Бөтә яңылыҡтар

Ай һайын бер гәзиткә яҙылам

Киләсәктә лә бергә ҡалырға насип итһен.

rb7.ru
Фото:rb7.ru

Бер ҡасан да “Башҡортостан” гәзитен алдырмай ҡалғаным юҡ. Элек “Совет Башҡортостаны” булып сыҡҡан ваҡытынан уҡ  уҡып киләм.

Бала сағымдан матбуғат баҫмаларын уҡырға яраттым, әле лә гәзит-журналһыҙ тормайым: “Һаҡмар”ҙы, “Башҡортос­тан”ды, “Киске Өфө”нө, “Йәшлек”те, “Башҡортостан ҡыҙы”н алдырам. Аҡса булған һайын етмәй. Шуға еңелерәк булһын өсөн ай һайын бер гәзит-журналға яҙылып ҡуям.

Мин айырыуса Марсель Ҡотлоғәл­ләмовтың, Илдар Ғәбитовтың яҙмаларын яратам. Редакция коллективына  уңыштар теләйем.

Миңә – 85, бабайға 90 йәш, киләсәктә лә гәзит менән бергә ҡалырға яҙһын.

 


Миңлебикә Янбаева

Баймаҡ районы,

Йомаш ауылы.

Читайте нас: