Быуаттар төпкөлөнән Башҡортостан менән Татарстан республикалары халҡы бер-береһенә терәк-таяныс, дуҫ-иш, эшлекле уҙаҡташ, ышаныслы күрше булып йәшәй. Ике халыҡтың туған телдәре лә, милли ғөрөф-ғәҙәттәре лә, мәҙәниәте лә оҡшаш булыуы араларҙы айырыуса яҡынайта.
Нефтекама ҡалаһында һәм Краснокама районында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты менән Татарстан Дәүләт Советының Мәғариф, мәҙәниәт, фән һәм милли мәсьәләләр буйынса комитеты ағзалары “Халыҡ традицияларын үҫтереүҙә һәм рухи ҡиммәттәрҙе формалаштырыуҙа милли мәҙәниәттәрҙең урыны” тигән темаға күсмә ултырыш ойошторҙо. Ошо сара дуҫлыҡтың нигеҙен нығытыуға сираттағы аҙым булды.
Депутаттар, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың йүнәлешле комитеттағы эксперт советы вәкилдәре “Дөйөм белем биреү мәктәбендә полилингваль шәхесте формалаштырыу мәсьәләләре”, “Башҡортостан Республикаһында милли мәҙәниәтте үҫтереү” һәм “Башҡортостан Республикаһында милли спорт төрҙәрен үҫтереү” тигән темалар буйынса уҙғарылған түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашты.
Нефтекама ҡала хакимиәтендә ике республика парламенттары депутаттарының уртаҡ кәңәшмәһе үтте. Унда халыҡтарҙың мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү тураһында һүҙ барҙы, көнүҙәк мәсьәләләр ҙә күтәрелде.
– Башҡортостан алты төбәк менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, әммә улар араһында Татарстан – иң яҡыны. Беҙҙе тәү сиратта уртаҡ тарих, оҡшаш мәҙәниәт һәм дуҫлыҡ берләштерә. Ғөмүмән, гуманитар кимәлдә хеҙмәттәшлек мөһим, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Күрше төбәк парламенты етәксеһе лә ошондай уҡ фекерҙә.
– Татарстан һәм Башҡортостан – төрлө милләтлелектең сағыу миҫалы. Беҙ – күп мәҙәниәтле ике республика. Бер төрлөлөк өҫтөнлөк иткән төбәктәрҙән ыңғай яғыбыҙ ҙа шунда. Был осрашыуҙар – төбәк-ара хеҙмәттәшлекте тағы ла көслөрәк нығытыуға ынтылыу сағылышы. Беҙҙең республикалар араһындағы иҡтисади хеҙмәттәшлек тә һуңғы йылдарҙа күпкә артты. Был иһә ике төбәк араһында ныҡлы иҡтисади, мәҙәни, рухи һәм гуманитар бәйләнештәр барлыҡҡа килеүен йәнә иҫбатлай. Парламент комитеттары ла ошо хеҙмәттәшлеккә үҙ өлөшөн индерә, – тине Татарстан Дәүләт Советы Рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин.
Сарала Башҡортостандың Нефтекама ҡала округы һәм Краснокама районы муниципалитеттары Татарстандың Аҡтаныш районы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы.
Күсмә ултырыштың көн тәртибенә ярашлы, депутаттар Нефтекаманың “Мираҫ” картина галереяһында башҡорт һәм татар рәссамдарының картиналарынан торған бай йөкмәткеле күргәҙмәне асыу тантанаһында ла ҡатнашты. Ҡунаҡтар Нефтекама ҡалаһының башҡорт гимназияһы коллективы һәм уҡыусылары менән осрашты, милли белем биреү алымдары менән танышты. Шулай уҡ Ҡала мәҙәниәт һәм ял паркында “Милли калейдоскоп” фольклор байрамын ҡаранылар, Краснокама районындағы Николо-Березовка ауылының тарихи өлөшөндә, Троица-Никольский ҡорамында, мәҙәни-мираҫ объекттарында булдылар.
Әйткәндәй, был – Башҡортостан һәм Татарстан парламенттары вәкилдәренең икенсе осрашыуы. Былтыр майҙа Татарстандың Аҡтаныш районында ла ошондай уҡ сара ойошторолған. Уның төп темаһы туған телдәрҙе үҫтереү буйынса закон проектына төҙәтмәләр индереү мәсьәләһенә арналған.
Ике республиканың да депутаттары ауылдың милли мәҙәниәтте һаҡлаусы булғанын аңлай, шуға ла улар ошо йүнәлешкә иғтибарҙы йүнәлтергә ҡарар итте һәм киләһе осрашыу ошо темаға арналасаҡ.
Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе:
– Берҙәмлек беҙҙең илгә бик кәрәк, сөнки әле бүтән илдәр тарафынан мәғлүмәт һөжүме бара, шуға ла беҙгә рухи ныҡлығыбыҙҙы күрһәтергә, булған байлығыбыҙҙы тарҡатмаҫҡа кәрәк. Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылында үҙебеҙҙең мәҙәниәтте һаҡлап, эште уға нигеҙләнеп алып барһаҡ, беҙҙең балалар көслө рухлы булып үҫәсәк.
“Рәсәй Федерацияһының матди булмаған мәҙәни байлығы тураһында”ғы закон проекты федераль кимәлдә беренсе уҡыуҙы үтте, һәм ул федераль, төбәк һәм муниципаль кимәлдә реестр буласаҡ. Был реестрға үҙебеҙҙең рухи байлыҡты – матди булмаған байлыҡты индерәбеҙ. Әлбиттә, ошондай ҙур эште атҡарыу өсөн осрашыуҙар ойошторола, бүтән төбәктәрҙәге хеҙмәттәштәр менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Минеңсә, ошо законға туған тел төшөнсәһен дә индерергә кәрәк. Туған телдәр яҡлауға мохтаж, беҙ уны өйрәнеп, үҫтереп, таратып йәшәргә тейеш.
Рәмилә МУСИНА