Бөтә яңылыҡтар

Һөнәрлеләр биҙәй донъяны

Йәрмәкәйҙең аҫыл ташы улар!

Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Ҡайһы бер кешегә һәләт өйөлөп бирелә. Нимәгә тотонһа, шул ҡулынан килә!

Йәрмәкәй яҡтарына барғанда ла ошондай таланттарҙы күреп, һоҡланып ҡайттыҡ.

Район мәҙәниәт һарайында эшләп килгән “Аҡ ҡалпаҡ” йыр ансамбле һәм “Йәрмәкәй егеттәре” гармунсылар коллективы – төбәктең генә түгел, ә республика сараларының да биҙәге.

 

 Күңелдәренән дә, ҡулдарынан да матурлыҡ түгелә

 

“Аҡ ҡалпаҡ”ҡа 10 гүзәл зат йөрөй. Уға Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Ханнанова етәкселек итә. Был коллективты ул хаҡлы ялға сыҡҡас ойоштороп ебәрә.

– Бында йыр-моң яратҡан гүзәл зат тупланған. Үҙебеҙҙә генә түгел, башҡа райондарға ла сығабыҙ, конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Мәҫә­лән, “Мин һине яратам, тормош!” республика конкурсында икенсе дәрәжә диплом яуланыҡ, – тип коллективы тураһында ихлас һөйләне ансамбль етәксеһе.  

Йырҙар менән сығыш яһап ҡына ҡалмайҙар, боронғо йола – “Кис ултырыу”ҙы ла тергеҙгәндәр. Хатта күрше ауылдарға барып та ошондай йылы осрашыуҙар уҙғаралар. Яҡташтарын данлаған, хәтер кисәләре лә – тарихҡа, уның шәхестәренә ихтирам билдәһе.

 Ошо ансамблгә йөрөгән һәр гүзәл заттың ҡул эшенә маһир булыуы менән дә үҙенсәлекле улар. Аҙ ғына буш ваҡыт эләккәндә лә бәйләмгә үрелә Йәрмәкәй уңған­дары. Тәнзилә апай үҙе – мамыҡ шәлдәр бәйләү оҫтаһы.

– Мин – Ырымбур ҡыҙы. Шуға ла шәл бәйләргә яратам. Уҡырға төшмәҫ элек үк бәйләргә өйрән­гәйнем. Элек бала саҡта атай-әсәйем 20-шәр кәзә аҫраны. Ғаиләлә дүрт ҡыҙ үҫтек, әсәйем менән бергәләп йылына 20-шәр шәл бәйләп өлгөрттөк. Уҡып, һөнәр­ҙәр алғанда ла был шөғөлөбөҙ ярҙам итте, – тип һөйләне Тәнзилә Ханнанова.

“Аҡ ҡалпаҡ”та шөғөлләнгән Альбина Нуриеваның да күҙҙең яуын алырлыҡ ҡул эштәрен күрҙек. Кофта булһынмы, башалтаймы, башҡа бәйләмме – һәр береһе үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ.

– Бер ҙә тик ултырған юҡ. Телевизор ҡарағанда ла ҡулда бәйлә­мем. Үҙебеҙ ҙә файҙаһын күрәбеҙ, бүләккә лә матур, – ти ул.

Ә бына Флория Минәшина – сәйләндән картиналар эшләү оҫта­һы. Был ҡыҙыҡһыныу ике-өс йыл элек барлыҡҡа килә, айырыуса уға тәбиғәт күренештәрен һынлан­дырыу оҡшай. Шулай уҡ ошо ансамблгә йөрөгән Сирина Арыҫла­нова ла – картиналар эшләү оҫтаһы, ул бынан дүрт-биш йыл элек алмас менән картиналар сигеүҙе үҙ иткән.

Күптәребеҙ бала сағын иҫенә төшөрһә, әсәй-өләсәйҙәребеҙҙең һарыҡ йөнөн иләп, орсоҡ өйрөлтөп ултырғандары күҙ алдына киләлер. Һатыуҙа күпләп әҙер ептәр килеп сыға башлағас, ҡатын-ҡыҙға эш еңелләште. Шулай ҙа элеккесә һарыҡ йөнөн үҙе иләгән тырыштар ҙа бар әле. Йәрмәкәй яҡтарында уларҙың береһе – Зәриә Ғәлимова менән таныштыҡ.

– Һарыҡ йөнөн үҙем эшкәртәм. Бәйләү өсөн яҙғы йөндө ҡулланам, сөнки ул йомшаҡ була. Ә көҙгө йөндән, ғәҙәттә, быйма баҫалар, – ти ойоҡбаш, бейәләй, шарфтар бәйләгән апай.

Бәйләмгә генә шәп түгел, өлгөр ханымдың кәзәләр аҫрап, ҡымыҙ яһау оҫталығын да яҡындары белә.

Зөлфиә Шайганова – бәйләүҙән тыш, тегеү оҫтаһы. Нимәгә тотонһа, шул ҡулынан килә. Кәрәк икән, кос­тюм йәки күлдәк, көндәлек тормошта кәрәкле бар нәмәне лә үҙ ҡулдары менән булдыра.

“Аҡ ҡалпаҡ”тан тағы ла бер гүзәл ханым – Нурия Мифтахованың да күңеле матурлыҡҡа ынтыла. Ул баҡса ҡарау, сәскәләр үҫтереү менән мауыға. Тормош иптәшенә умарталар ҡарашып та, был шөғөлдөң нескәлектәрен өйрәнә.

Ана шулай, ҡулығыҙҙан һөйө­нөп, артабан да гүзәллек тыуҙырып йәшәгеҙ, Йәрмәкәй апайҙары!

 

Гармун моңо танһыҡ

 

Район мәҙәниәт йортонда Рәйес Ханнанов етәкселегендә эшләп килгән “Йәрмәкәй егеттәре” ансамбле менән дә таныштыҡ. Үҙҙәре гармунда уйнап йырлаған ир-егет­тәрҙе сәхнәлә йыш осратмаҫһың. Төрлө һөнәр эйәләрен берләштер­гән был ансамбль: араларында хаҡлы ялдағы хәрбиҙәр ҙә, водителдәр ҙә, малсылар ҙа, механизаторҙар ҙа бар.

Билдәле йырсыларҙың репертуарына ингән “Уфтанма”, “Оҙаҡ торҙо атым, сапманы”, “Онотолор тимә” йырҙарының авторы булған Рәйес Ханнанов – ошо Йәрмәкәй еренең таланты. Тәүге йырын 15 йәштәрҙә ижад итә һәм бар ғүмерен мәҙәниәткә арнай, районда мәҙәниәт бүлеге мөдире кеүек яуаплы вазифаны ла башҡара.

– Тәүҙә тальян гармунда уйнаным. Атайым оҫта булғас, уға ҡарап өйрәндем. Дүрт-биш йәштәрҙән ҡулымдан гармун төшмәне, тиһәм дә була, – тине Рәйес ағай.

“Йәрмәкәй егеттәре” ансамбле бынан биш йыл элек барлыҡҡа килә. Иң беренсе уға Башҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмиз Ғәбиҙуллин етәкселек итә. Һуңғы бер йылдан ашыу коллективты Рәйес Ханнанов етәкләй. Ансамблгә йөрөгәндәрҙең һөнәрҙәре лә, йәштәре лә төрлө. Иң өлкәненә 70 йәш булһа, иң йәше 50-нән уҙған. Уларҙың барыһын да сәхнә, гармун моңо берләштерә.

Йәрмәкәйҙә уҙғарылған сара­ларҙы ғына биҙәп ҡалмайҙар, республикала ла уларҙың исеме яҡшы таныш. Мәҫәлән, бынан ике йыл элек Яңауылда “Моңға бай гармун байрамы” республика конкурсында икенсе урынды яулағандар.

Йәрмәкәй гармунсыларын тың­лағанда күп замандаштары йәш саҡта клубтарҙа береһен береһе алмаштырып уйнап ауылдаштарын бейеткән мәлдәрҙе һағынып иҫкә алалыр. Шуғалыр ҙа гармун көй­ҙәре айырыуса күңелдәргә танһыҡ.

- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА,
Йәрмәкәй районы

Читайте нас: