Форумдың маҡсаты – санкция баҫымы, ҡатмарлы сәйәси хәлдәр шарттарында Башҡортостан, Беларусь Республикаһы һәм Донецк Халыҡ Республикаһы йәштәре араһында бәйләнештәрҙең этно-мәҙәни системаһын формалаштырыу, хеҙмәттәшлекте көсәйтеү.
Сарала “Милли кейемдәрҙә мәҙәниәттәр калейдоскобы” темаһына конференция, заманса традицион һәм йәштәр костюмдарын күрһәтеү, "түңәрәк өҫтәл"дәр, фольклор кисәләре һ.б. ойоштороласаҡ. Этнофорум сиктәрендә “Ҡыҙыл Яр” рус тарихи-мәҙәни үҙәгендә славян халыҡтарының ҡулланма сәнғәте буйынса ижади лаборатория үткәреү ҡаралған.
Был байрам, славяндарҙың тарихи-мәҙәни үҙәктәренең төп сараһы булараҡ, туристарҙы ҡыҙыҡһындырасаҡ, Башҡортостанда этнографик туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
Фото: "Республика Башкортостан" гәзите.