Йәмле Ирәндек төбәге элек-электән мәшһүр ҡурайсылары, сәсәндәре һәм йырсылары менән дан тота. Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының Моҫтай ауылындағы "Ирәндек" этнотур майҙансығында мәшһүр ҡурайсы һәм йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 110 йыл тулыуға ҡарата "Боронғонан аманат" тип аталған төбәк-ара милли байрам үтте. Сара сиктәрендә Әлнисә Алдырханованың "Ҡурайсыһын данлай Туғажман" тип аталған китабының исем туйы ла булды. Сараны ойоштороусылар булып Баймаҡ районы хакимиәте, район мәҙәниәт бүлеге, Моҡас ауыл биләмәһе, "Ирәндек" хәйриә фонды сығыш яһаны.
Тәүге көндә Төркмән ауылы янындағы Туғажман тауында "Ҡурайсыһын данлай Туғажман" тигән мемориаль таҡтаташы асылды. Унда ошо төбәктә тыуып, төрлө сәхнәләрҙә ҡурай данын яңғыратҡан 25 ҡурайсының исем-шәрифе яҙылған.
Икенсе көнө байрам Моҫтай йәйләүендә дауам итте. Бында ҡурайсылар һәм таҡмаҡсылар үҙ-ара көс һынашты. Ҡурайсылар араһынан Гран-приҙы Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылынан Рәмил Хәсәгов яуланы. Рәмил Сәфәрғәле улы конкурсҡа Ғата Сөләймәнов уйнауындағы "Баяс" көйөн һәм үҙенең остазы, мәшһүр ҡурайсы Кәрим Дияровтан өйрәнеп алған бик һирәк уйналған көйҙәрҙең береһе - "Ҡазан алған марш"ты тәҡдим иткән.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Ғата Сөләймәновтың 110 йыллығына арналған тантанала уның уҡыусылары - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Рауил Хәсәнов, Нурғәле Кейекбирҙин, Иҙел Хәлимов һәм Марат Тулыбаев ҡатнашты һәм Ғата ағай өйрәткән көйҙәрҙе уйнап халыҡты хайран ҡалдырҙы. Һәм тағы ла ошо тантанала Ғата Сөләймәновтың ейәнсәре, 21-се Өфө ҡала дауаханаһы табибы Анжела Руслан ҡыҙы Мөхәмәтшинаның булыуы сараға мәртәбә өҫтәне.
Еңеүсегә "Ирәндек" этнотуры етәксеһе Фәнис Кәримов тай бүләк итһә, ҡурайсының ейәнсәре селтәрле булды.
Таҡмаҡсылар конкурсында беренсе урындарҙы Баймаҡ районы Байыш ауылынан "Иҫтәлек" халыҡ фольклор һәм Түбәнге Иҙристән "Зарифа" фольклор ансамблдәре алды.
Фото: Баймаҡ район хакимиәте сайтынан.