Эстонияның Палдиски ҡалаһына беҙ 1996 йылдың октябрендә, Республика көнөнә ҡарай барҙыҡ. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, медицина фәндәре кандидаты Ғәлимә Мәмбәтҡолова, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, яҙыусы, журналист Фәрзәнә Аҡбулатова, “Төньяҡ амурҙары” клубы ағзаһы Рөстәм Исҡужин һәм мин онотолмаҫ сәфәрҙә булып, бөтмәҫ-төкәнмәҫ тәьҫорат алып ҡайттыҡ.
Ул саҡта “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһында журналист инем. Салауат Юлаевтың һуңғы эҙҙәрен һаҡлаған илгә барырға теләгемде белдергәс, директорыбыҙ Даларис Ғабдуллин ҡуш ҡуллап риза булды. Командировкаға китер алдынан: “Оператор менән камераны бирә алмайым. Бик ҡыйбатҡа төшә. Үҙең урында мәсьәләне хәл итерһең”, – тине. “Таллиннфильм” был йәһәттән ярҙам ҡулы һуҙҙы. Яллаған операторыбыҙ, Палдискиға килеп, бер-ике сәғәт видеофильм төшөрөп китте. Сәғәтенә йөҙәр доллар аҡса алды. Әйткәндәй, Таллинн Палдиски ҡалаһынан илле саҡрым самаһы йыраҡлыҡта урынлашҡан.
Эстонияға беҙ, башҡорт халҡының абруйлы вәкилдәре булараҡ барып, оло ихтирам ҡаҙанып ҡайттыҡ. Бының менән ныҡ ғорурланам. Сәфәребеҙҙең башынан аҙағынаса беҙҙе эстон ҡыҙы Реетт Тобре оҙатып йөрөнө.
1718 йылда Петр I фарманы менән бында Рогервик (швед теленән тәржемәһе – “арышлы”) исемле хәрби портҡа нигеҙ һалына. Аҙаҡ был исем Балтик портына, Балтискиға әүерелә, шунан Палдиски булып китә. Салауат Юлаев атаһы Юлай Аҙналин менән бында 1775 йылдың 2 октябрендә мәңгелеккә һөргөнгә ебәрелә. Батырыбыҙ ҡырыҫ климатта 25 йыл таш аҡтарып, 1800 йылдың 26 сентябрендә вафат була.
Палдиски совет осоронда СССР-ҙың хәрби-диңгеҙ базаһы булған. Унда төрлө йылдарҙа һыу аҫты кәмәләре, торпеда катерҙары, хатта эсминецтар торған. Заманында СССР һыу аҫты флоты өсөн әҙерлек үҙәге лә ошонда урынлашҡан. Беҙ барғанда уларҙың береһе лә ҡалмағайны.
Палдиски ҡалаһындағы Башҡортостан көндәре буйынса бай йөкмәткеле программа “ПЕТСЕРИМАА” йәмғиәте рәйесе Реет Тобре һәм Палдиски ҡалаһы идаралығының мәҙәниәт һәм мәғариф буйынса кәңәшсеһе Айли Мельдер тарафынан тәфсирләп төҙөлгәйне.
11 октябрҙә Салауат Юлаевтың постаменты янында Палдиски мэры Яан Мельдер митинг үткәрҙе. 1994 йылда, буталыш-солғаныш мәлендә, төҫлө металл бурҙары милли геройыбыҙҙың бюсын сәлдергән ине. Бюст юҡҡа сығыу менән Реет Тобре Башҡортостанға хәбәр ебәрә һәм ошо ауыр мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләү өсөн делегация саҡырта. Журналистар Закир Зиннәтуллин, Фәрзәнә Аҡбулатова, табип Ғәлимә Мәмбәтҡолова, “Төньяҡ амурҙары” клубы етәксеһе Рөстәм Исҡужин үҙ иҫәптәренә шунда уҡ юлға сыға. “Закир Зиннәтуллин эрудициялы, тарихты тәрән белгән, бик мәғлүмәтле, мәҙәниәтле кеше ине. Халыҡ дипломаты ролен үтәргә Балтик буйында хеҙмәт итеүе лә ярҙам итте. Ул үҙен ысын ир-егет, сәйәсмән, журналист итеп күрһәтте. Урындағы власть менән дәрәжәле һөйләшеү алып барғанда, Закир башҡорт халҡының сәйәси аҡылын кәүҙәләндерҙе”, – тип һөйләй бөгөн Фәрзәнә Аҡбулатова.
Ике ил араһында рухи-мәҙәни күпер һалған егеттәр һәм ҡыҙҙар Башҡортостанға ҡайтҡас, Салауат һәйкәлен яңынан тергеҙеү буйынса түңәрәк өҫтәл ойоштора, милли матбуғат биттәрендә яҙып сыға. Уларҙың хеҙмәте был тәңгәлдә баһалап бөткөһөҙ ҙур.
Бер йыл үткәс ойошторолған әлеге сәфәребеҙ ҙә Эстония менән Башҡортостан араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу, Салауатыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү, ҡуйыласаҡ бюстың яҙмышын яңы барлыҡҡа килгән дәүләттең яуаплылығына тапшырыу ине.
Беҙ Салауатыбыҙҙың тыуған яғынан тупраҡ килтергәйнек. Шуны постамент нигеҙенә һалғанда тәндәр эҫеле-һыуыҡлы булып китте, күңел тулды, күҙҙәребеҙ йәшләнде. Батырыбыҙҙың рухы ныҡ шатланғандыр инде...
Мэр Яан Мельдер бүләктәребеҙҙе, күстәнәстәребеҙҙе ҡыуанып ҡабул итте. Башҡорт халҡының арҙаҡлы улына яңы бюст ултыртып, артабан һаҡлау сараһын күрәсәкбеҙ, тип вәғәҙә бирҙе.
Эстондар беҙҙе өрмәгән ергә ултыртманы, тиһәк тә, хата булмаҫ. Пакри ярымутрауы буйлап экскурсия үткәрергә махсус кеше билдәләнеләр. Бик итәғәтле, баҫалҡы ине Ильмар Лахеранд әфәнде. Ул беҙгә һөргөндәгеләр таш аҡтарған текә ҡаяларҙы күрһәтте, арбалар менән таш ташыған һуҡмаҡтарҙан алып йөрөнө.
Мәҙәниәт үҙәгендә “Сысары” фольклор ансамбле менән осрашыу ныҡ күңелле үтте. Милли кейемдәге эстон ҡатындарының тауышы бик көр ине, ирҙәре лә бирешмәй. Гөрләтеп йырлап, дөбөрҙәтеп бейеп торалар! Беҙ ҙә улар менән бергә бейеп алдыҡ.
Эстондар фин-уғыр телле халыҡтарҙы ныҡ тарта. “Фенно-Угрия” фонды төҙөп, ул осорҙа йыл һайын Туғандаш халыҡтар көнө үткәрелә ине. “Сысары” фольклор төркөмө менән танышыу ҙа шул сара сиктәрендә ойошторолдо. Ханты, манси, мадъяр, коми, удмурт, мордва, мари, карел, фин һ.б. халыҡтар сафына төрки телле сыуаштарҙы ла индерергә кәрәк, тигән кешеләр булды осрашыу мәлендә. Йәнәһе лә, телдәрендә фин-уғыр һүҙҙәре лә осрай. Шулай аралашыу бик йәнле барҙы. Һәүәҫкәр артистарҙың барыһы ла Салауатыбыҙҙы яратып һөйләне, башҡорттарҙың тормош-көнкүреше менән ихлас ҡыҙыҡһынды.
Мостай Кәримдең “Салауат” трагедияһында батырҙың эстон балыҡсыһы ҡыҙы Ану менән мөхәббәте тасуирлана. Был хаҡта беҙ Палдиски кешеләренән, тарихсыларынан белештек. Береһе лә ундай тарихты белмәй ине. “Был – яҙыусы фантазияһы”, – тинеләр. Бер туҡтауһыҙ таш аҡтарған бығаулы, йонсоу, танауы ҡырҡылған, маңлайына, битенә мөһөр баҫылған кешеләр өсөн һөргөндә ғишыҡ өсөн урын булдымы икән? Әйтеп булмай...
Ҡайҙа ғына сәфәр йөрөмәнек беҙ! Бер ресторанда онға әүәләп ҡыҙҙырылған банан телде йоторлоҡ ине. Ә кеҫәл! Ундай ҡуйы, иҫ киткес тәмле эсемлекте башҡаса ғүмерҙә лә татып ҡарағаным булманы.
Эстонияла халыҡ бәләкәй генә сынаяҡтан ҡәһүә эсә. Тәүҙә ысын ҡәһүә ныҡ танһыҡ ине. Аҙаҡ баш ауырта башланы. Ҡан баҫымы күтәрелде, ахыры. Һорап, ҡайҙа барһаҡ та сәй әҙерләтә башланыҡ. Башҡорт шул сәй эсә бит инде рәхәтләнеп...
Палдиски ҡалаһында борон һөргөндәгеләр өсөн мәсет тә булған, тип һөйләнеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул емерелгән. Әсирҙәр һыуыҡ казармала йәшәгән, тип яҙа торғайнылар. Фараз ителгәнсә, бер таш бинаны күрһәттеләр. Унда совет осоронда йәшелсә, еләк-емеш һаҡлағандар икән. Ике ҡатлы стена араһы ҡыуыш. Шунда һаҡсылар йөрөгән, тиҙәр. Шул ҡыуыш термос ролен үтәгән, бина эсендә йәйен-ҡышын бер температура һаҡланған.
Мәсет урынынан һуң һөргөндәгеләрҙең боронғо зыяратын күрҙек. Салауат Юлаев ерләнгән ерҙе ҡараныҡ. Бәхәсле урын булһа ла, ул урынға бер ҡасан да йорт-фәлән төҙөмәгәндәр. Бушлыҡ. Шунда ла милли геройыбыҙға быуаттар буйы һаҡланған ихтирамды аңланыҡ.
Палдиски менән хушлашыу ауыр булды, сөнки Салауат батырҙың постаменты буш ине. Уның ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ ҡарашы оҙатып ҡалманы. Әммә беҙ, башҡорт илселәре, иң ауыр дәүерҙә Эстония менән Башҡортостан араһында рухи-мәҙәни күперҙе нығытыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ.
Бөгөн Палдискиҙа Салауатыбыҙҙың яңы һәйкәле тора. Бейек постаменттан ул беҙгә: “Мин үлмәнем, башҡорттарым!” – тип әйтә кеүек.
- Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА