Башҡортостан Республикаһы Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрының баш дирижеры һәм художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Линар Дәүләтбаев һәм оркестрҙың ҡыл-ҡумыҙҙа уйнаусы солистары Алиса Яҡшыдәүләтова, Руфина Аллабирҙина "Ижади йәштәр өсөн милли музыка мәҙәниәтен популярлаштырыу" проектын тормошҡа ашырыуға 1,2 миллион һумлыҡ грант отто.
Ҡырымдағы "Таврида" йәш мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре форумының беренсе белем арттырыу сараһында ҡатнашыусыларға үҙ проекттары тураһында эксперттарға һөйләү һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн грант ярҙамы алыу мөмкинлеге бирелде. Музыканттар әйтеүенсә, еңеүгә бик өмөтләнмәгәндәр. Улар өсөн иң мөһиме – туҡталып ҡалмау, туған командаларына ярҙам итеү, яңы ҡаҙаныштарға илһамландырыу.
– Бүләкләү тантанаһында төрлө хис-тойғолар кисерҙек, сөнки һөҙөмтәләрҙе алдан иғлан итмәнеләр. Аҙаҡтан, иғлан ителмәгән бер генә еңеүсе ҡалды, тигәс, кәйеф төштө. Әммә көтмәгәндә беҙҙең проекттың исеме, артынса отош күләменең суммаһы яңғыраны. Бик сағыу мәл булды был!– ти Руфина Аллабирҙина.
– Проектыбыҙҙың бик көслө һәм көнәркәшлеккә (конкуренцияға) һәләтле булыуын аңлай инек. Шул уҡ ваҡытта һоралған сумма ҙур ине, ә бүләкләү тантанаһында бәләкәй суммалар иғлан ителде – башлыса 300 мең тирәһе. Грант яуларыбыҙға өмөт булды, әлбиттә. Еңеү тураһында белгәс инде, күҙ йәштәрен тыя алманыҡ. Был беҙҙең тормошобоҙҙа иң шатлыҡлы мәлдәрҙең береһе булды!" – тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Алиса Яҡшыдәүләтова.
Проектты яҡлауға ни бары өс минут ваҡыт бирелгән. Шуларҙың икәүһендә ҡатнашыусылар үҙ проектын күрһәтергә, ҡалған бер минутта милли музыка ҡоралдарында уйнарға тейеш. Башҡорт халыҡ музыка ҡоралы ҡыл-ҡумыҙҙа уйнау белгестәрҙә һоҡланыу уята.
– Грант аҡсаһы ижади йәштәрҙе тәрбиәләүгә, милли ҡоралдар һатып алыуға, оркестр менән яңғыҙ музыка ҡоралдары өсөн яңы әҫәрҙәр яҙыуға тотоноласаҡ. Был Башҡортостан Республикаһының матди булмаған мәҙәни мираҫы объектына әйләнәсәк. Шулай уҡ күләмле йомғаҡлау концертын да планлаштырабыҙ, — ти проекттың остазы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, оркестрҙың художество етәксеһе һәм баш дирижеры Линар Дәүләтбаев.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Таврида" йәш мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре форумының беренсе белем арттырыу сараһы Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналған. Грант конкурсында ҡатнашыуға бөтәһе 40-тан ашыу ғариза бирелгән, бары тик етәүһе генә еңеүгә өлгәшкән. Иң ҙур грант аҡсаһы инде Башҡортостанға киләсәк.
Сығанаҡ, фото: culture.bashkortostan.ru