Бөтә яңылыҡтар

Көн дә, күңелдәр ҙә салт аяҙ булды

Күп милләтле төбәктә һабантуй үтте.

Федоровка районы хеҙмәтсәндәре лә, яҙғы сәсеү эштәрен тамамлағандан һуң, оло байрамға йыйылды. Һабантуйҙа ауыл хужалығы алдынғыларын ҡотланылар, бүләктәр бирҙеләр. Ауыл хужалығы техникаһы парады булды.

Байрам сауҙаһы ҡайнап торҙо. Төрлө милләт үҙ тир­мәһен ҡорған, һәр береһендә яҡты йөҙлө хужалар ҡунаҡ­тарҙы икмәк-тоҙ менән ҡаршы ала, милли ризыҡтарҙан ауыҙ иттерә.

Балыҡлыбаш ауылынан Кәши­фә Абдуллина, Люциә Ҡадирова – сигеү өлгөләре, Нәзирә Дәү­ләт­баева төрлө-төрлө һөт ризыҡтары менән һоҡландырҙы, Әлфиә Юлғот­лина ырғаҡ менән бәйләгән ҡул эштәрен тәҡдим итте. Айрат Моратшин ағастан сәс­кәләр, ҡум­талар, һауыт-һаба яһай икән. “Бүләк” ауыл хужалығы кооперативы еләк-емеш үҫтереп, бешергән ризыҡтарында шуны ҡуллана. Бөгөнгө күргәҙмәлә халыҡҡа тел йоторлоҡ сәк-сәк тәҡдим ителгәйне. Әйткәндәй, кооператив АгроКомплекс агро­сәнәғәт форумында “Иң яҡшы продукт” конкурсында I дә­рәжә дипломға лайыҡ булған.

Мордва ауылы Алешкинда “Шифалы үләндәр” ауыл хужалығы кооперативы хуш еҫле үләндәрҙе, емештәрҙе киптереп, сәй эшләп һатыуға сығара. Был шөғөлгә бигерәк тә сыуаш ҡатындары оҫта икән. “Районда биш милләт халҡы – башҡорт, татар, рус, сыуаш, ма­риҙар татыу, дуҫ йәшәй. Улар тыу­ған төйәген үҫтерергә, байытырға, йәм­ләргә тырыша”, – ти район хакимиәте башлығы Венер Фәрит улы Насретдинов.

Концерт майҙансығында район­дың һәүәҫкәр артистары, ижади коллективтары сығыш яһаны. Ат сабышын, милли көрәш, уғатарҙар ярыштарын һәм башҡа спорт сараларын халыҡ яратып ҡараны.

Башҡорт дәүләт универси­тетының Стәрлетамаҡ филиалы командаһы ла халыҡ байрамына ныҡлы әҙерләнеп килгән. Улар “Киләсәгеңде төҙө” исемле һөнәри йәр­минкәлә ҡатнашып, вуз һәм колледжда уҡыу үҙенсәлек­тәре менән таныштырҙы. Колледж студенттары “Геоскан” пилотһыҙ осоу аппараттарын күрһәтте, уның мөмкин­лектәре тураһында һөйләне. Бигерәк тә йәштәргә виртуаль ысынбарлыҡҡа алып ингән күҙлек оҡшаны.

Һабантуйҙа һәр милләт, туғай­ҙағы аллы-гөллө аҫыл сәскә кеүек, үҙ төҫө, үҙ йөҙө менән балҡыны. Был балҡыш һәр кемдең күңеленә яҡты нур булып яғылды.

- Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА,

Федоровка районы

Читайте нас: