20 йылдан ашыу ғүмерен матбуғатҡа арнаған, үҙенсәлекле яҙыу стиленә эйә билдәле журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Нурия Амангилдина ла олпат баҫмабыҙ – “Башҡортостан” гәзите мәктәбен үткән журналист.
“Башҡортостан” гәзитенә Нурия Амангилдина корректор вазифаһында килеп инә. Корректор булһа ла, гәзиттең ул мәлдәге баш мөхәррир уранбаҫары Марсель Ҡотлоғәлләмовтың, “Әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм мәғариф” бүлеге мөдире Сабир Шәриповтың ҡала кимәлендәге сараларҙы яҡтыртыу буйынса биргән махсус заданиеларын бар күңелен һалып башҡара. Йыл ярымдан ул, ниһайәт, күптәнге мораҙына ирешә – уны гәзиттең “Мәғлүмәт” бүлегенә хәбәрсе итеп күсерәләр. Ә был бүлек, әлбиттә, теүәллекте, етеҙлекте ярата. Амангилдинаны бүлеккә журналист итеп күсергәндә уның тап шул егәрлелегенә, эште гелән йүгереп йөрөп башҡарыуына иғтибар иткәндәрҙер ҙә, моғайын.
Нурия Амангилдинаның редакцияның “Мәғариф”, “Мәҙәниәт”, “Хаттар” бүлектәрендәге хеҙмәтен, ошо өлкәләрҙәге тормошто уҡымлы, ентекле итеп сағылдырған яҙмаларын Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт, Халыҡ мәғарифы министрлыҡтары, Журналистар союзы, Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығы ла юғары баһаланы, Почет грамоталары, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне. Абруйлы ҡәләм оҫталары, журналистар Рәүеф Насиров, Дәүләт Мәһәҙиев, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Аҡмал Саптаров, шағирҙар Риф Тойғонов, Хәсән Назар, яҙыусы Сабир Шәриповтар менән бергә эшләү бәхетен дә яҙмыш бүләге тип иҫәпләй Нурия апай.
“Айырыуса ҡәләмдәшем Зөһрә Ҡотлогилдина, осраған һайын, әйҙә, күберәк яҙыш әле һин, тип күңелде күтәреп ебәрер ине. Марсель Ҡотлоғәлләмов иһә, журналға китеп эшләй башлаған еремдән, һин гәзит кешеһе, һин үҙебеҙгә кәрәк, тип гәзиткә кире ҡайтарып алды. Элекке баш мөхәрриребеҙ Тәлғәт Сәғитовҡа ла йылы кәңәштәре өсөн бурыслымын. Уның: “Һин булдыра алаһың бит ул, Нурия, ҡулыңдан бөтә эш килә”, – тигән һүҙҙәре әле булһа иҫемә төшөп, күңелемә ҡанат ҡуя.
Ғәҙәттә, пенсияға сыҡҡанда ҡайһы берәүҙәр үҙенең киләсәген күҙ алдына ла килтерә алмай, артабан нишләргә, тип албырғабыраҡ ҡала. Нурия апай һис аптырап ҡалмай. Тәбиғәттән ҡыҙыҡһыныусан холҡо уны, инде хаҡлы ялға әҙерләнгән кешене, яңы һөнәрҙәр үҙләштереүгә этәрә. Шулай итеп, Нурия Амангилдина тегенсе, массаж яһаусы, хатта юрист һөнәренә лә уҡып ала. “Әлбиттә, тормошта миңә был һөнәрҙәрем ярҙам итмәй ҡалманы. Күлдәктәр ҙә тегеп кейҙем, оҙаҡ ҡына сирләгән әсәйемә массаж яһап, быуындарын йомшарттым, хоҡуҡи белемемде лә көндәлек тормошта юҡ-юҡта ҡулланып ҡуям. Әммә журналист журналист инде, барған, уҡыған бар еремдә буласаҡ материалдарыма геройҙар барлайым. Тағы ла бик күп үҙенсәлекле яҙмышлы кешеләрҙең исемдәрен яңғыратҡы килә республикаға”, – ти ул.
Бөгөн дә үҙенең гәзитенә тоғро Нурия апай. “Башҡортостан”ды уҡымай ҡалған көнөм юҡ. Йәш журналистар гәзиттең элекке традицияларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен юғалтмаһын, етеҙ, хәрәкәтсән булһын. Журналист бүлмәлә генә ултырып эшләргә тейеш түгел бит, шуны онотмаһындар. Эҙләнһендәр, донъя күрһендәр, ил гиҙһендәр. Гәзиттә эшләү дәүеремдә миңә республикала ғына түгел, Ырымбур, Пермь өлкәләренә, Мәскәү, Ҡазан, Түбәнге Тагил ҡалаларына ла командировкаларға барып, ундағы әһәмиәтле сараларҙы яҡтыртырға насип булды, шуға ҡыуанам”, – ти ул.
Ғүмер ҙә – оло сәйәхәт, Нурия апай. Сәйәхәтегеҙ артабан да матур тәьҫораттарға бай булһын, юлығыҙҙа үҙегеҙ кеүек алсаҡ, ярҙамсыл кешеләр осрап торһон!
- Наилә НУРҒӘЛИНА