Бөгөн Баймаҡ районының Беренсе Төркмән ауылындағы Туғажман тауында мәшһүр ҡурайсы һәм йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 110 йыл тулыуға ҡарата стела асылды. Әйткәндәй, Туғажман тауында донъяла ҡурайға берҙән-бер һәйкәл бар. Ул Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миҙхәт Байрамғоловтың тырышлығы менән барлыҡҡа килгән ине.
Ҡурайсыға таҡтаташты Сибай ҡалаһынан эшҡыуар Радик Ғибәҙуллин эшләгән, бағыусылар булып "Ирәндек" хәйриә фонды директоры Нияз Атанғолов һәм эшҡыуар Фәнис Кәримов сығыш яһаған.
"Ҡурайсыһын данлай Туғажман" мемориаль таҡтаташында ошо төбәктә тыуып, төрлө сәхнәләрҙә ҡурай данын яңғыратҡан 25 ҡурайсының исем-шәрифе яҙылған. Хәҙер Ҡурай һәйкәле янында ҡурайсыларға ла иҫтәлек урын булдырылды.
Иртәгә, йәғни 18 июнь көнө, Моҫтай ауылы янындағы йәйләүҙә Ҡурай байрамы дауам итәсәк. Бында төбәк-ара ҡурайсылар бәйгеһе үтә, шулай уҡ иң шәп таҡмаҡсыларҙы ла көтөп ҡалалар.
Фото: Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.