Бөтә яңылыҡтар

“Мультгерой” конкурсында кем ҡатнаша?

Башҡортостанда йәшәүселәр ҙә үҙҙәренең оҫталығын һынар

“Мультгерой” конкурсында кем ҡатнаша?
“Мультгерой” конкурсында кем ҡатнаша?

 

Рәсәйлеләрҙең күпселек  мөрәжәғәттәре буйынса конкурс  1 июлгә тиклем оҙайтылды. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. “Һин – мультгерой!” конкурсын “Союзмультфильм” Балаларҙы яҡлау көнөнә һәм компанияның 86 йыллығына арнаны. Ул Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы ярҙамында уҙғарыла.

Флешмоб ҡағиҙәләренә ярашлы, “Союзмультфильм” студияһы йәнһүрәттәренән теләһә ҡайһы герой образында фотоға төшөп  йәки видео эшләп, уны “Бәйләнеш”тә  үҙеңдең сәхифәңә  #явСоюзмультфильме хештегы менән урынлаштырға кәрәк. Шулай уҡ посығыҙҙа  "Союзмультфильм" vk.com/soyuzmultfilm. берләшмәһен дә күрһәтеү мөһим.

Конкурсҡа ебәрелә торған материалдарҙың һаны сикләнмәгән. Еңеүсегә бүләк – Мәскәүгә сәфәр һәм “Союзмультфильм” киностудияһы буйлап экскурсия.

 86 йыл ваҡыт эшләү дәүерендә “Созмультфильм”да төшөрөлгән йәнһүрттәр иң яҡшылар рәтен биләй. Һәм улар лайыҡлы рәүештә дөйөм донъя анимацияһының алтын фондына инде.

“Был студияның йәнһүрәттәре дуҫлыҡҡа, үҙ-ара аңлашып йәшәүгә өндәй. Улар аша беҙ төрлө яҙыусыларҙың, әкиәтселәрҙең ижады менән танышабыҙ, геройҙарына  һоҡланабыҙ,” – ти Бала эштәре буйынса Башҡортостандағы вәкил  Ольга Панчихина.

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: