҡ-ҡаҙаныштарым да тап “Башҡортостан”ға бәйле. “Мине “Башҡортостан” кеше итте!” – тип әйтһәм дә, һис шаштырыу булмаҫ.
Башҡорт дәүләт университетының бишенсе курсында уҡып йөрөгәндә әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлегенә эшкә алдылар. Шатлығымдың сиге юҡ ине! Беренсенән, редакцияла береһенән-береһе абруйлыраҡ журналистар, киң танылған яҙыусылар менән бергә эшләү оло бәхет ине.
Икенсенән, ижади сәфәрҙәр, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар күңелемде байытҡандан-байытты. Редакция үҙе умарта иләүе кеүек гөрләп тора! Көн дә тиерлек ҡыҙыҡлы ҡунаҡтар килә. Бынан тыш, йыл дауамында Башҡортостанды арҡыры-буйға йөрөп сығабыҙ. Тынғыһыҙ, билдәле журналистар, яҙыусылар менән ижади мөхиттә бергә эшләү мине лә әҙәбиәт донъяһына алып килгәндер. 2012 йылда “Ҡалдырма, әсәй!” тигән тәүге күләмле әҫәремде “Башҡортостан” гәзите редакцияһында эшләгән саҡта яҙҙым.
Бөгөн дә “Башҡортостан”, үҙ асылына тоғро ҡалып, халҡыбыҙға, туған телебеҙгә арымай-талмай хеҙмәт итә. Заман башҡа, заң башҡа, тигәндәй, ижади эш алымдары ла үҙгәрә. Бөгөн күпселек халыҡ үҙ телендә мәғлүмәтте интернет аша ала. Был йәһәттән бер быуатлыҡ баҫмабыҙ бүтәндәргә өлгө күрһәтә. Бөгөн “Башҡортостан” гәзите – интернет киңлектәрендә иң күп уҡыусыһы булған республика баҫмаһы. Үҙе бер ғорурлыҡ! Шул уҡ ваҡытта баҫма варианты ла юғары зауыҡ менән, тәрән мәғәнәле итеп сығып килә. Тәрәндән уйлап ҡараһаң, “Башҡортостан” – ул ябай мәғлүмәт сығанағы ғына түгел, ә халҡыбыҙ, телебеҙ йәшәйешенең, ил-йортобоҙ барлығының сағыу символы.
Шағир Евгений Евтушенконың ошондай шиғри юлдары бар:
“Если будет Россия, значит, буду и я”.
Ошо юлдарҙы үҙебеҙсә әйткәндә, Башҡортостаныбыҙ булғанда, “Башҡортостан” гәзитебеҙ сығып килгәндә, беҙ ҙә йәшәйәсәкбеҙ!
Мәңге йәшнә, “Башҡортостан”ым!
- Айгиз Баймөхәмәтов, “Шоңҡар” республика йәштәр журналының баш мөхәррире