Фәүзиә Мөхәмәтшина – “Башҡортостан” гәзитендә һөнәри тәжрибәһен нығытып, ошонда бихисап йылдар хеҙмәт бурысын атҡарған журналистарҙың береһе. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты. Талантлы ҡәләм эйәһе бөгөн дә әүҙем яҙышыусы журналистар сафында ҡала.
Йәмғиәтебеҙҙә барған ваҡиғаларға, беҙҙе уратҡан мөхиткә битараф ҡала алмаған Фәүзиә апай һәр төрлө темаға – мәғариф өлкәһеме, социаль мәсьәләләрме, хатта торлаҡ-коммуналь хужалығымы – тос мәҡәләләр яҙа. Үткер ҡәләмле журналист йәшерәк быуын ҡәләмдәштәре өсөн үҙ эшеңә яуаплы һәм яратып ҡарау өлгөһө булып тора.
... Алыҫ 1975 йыл. Яңы ғына университет тамамлап, ҡулына диплом алған йәш белгес Фәүзиә Иҙелбаева тыуған яғы – Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылына ҡайтып, уҡытыусы булып эш башлай. Аҙағыраҡ юлы Баймаҡтың ул саҡтағы “Октябрь байрағы” район гәзитенә илтә, ул бында тәржемәсе бурысын атҡара. Тора-бара “Башҡортостан” гәзит-журнал нәшриәтендә корректор, “Башҡортостан пионеры” гәзитендә хәбәрсе булып эшләп, тәжрибә туплай, оҫтара бара.
Йәш журналистың балалар гәзитендә баҫылған мәҡәләләрен абруйлы “Совет Башҡортостаны”нда ла күҙәтеп барғандар икән. Тырыш, ҡәләме лә талантлы булырға оҡшаған йәш белгесте ошо редакцияға эшкә саҡырғастар, ул ғәжәпкә ҡала, шатлығы эсенә һыймай. Әйтерең бармы – республиканың башҡорт телендә сыҡҡан төп баҫмаһы, ғәжәп абруйлы, дәрәжәле гәзит йәш журналисты эшкә саҡырып торһон әле!.. 1981 йыл була был.
– Ул саҡта “Совет Башҡортостаны”ның эргәһенә лә барырға ҡыймай инек, эш һорап йөрөүҙе әйтергә лә түгел! Гәзит үҙе эҙләп, һайлап, һынап ҡарап ала ине хеҙмәткәрҙәрен, – ти Фәүзиә апай. – Һәммә кеше гәзитте алдыра, һәр өйҙә тиерлек уҡыйҙар, унда яҙылғандар бәҫле, һүҙе үтемле! Редакцияла береһенән-береһе абруйлы, билдәле ағайҙар эшләгән мәл ине ул. Баш мөхәррир шул дәүерҙең легендар шәхесе тип аталырға хаҡлы Абдулла Исмәғилев ине.
Әниф Бикҡолов мөдирлегендәге мәғлүмәт бүлегендә эш башлаған ҡыҙҙы хаттар бүлегенә етәкселек иткән Дәүләт ағай Мәһәҙиев, хаҡлы ялға сыҡҡанында, үҙенең урынына ҡалдырып китә. Фәүзиә гәзиттәге иң яуаплы бүлектәрҙең береһенә етәкселек итә башлай. Был бүлектән кеше өҙөлмәй: ярҙам һорап, ғәҙеллек һәм яҡлау эҙләп төрлө райондарҙан көн дә тиерлек киләләр.
Хаттар бүлегенә ул саҡта гәзит уҡыусыларҙан ҡосаҡ-ҡосаҡ хат килә – кешеләр үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр тураһында яҙа, ҡатмарлы хәлгә бәйле ярҙам һорап та мөрәжәғәт итә. Айырыуса киҫкен темаға яҙылғандары буйынса командировкаларға сығып, мәсьәләне асыҡлап, “Хат юлға саҡыра” рубрикаһын әҙерләй хәбәрселәр. Мәҡәлә баҫылыу менән уның һөҙөмтәһе лә күренә: проблема хәл ителә башлай, кешеләр һүҙ ярҙамын тоя.
– Яҙғандарыбыҙҙың бушҡа түгел икәнен, аныҡ һөҙөмтәләр биргәнен күреү тағы ла дәртләнеберәк эшләргә ҡанатландыра ине, – ти Фәүзиә апай.
...Гәзиткә өс тиҫтә йылға яҡын ғүмерен бағышлай Фәүзиә апай Мөхәмәтшина. Тос тәжрибәһен редакцияға килгән йәш коллегалары менән дә уртаҡлаша. 2008 йылда хаҡлы ялға сыға, әммә өйҙә оҙаҡ ултырырға тура килмәй – “Киске Өфө” гәзитенә эшкә саҡыралар. Шул ваҡыттан алып әлегә ҡәҙәр Фәүзиә апай Мөхәмәтшина ошо редакцияла хеҙмәт итә, тос фекерле, ҡыҙыҡлы мәҡәләләр яҙа, улар аша үҙенең әүҙем гражданлыҡ позицияһын уҡыусыларға еткерә, уларҙы уйланырға мәжбүр итә. Бурысына яуаплы ҡараған, журналислыҡты ғүмерлек һөнәре итеп һайлаған матбуғат ветеранына оҙаҡ йылдарға етерлек һаулыҡ, ижади илһам теләйбеҙ.
- Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА