Республикабыҙҙың төп гәзитенең үҫешендә, милләттәштәребеҙ алдында абруйлы баҫмаға әйләнеүендә үҙ хәбәрселәрҙең дә өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур.
Тиҫтә йылдан ашыу Бөрйән, Учалы, Белорет, Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ, Арғаяш райондары буйынса гәзиттең үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән Фитрат Яхин уҡыусыларға киң мәғлүмәтле һәм яңылыҡҡа һиҙгер булыуы, сетерекле темаларҙы матбуғатта яҡтыртырға ҡыйыу тотоноуы менән билдәле.
– Республикабыҙҙың төп баҫмаһында эшләү, бер яҡтан, ғорурлыҡ тойғоһо уятһа, икенсе яҡтан, ҙур яуаплылыҡ та талап итте. Күп йөрөргә, кешеләр менән даими аралашырға, йыш ҡына көнүҙәк мәсьәләләрҙе тиҙ генә яҙып, оператив эшләргә кәрәк ине. Ул ваҡытта интернет булманы. Ҡайһы ваҡыт редакция заданиеһы буйынса мәҡәләне яҙам да, иртә менән Өфөгә юлланған рейс автобусына сығара торғайным, мөһим мәғлүмәттәрҙе, һуңламаһын өсөн, телефон аша бирергә лә тура килә ине. Һуңынан факстар сыҡҡас, был проблема хәл ителгәндәй булды. Айына бер тапҡыр беҙҙе, райондарҙағы үҙ хәбәрселәрҙе, редакцияға кәңәшмәгә йыйҙылар. Тәлғәт Сәғитов, Рәлиф Кинйәбаев кеүек талапсан, шул уҡ ваҡытта һәр хеҙмәткәрҙең хәленә инә белгән, оҫта ойоштороу һәләтенә эйә баш мөхәррирҙәр етәкселегендә республикала танылыу яулаған журналистар менән бер коллективта эшләү, улар менән яҡындан аралашыу бәхете йылмайғанға сикһеҙ шатмын, – ти Фитрат Рәхимйән улы.
Гәзитте таратыуға ла ҙур тырышлыҡ һала журналист.
– Сер түгел, элек халыҡ гәзит-журналдарға күпләп яҙылды. Бер ғаилә 5-6 дана баҫма алдырыр ине. Учреждение-предприятие етәкселәре лә был мәсьәләгә ҙур иғтибар бүлде. Мәҫәлән, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының ул ваҡыттағы генераль директоры Ильяс Абдрахманов предприятие хеҙмәткәрҙәренә күпләп “Башҡортостан” гәзитен яҙҙырта ине, – тип хәтер йомғағын һүтте әңгәмәсем.
Талантлы ҡәләм оҫтаһының намыҫлы хеҙмәтен төрлө грамоталар, маҡтау ҡағыҙҙары дәлилләй, 1991 йылда уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем дә бирелә. Әммә Яхин өсөн иң юғары награда – үткер ҡәләме, тапҡыр һүҙе менән яуланған яҡташтарының хөрмәте, әлбиттә.
Бөгөн дә журналистика ветераны гәзит-журналдарҙы күҙәтеп бара, сәйәсәт, тарих менән ҡыҙыҡһына, әҙәби китаптарҙы күп уҡый.
– Яҙмышын мәғлүмәт даирәһе менән бер бәйләгән кеше ошо мөхитте һирәк ташлап китә. Мине лә журналистика тигән ҡатмарлы, яуаплы, тынғыһыҙ, шул уҡ ваҡытта абруйлы, ылыҡтырғыс һөнәр ғүмерлеккә арбаны. Ваҡытты кире бороп булһа, бер нәмәне лә үҙгәртмәҫ инем.
Мәғлүмәт донъяһы хәҙер ныҡ үҙгәрҙе. Интернет селтәре баҫма матбуғатты ҡыҫырыҡлаған кеүек. Ығы-зығылы, йылдам эшләүҙе талап иткән тормош артынан ҡыуып, журналистарҙың уйлау һәләте кәмемәһен, йәнле аралашыуға күберәк иғтибар бирһендәр, мәҡәләлә әйтелгән фекер өсөн яуаплылыҡ тойһондар ине, – тигән кәңәштәрен бирҙе журналистика аҡһаҡалы.
- Римма СОЛТАНОВА