Бөтә яңылыҡтар

"Гөлдәр"ҙәр Мәскәүҙән еңеү менән ҡайтты!

Сибай ҡалаһының "Гөлдәр" өлгөлө бейеү ансамбле (етәксеһе - Луиза Яхина) Мәскәү ҡалаһында үткән фестивалдә Гран-при яуланы.

"Гөлдәр"ҙәр Мәскәүҙән еңеү менән ҡайтты!
"Гөлдәр"ҙәр Мәскәүҙән еңеү менән ҡайтты!

"Гөлдәр" өлгөлө бейеү ансамбле - Сибай ҡалаһының йөҙөк ҡашы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Яхина етәкләгән коллективта  балаларға бейеү сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләнеп кенә ҡалмай, төрлө милләт бейеүҙәрен өйрәнәләр, иң мөһиме конкурстарҙа ҡатнашып, һәр саҡ призлы урын яулайҙар.

Күптән түгел "Гөлдәр"ҙәр йәнә бер оло еңеүгә лайыҡ булды.  Мәскәү ҡалаһында балалар һәм үҫмерҙәр ижадының 31-се Халыҡ-ара "Мин булдырам" проекты сиктәрендә үткәрелгән "Баш ҡала йондоҙҙары" исемле фестиваль-конкурста "Башҡорт сувениры" бейеүе менән Гран-при яуланы.

Бәйгелә илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 72 ансамбль ҡатнашҡан. Чита, Силәбе, Брянск, Пенза, Ҡазан һәм башҡа ҡалаларҙан килгән иң көслө ансамблдәр араһында Сибай балалары лайыҡлы сығыш яһаны. Шулай уҡ ансамблдән "Йәнтүрә" исемле яңғыҙ бейеү менән Әҙилә Хоҙайбирҙина һәм Илнур Хәсәнов 1-се дәрәжә лауреат булған.

Афарин, "Гөлдәр"ҙәр! Һәр саҡ шулай сәхнәләрҙә төрлө гөлдәр кеүек балҡып бейегеҙ, оло еңеүҙәр яулағыҙ!

Фото: Луиза Яхина.

"Гөлдәр"ҙәр Мәскәүҙән еңеү менән ҡайтты!
"Гөлдәр"ҙәр Мәскәүҙән еңеү менән ҡайтты!
"Гөлдәр"ҙәр Мәскәүҙән еңеү менән ҡайтты!
"Гөлдәр"ҙәр Мәскәүҙән еңеү менән ҡайтты!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: