Бөтә яңылыҡтар

Һигеҙ өйҙән торған ауыл матур байрам уҙғарҙы

Әлшәй районының Ҡунҡаҫ ауылында тәүге тапҡыр “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте.

Һигеҙ өйҙән торған ауыл матур байрам уҙғарҙы
Һигеҙ өйҙән торған ауыл матур байрам уҙғарҙы

Кисә Әлшәй районының Ҡунҡаҫ ауылында“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте. Сара ауылдың барлыҡҡа килеүенә 260 йыл тулыуға арнап ойошторолдо.

Ҡунҡаҫ – бик үҙенсәлекле ауыл. Бында әлеге ваҡытта һигеҙ генә йортта кеше йәшәй. Ауылдың оло кешеләре һәм тарихсылар билдәләүенсә, Ҡунҡаҫтың тарихы 260 йыл менән генә сикләнмәй, йәғни был дата тарихи сығанаҡтарҙа ауыл хаҡында теркәлгән мәғлүмәткә таянып иҫәпләнгән. “XVI быуатта Рус дәүләтенә ҡушылып, аҫабалыҡ хоҡуғын нығытыу ниәте менән Иван Грозныйға барған башҡорттар араһында Ҡунҡаҫ исемле кеше лә булған. Мин ауылыбыҙҙың тарихы шул мәлдәрҙән үк башлана тип уйлайым”, - ти ошонда тыуып үҫеп, БДУ-ның тарих факультетын тамамлаған Альберт Шәрәфетдинов.

Байрамды үткәреүгә Ҡунҡаҫ ауылы халҡы, ситкә күсеп китеп төпләнеүгә ҡарамаҫтан, тыуған ауылы менән бәйләнеште өҙмәгән әүҙемселәр ҙур көс һалған. Улар араһынан ауыл старостаһы Фәһим Ильясов, Фәнүр Сәлимйәнов, Гөлнур Ғиззәтуллина, Гөлфиә Әхмәтйәнова, Рәмил Ғәлиуллин һәм башҡа бик күптәрҙе билдәләп үтергә кәрәк. Шулай уҡ Ҡунҡаҫ ауылы ҡараған Себенле ауыл Советы хакимиәтенә, уның башлығы Таһир Рәйес улы Кашаповҡа, ойоштороу эштәрендә ярҙам иткән Люция Кашаповаға, Тания Миңлеғоловаға, Илиза Нәғимоваға һәм башҡа бик күптәргә ихлас рәхмәтен белдерҙе байрамға тип ашҡынып ҡайтҡан ауылдаштар.

- Ҡунҡаҫ ауылы халҡы элек-электән берҙәмлеге, эшһөйәрлеге, йор һүҙле, йыр-моңға талантлы булыуы менән билдәле булды, - тине үҙенең сығышында район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Мирғәсим Әкимбәтов. Ул район хакимиәте башлығы Дамир Мостафиндың да ҡотлау сәләмен еткерҙе. Әйткәндәй, байрам алдынан район хакимиәте ауыл халҡына ҙур бүләк эшләгән: юлға ҡырсын түшәп, төҙөкләндереүгә булышлыҡ иткән.

Ауыл старостаһы Фәһим Ильясов Ҡунҡаҫҡа тоғро ҡалып, атай нигеҙен һыуытмай йәшәп ятҡан ауылдаштарының йәшәйеше менән таныштырҙы.

- Әле ауылыбыҙҙа һигеҙ өйҙөң мөрйәһенән төтөн сыға. Иң ололары Рәмилә һәм Ринат Ниғмәтйәновтар булһа, иң йәш ғаилә – Фидалиә һәи Илшат Ильясовтар. Һәр хужалыҡта биш-алты баш һыйыр малы, һарыҡ, йылҡы аҫрала. Яңғыҙ йәшәгән ир-егеттәр ҙә бар. Тағы ла шуны айырып әйтеп үтер инем: ауылда эскелек бөтөнләй юҡ. Барыһы ла тырышып, мал көсөнә таянып донъя көтә, - тине ауыл старостаһы.

Фәһим ағай иң йәш ғаилә булараҡ билдәләп үткән Фидалиә һәм Илшат Ильясовтар ике ул үҫтерә, өлкәне Морат Шафран мәктәбендә уҡый, өс йәшлек Булат – ауылдағы берҙән-бер бала. 

Әсәһе тыуып үҫкән ауыл халҡын байрам менән ҡотларға тип Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Ғиззәтуллин да ҡайтҡан ине. Уның башҡарыуындағы дәртле йырҙар, Себенле мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең сығыштары, ҡыҙыҡлы уйындар байрамға йәм өҫтәне. Ситкә таралып, нисәмә йылдар буйы күрешмәгән ауылдаштар осрашыу шатлығынан күңелдәренә бөтмәҫ дәрт һәм илһам алды.

Автор фотолары.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: