Бөтә яңылыҡтар

Башҡортса йәнһүрәттәр кәрәк

Туған тел ғаиләнән башлана.

yantiyak.ru
Фото:yantiyak.ru

Күңелемдәге уйланыу-һыҙланыуҙарымды гәзит уҡыусылар менән дә уртаҡлашҡым килә. Элек оҙон-оҙон әкиәттәрҙе һөйләй белгән кешеләр була торғайны. Уларҙы кисен әкиәт һөйләтер өсөн саҡыра торғайныҡ. Беҙ интернатта йәшәгәндә, юғарыраҡ класта уҡыған Зөлфиә апайҙы бүлмәләр буйлап йөрөтөп, әкиәт тыңланыҡ. Ул “Ел-ел, арбам”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”, “Заятүләк менән Һыуһылыу” кеүек эпостарҙы һөйләй ине. Тыңлаусыларҙың ишетеп аңлау һәләтен, телмәр байлығын, зиһенен үҫтереүҙә әкиәттәрҙең роле ҙур.

Хәҙер кескәй балаларға әкиәт һөйләү­селәр бик һирәк. Телевизорҙан йәнһүрәт ҡуйып бирәләр йә смартфон тотторалар. Интернет киңлектәрендә рус телендә йәнһүрәттәр һанап бөткөһөҙ. Балалар теләгәнен һайлап ҡарай ала. Ҙур студиялар менән бер рәттән һәүәҫкәрҙәрҙеке лә, сит ил йәнһүрәттәренең тәржемәләре лә интернетҡа һалынған. Беҙҙең республика телевидениеһы “Союзмультфильм”дың йәнһүрәттәрен тәржемәләй башланы, әммә уларҙы Ютубтан табыуы ҡыйын, реклама ла етешмәй.

Хәҙерге балалар тыуып та өлгөрмәй, 5-6 айҙан йә 1-2 йәштән йәнһүрәт ҡарай башлай, ҡушылып йырлайҙар, бейейҙәр. Бөтәһен дә түгел, әлбиттә, һайлап ҡына. Русса йәнһүрәт ҡарай торғас, телдәре лә русса асыла. Был, бер яҡтан, һәйбәттер ҙә, рус телен белеү кәрәк бит инде. Әммә ата-бабалар аманаты булған туған телде һаҡларға, үҫтерергә бурыслыбыҙ бит.

Балаларыбыҙ өсөн, туған тел мөхитен тыуҙырыуҙың көслө сараһы булараҡ, башҡортса бик күп йәнһүрәттәр төшөрөү мотлаҡ. Һәр йәнлек, һәр бөжәк, үҫемлек, уйынсыҡ, ғаилә ағзалары, әҙәп-әхлаҡ, йыуыныу-гигиена, юл, хәүефһеҙлек ҡағиҙә­ләре, транспортта, өйҙә, мәктәптә, һыу буйында үҙ-үҙеңде тотоу тураһында, һәр матур йыр-шиғырға төшөрөргә була йәнһүрәтте.

Был эште Киностудия ғына баш­ҡарып сыға алмай. Бөтә энтузиастарҙы йәлеп итергә кәрәк. Төрлө бәйгеләр үткәрелеп торғанлыҡтан, балалар баҡсаһы педагогтары был эш менән шөғөлләнергә һәр саҡ әҙер тора. Пластилин йәнһүрәттәре төшөрөп тә ҡарайҙар, тик улар яңы компьютер программалары менән төшөрөлгән йәнһүрәттәрҙән күпкә ҡалыша. Әйтергә теләгән фекерем: туған телебеҙҙә кескәй­ҙәргә йәнһүрәттәрҙе күп итеп әҙерләйек, кескәйҙәр өсөн башҡортса һанлы мөхит тыуҙырыуға һәр кемебеҙ өлөш индерәйек. Бөтә ғәмәл аҡса менән генә үлсәнмәй, йәнһүрәттәр төшөрөүҙә ирекмән эшен булдырайыҡ. Уҡытыусылар һәм тәрбиәсе­ләр өсөн Мәғариф министрлығы ҡат­нашлығында бәйгеләр үткәрелһә, улар дәррәү тотонор ине.

Рәсем, йыр, хеҙмәт дәрестәрендә лә компьютер технологияларын өйрәтеү зарур. Нисәмә йыл рәсем дәресе үткәрелә, әммә рәссамлыҡ һәләте бик һирәктәргә бирелә. Тимәк, башҡаларҙы компьютер техноло­гияһы менән логотиптар, эмблемалар эшләргә өйрәтергә ине.

Беҙҙең балалар ҡулланыусылар сифатында интернеттан әҙер материалды ғына ҡарай, компьютерҙы баҫыу машинкаһы урынына ғына ҡуллана. Уларға компьютер программаларын өйрәтергә ине, әйҙә улар шул уҡ йәнһүрәттәрҙе эшләһен, интернетҡа һалһын, компьютер программаларына уҡытыу үҙәктәре асайыҡ, милләттәштәр!

Туған тел ғаиләнән башлана. Кескәй­ҙәргә башҡортса йәнһүрәттәр күрһәтәйек, ғаиләлә туған тел мөхите тыуҙырайыҡ.

Мин башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләнем. Ситтә уҡыған балалары­быҙға ҡайтып йөрөүе ҡыйын тип, хаҡлы ялға сығыр алдынан район үҙәгенә күстек, һәм мин Аҡьярҙа балалар баҡсаһында алты йыл эшләнем. Баҡсала балаларҙы 10 сәғәт буйы әүрәтерлек-өйрәтерлек материалдар аҙ тигән фекерҙәмен. Рус телендә мультимедиа жанрында үҫтереүсе йырлы йәнһүрәттәр күп. Башҡорт балалары уларҙы тыуғандан алып ҡарай һәм телдәре рус телендә асыла. Миндә һанлы башҡорт мөхитен тыуҙырыуға өлөш индереү теләге тыуҙы. Ике йыл эсендә утыҙ-ҡырҡлап йәнһүрәтте башҡорт теленә ауҙарҙым, йырлы йәнһүрәттәр эшләнем. Уларҙы “Бәйләнештә” социаль селтәренә ҡуйҙым. Унда Башҡортса йәнһүрәттәр төркөмө астым. Ҡайһы бер йәнһүрәттәрҙе 43-53 меңдән ашыу кеше ҡараны. Рәхмәт әйтеүселәр күп булды. Бәлки, йәштәр, оҫталар шуларҙы ҡарап, дәртләнеп-ярышып, йәнһүрәттәр төшөрөүгә тотонор, тигән уйҙа башҡарылды был эш.

 

Вәғиҙә Ҡужагилдина

Хәйбулла районы,

Аҡъяр ауылы.

Читайте нас: