Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, башҡорт матбуғаты аҡһаҡалы Хәсән ағай Назарҙың эш бүлмәһе – үҙе бер тарихи музей. Иҫтәлекле һәм ҡәҙерле фотолар, заман йылъяҙмаһын туплаған абруйлы журнал һәм китаптар ҡупшы кәштәләрҙә урын алған. Илһам, дәрт-дарман менән солғанған был ижад бүлмәһендә күпме ҡабатланмаҫ шиғри юлдар, әҫәрҙәр тыуғандыр ҙа, уйланыу-борсолоуҙар менән таңдар атҡандыр... Шағирҙың ҙур һөйөнөс, ҡәнәғәтлек тойғоһо кисергән мәлдәре лә етерлек булғандыр.
Хәсән Мөҙәрис улының өҫтәлендә “Башҡортостан” гәзитенең бөгөнгө һанын күреп ғәжәпләнмәнек тә, сөнки ул – баҫманы даими алдырыусы, баһалаусы, тәнҡитләүсе уҡыусыбыҙ ҙа. “Гәзитебеҙҙең был һанын да тотошлай күҙҙән үткәреп, күңелдә тәрән эҙ ҡалдырған ҡәләмдәштәремде хәтергә төшөрөп, минең өсөн ысын мәғәнәһендә тормош университеты булған матбуғат баҫмаһына рәхмәт тойғоһо кисереп ултырам”, – тине журналист, публицист замандашыбыҙ.
ХӘСӘН НАЗАР: Иҫтәлектәремде алыҫтан башлайым әле, ҡәләмдәш. 1965 йыл аҙағында, хәрби хеҙмәтте тамамлар алдынан, “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһына хат яҙҙым. “Шиғырҙар яҙғылайым, әҙәбиәт менән мауығам. Артабан ҡайҙа юл тоторға? Миңә ниндәй кәңәш бирерһегеҙ икән?” – тигәнерәк рәүештә, яҡшы һүҙгә өмөтләнеп яҙылғайны. Хат ул саҡта гәзиттә эшләгән Рәми Ғариповҡа барып эләккән. Күп тә үтмәне, мине Өфөгә саҡырып, “муйыны булһа, ҡамыты табылыр” тип яҙған хаты килеп төштө. Ул саҡта баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләгән Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилев мине корректор вазифаһына алырға һүҙ бирһә лә, баш мөхәррир Вәли Нафиҡов дауаханала ятҡанлыҡтан, мәсьәлә хәл ителмәне. Бөрйәнгә барып, “Таң” гәзитен сығарыуҙы башлап ебәрергә, хаттар бүлегендә эшләргә тура килде.
Ике йыл буйы минең ижадымды күҙәтеп барған Рәми Ғарипов тағы Өфөгә саҡырып хат яҙҙы. Был юлы “Ленинсе” гәзитенә тәржемәсе булып килдем. Аҙаҡ “Ағиҙел” журналында ҡәләм шымарттым, ижад донъяһына сумдым... Бөгөнгөләй хәтеремдә, 1971 йылдың 10 апреле ине. “Совет Башҡортостаны” гәзите мөхәррире булып үрләтелгән Абдулла Исмәғилев мине “мөхәррир эргәһендәге үҙ хәбәрсе” вазифаһына эшкә алды. Шулай итеп, “Башҡортостан” гәзитендә 15 йылдан ашыу эшләп ташлағанмын, хаҡлы ялға ла ошо коллективтан сыҡтым, унан һуң яратҡан гәзитемә тағы биш-алты йыл хеҙмәт иттем әле.
– Хәсән ағай, һеҙ – тура һүҙле, ғәҙел баш мөхәррир етәкселегендә байтаҡ йылдар гәзиттең йөкмәткеһен байытыуҙа, әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеген йәнләндереүҙә кинәнеп эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең береһе.
Беҙ бөгөн ул осорҙо “Исмәғилев мәктәбе” тип тә атайбыҙ. “Уҫал”, “бер йомшаҡлыҡты ла ғәфү итмәй” тигән даны сыҡһа ла, ниңәлер беҙ Абдулла Ғиниәт улын һәр саҡ ҙур хөрмәт, рәхмәт тойғоһо менән иҫкә алабыҙ. Был феноменды нисек аңлатыр инегеҙ?
ХӘСӘН НАЗАР: Ул бит ысын шәхес ине, ҡәләмдәш! Гәзит эшенә йәне-тәне менән бирелгән, тәүге сиратта үҙенә ҡарата талапсан, яуаплы мөхәррир булды. Һәр мәҡәләне ташҡа баҫылғансы өтөрөнә тиклем ҡарап төҙәтә, стиленә күҙ һала, һыҙғылай, өҫтәй... Бүлмәһендә бөтә гәзит полосалары көн дә эленеп торҙо. Тағы бер тапҡыр ҡарап, материалдар нисек урынлашҡан, баштар ҡабатланмағанмы, һүрәттәр тап киләме – барыһын да ентекләп күҙәтеп сыға. Эшкә яуаплы ҡарашты башҡаларҙан да талап итте. Заманына күрә ундай ҡатылыҡ кәрәк булғандыр ҙа, тип уйлайым. Партия ҡорос дисциплина, ныҡлы тәртип талап иткән осор ине.
Шул ваҡытта Абдулла Ғиниәт улы мине редакцияға эшкә алмаһа, Зәкиә еңгәгеҙҙе тап итмәй, буйҙаҡ булып ҡалыу ихтималлығы ла бар ине...
– Шаяртаһығыҙмы, Хәсән ағай?
ХӘСӘН НАЗАР: Ҡайҙа ти ул шаяртыу! 1973 йылда Белорет районының Туҡан ҡасабаһына командировкаға ебәрҙеләр. Элек көнөнә әйләнеп ҡайтыу мөмкинлеге юҡ ине. Мине Зәкиә еңгәгеҙҙең өләсәһе йәшәгән өйгә фатирға төшөрҙөләр. Шунда таныштым да инде был ипле башҡорт ҡыҙы менән. Тәү күреүҙән оҡшаны. Юлий Цезарь нимә тигән әле? “Килдем, күрҙем, еңдем!” Минең менән дә шулай булды. Бер көн танышып йөрөгәндән һуң өйләнеү ниәтемде еткерҙем. Бына мөхәббәт ни эшләтә әҙәм балаһын! Ҡанатланып китеп, мөхәрриргә командировканан бер көнгә һуңлап ҡайтасағымды белдереүҙе уйлап та бирмәнем. Дәртләнеп эшкә килеүемә, мөхәррир һуңлап ҡайтыуым өсөн шелтә сәпәп тә ҡуйған...
– Бындай “иҫтәлекле” шелтәләр берәү генә булмағандыр әле?
ХӘСӘН НАЗАР: Йәшермәйем, булды. Ошоға тағы бер миҫал. Ғилемдар Рамазанов хажға барып ҡайтҡас, тәьҫораттарға бирелеп, шиғыр яҙып, миңә тотторҙо. Дингә ҡағылышлы шиғыр минең ҡул аша үтеп баҫылып сыҡҡас, партияның өлкә комитетында иҫкәртеү яһағандар. Йәнәһе, динде артыҡ “күпертеп” ташлап, иғтибар биргәнбеҙ. Тағы – шелтә!
Өсөнсөһө Рауил Бикбаевтың “Ностальгия” поэмаһы менән бәйле. Әҫәр “Илемдә илемде һағынам” тигән юлдар менән башлана, үҙаллылыҡҡа өмөтләнеп, азатлыҡты хуплап яҙылған. Өлкә комитетында “Кем әҙерләне?” тигән һорау тыуған, яуабы билдәле инде – “Хәсән Назар”. “Шелтә бирелде, сара күрелде” тип аҡландылар ҙа шуның менән эш тә бөттө.
Бында бер кемде лә ғәйепләп булмай, заманы шундай ҡәтғи, етди ине, партократия бер яҡлыраҡ булды. Етәксегә лә бит яуап тоторға, кәңәшмәләрҙә һәр өтөр, хәреф хатаһы, һәр беребеҙҙең кәмселектәре, иғтибарһыҙлығы өсөн аҡланырға тура килә.
Абдулла Ғиниәт улы һәләтлеләрҙең, талант эйәләренең ҡәҙерен белде. Мин уның етәкселегендә эшләгәндә күп нәмәгә өйрәндем, барыһынан да элек – мәҡәләләрҙе еренә еткереп мөхәррирләүгә, үҙ-үҙеңә ҡарата талапсанлыҡҡа. Ул бит вазифа биләүсе, етәксе функцияларын башҡарыусы ғына булманы. Һәр һүҙҙең бәҫен белгән, туған тел байлығын ҡәҙерләгән үҙенсәлекле, белемле, киң ҡарашлы, булдыҡлы мөхәррир ине ул. Уның кеүек һоҡланғыс сифаттарға эйә булған мөхәррирҙе мин әлегә белмәйем.
– “Башҡортостан” гәзите күптәрҙе үҫтерҙе, шәхес дәрәжәһенә күтәрҙе. Һеҙ бит үҙегеҙ ҙә шундай һәләтле, танылған кешеләр солғанышында эшләнегеҙ, ҡайһыһын ғына алма – һәр береһе ҡабатланмаҫ талант эйәһе!
ХӘСӘН НАЗАР: Үҙем менән бергә эшләгән хеҙмәттәштәрем тураһында әйтеп үтәйем әле. Уларҙың вазифаларын, ҡаҙаныштарын һанап тороу ҙа кәрәкмәй. Исемдәре генә лә үҙҙәре хаҡында әллә күпме мәғлүмәт бирә. Минең менән бер бүлмәлә ҡара-ҡаршы ултырып эшләгән Рәшит Солтангәрәев киң ҡарашлы, ижади оҫталығы менән һоҡландырған ҙур шәхес ине. Мәҡәләләренең үҙенсәлеге, әһәмиәте, тел камиллығы йәһәтенән айырылып торҙо.
– “Элек бында бейейҙәр ине” тип аталған күләмле, йөкмәткеле, проблемалы мәҡәләһен әле лә яҡшы хәтерләйем...
ХӘСӘН НАЗАР: Эйе, Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендәге тәртипһеҙлекте күҙәтеп яҙған тәнҡит мәҡәләһе ҙур шау-шыу тыуҙырғайны йәмәғәтселектә. Тағы бер мәҡәләһен дә әйтеп үтәйем. Төрөк-башҡорт гимназиялары асыла башлағас, тел менән бәйле проблемаларҙы күтәреп, әсенеп яҙған, бәхәс тыуҙырған мәҡәләһе “Ике дуҫтың береһе ҡол була” тип аталғайны. Рухи яҡтан да беҙ берҙәм инек. Ул Мәскәүҙә әҙәби курстарҙа уҡыны, ә мин – Әҙәбиәт институтында ситтән тороп белем алдым. Кемдең ярҙамы менән тиһегеҙме? Әлбиттә, редакция ярҙамы менән!
Ә һуң хеҙмәттәштәр?! Ирек Кинйәбулатов, Динис Бүләков, Булат Рафиҡов, Сафуан Әлибай, Аҫылғужа Баһуманов, Риф Тойғонов, Сабир Шәрипов... Ҡайһыһын ғына алма, башҡорт әҙәбиәтендә ҙур мираҫтарын ҡалдырып, журналистикаға тоғро хеҙмәт иткән ир аҫылдары ине. Мин үҙем дә редакцияға әҙәби көстәрҙе йәлеп итеү буйынса һәр саҡ эҙләндем. Башҡорт дәүләт университетына барып, ул саҡта өмөтлө генә күренгән Гөлсирә Ғиззәтуллинаны эшкә өгөтләп йөрөгәнем хәтерҙә. Хәҙер инде ул әүҙем ижадсы, танылған яҙыусы.
Бөгөн гәзит менән бәйле һәр иҫтәлекте, йәғни күңеллеһен дә, артыҡ күңелле булмағанын да һағынып, кемгәлер мәҙәк, кемгәлер һабаҡ итеп һөйләйбеҙ. Тағы бер иҫтәлек. Рәшит дуҫҡа Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын биреп хөрмәтләгәс, күмәкләп фатирына ҡотларға барҙыҡ, ҡунаҡ булдыҡ. Иртәгәһенә Рәшит бындай ҙур иғтибарҙан, ҡунаҡтарҙы һыйлап арығандан һуң эшкә килмәне лә ҡуйҙы. Абдулла Ғиниәт улы дәүләт премияһы лауреатын да аяп торманы – килмәгәне өсөн шелтә бирҙе. Коллективтағы һәр кемгә бер тигеҙ мөнәсәбәттә булыуы, кешеләрҙе айырып ҡарамауы өсөн дә абруйы ҙур булды уның. Уға үпкәләүҙән дә файҙа булмауын аңлай инек. Беҙ бит илгә Еңеү килтергән һуғыш ветерандары менән иңгә-иң терәп эшләнек. Үҙ хәбәрселәрҙән олпат кәүҙәле, тура һүҙле Фәтхи Комиссаров (фамилияһы ғына ни тора!), Мөхтәр Тимербулатов, Фәтих Абдуллин, бүлектә эшләүсе Зиннәт Ишмаев, Файыҡ Мөхәмәтйәнов, Рәғәнә Енгалычева, Абдрахман Баязитов, Аҡмал Саптаров, Дәүләт Мәһәҙиев бик көслө шәхестәр ине. Эшкә ҡағылған мәсьәләләрҙә үҙ һүҙҙәрен һүҙ итергә, кәрәк саҡта хатта баш мөхәррирҙең тетмәһен тетергә лә әҙер инеләр. Мин уларҙың барыһын да ҙур хөрмәт менән иҫкә алам, барыһы ла маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ.
– “Ҡыҫымлы заманда эшләһәк тә, оптимист булдыҡ, гәзит рухи яҡтан һәр кемдең үҫешенә йоғонто яһаны” тип әйтергә яратаһығыҙ...
ХӘСӘН НАЗАР: Беҙҙең быуын күтәренке күңел менән эшләне, редакцияға байрамға йыйынғандай дәртләнеп килдек. Ул заманға хас эш һыҙаттарын хәҙер һөйләп аңлатыуы ҡыйыныраҡ. Ил етәкселәренең һыу буйындай оҙон телмәрҙәрен күмәкләп бүлешеп алып, тотош редакция менән тәржемә итәбеҙ. Унан һуң һәр материалды “главлит” тип аталған белгес тикшереп, ҡул ҡуйғандан һуң ғына баҫыу өсөн ебәрелә.
Республика етәксеһе райондар буйлап эш сәфәренә сыҡһа, беҙ мәғлүмәттәрҙе әҙерләп, өлкә комитетына ебәргәс, яуаплы кешеләрҙең уларҙы уҡып тикшергәндән һуң төҙәтеүҙәрен йә иһә хуплауҙарын оҙаҡ ҡына көтәбеҙ. Илдә ҙур кәңәшмәләр үткәндә дежур төркөмгә төнгө сәғәт бер-икегә тиклем эшләгән ваҡыттар ҙа етерлек булды. Хәҙерге технологиялар ҙа, цивилизация уңайлыҡтары ла булмаған осор. Машина үтмәгән ергә – ат, ат үтмәгән ергә йәйәү йөрөнөк. Бензин, һөт ташыған машиналар ҙа “беҙҙеке” булды. Ул замандың үҙенә генә хас йылы мөхите, иптәштәрсә ярҙам, яҡтыға өмөт дәртләндереп йәшәтте.
Беҙ дәүләт сәйәсәтен үткәргән гәзиттең баһаһын яҡшы аңлай инек. Үҙ телебеҙҙә сыҡҡан тәүге баҫма бит ул. Республикабыҙҙы бар иткән, уны һаҡлауҙың бер мөһим өлөшө булған, рухты һүндермәй тотҡан Башҡортостан тауышы бит ул гәзит. Бөгөн дә ул, республиканың ижтимағи-сәйәси баҫмаһы булараҡ, халҡыбыҙҙың йәшәйешен, уй-ынтылышын сағылдыра, социаль һәм мәҙәни үҫешебеҙҙә әһәмиәтле урын биләй.
Заманында аңлашып эшләгән, дуҫтарса мөнәсәбәттә йәшәгән фекерҙәштәремде йылылыҡ менән иҫкә алам: рәссамдар Фазлетдин Ислахов, Марат Байназаров, фотохәбәрселәр Анатолий Виноградов, Вячеслав Стрижевский, секретариат хеҙмәткәрҙәре Азат Байсурин, Ғәли Амантаев һәм башҡа бик күптәр. Беҙҙең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге ҡаҙандай ҡайнаған рухи үҙәк булды. Яҙыусылар, ғалимдар, артистар, режиссерҙар ошо бәләкәй генә бүлмәбеҙҙән өҙөлмәне. Ғата ағай Сөләймәновтың ҡурайын һәм йыр ноталарын тотоп “Йырҙарыбыҙ, көйҙәребеҙ” рубрикаһына әле бер ҡайҙа донъя күрмәгән “табыштарын” алып килеүе, ихлас һөйөнөүебеҙ әлегеләй хәтерҙә. Ул заманда Башҡорт дәүләт драма театрында яңы спектакль премьераһын ҡабул итеүгә мине лә саҡыра торғайнылар. Филармонияла яңы концерт программаһын раҫлауҙа ла ҡатнаштым. Сәнғәт әһелдәре, тәнҡитселәр менән шулай тығыҙ бәйләнештә йәшәнек. Был фәһемле осрашыуҙарҙан һуң уларҙың ҙур йоғонтоһонда иҫтә ҡалырлыҡ интервью, очерк, ижади портреттар тыуҙы. Яҙыусылар Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, рәссам Әхмәт Лотфуллин, йырсылар Фәриҙә Ҡудашева, Сөләймән Абдуллин, Мәғәфүр Хисмәтуллин, актриса Зәйтүнә Бикбулатова, тәүге дирижерыбыҙ Ғәйнетдин Моталовтың ижади портреттары ошо күңелле аралашыуҙар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде.
Һәр яҡтан да фәһемле “тормош университеттары” мине етәкләп оло юлға алып сыҡҡандыр ҙа. Пермь крайында, Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә “Әҙәбиәт һәм сәнғәт аҙналыҡтары”нда ҡатнашып, бер нисә һанға етерлек юлъяҙмалар яҙылды. Йыр сәнғәте торошо тураһында ойошторолған “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә республикабыҙҙың танылған йырсылары, музыканттары, композиторҙары бәхәс ҡорҙо, “алтын урталыҡты” улар менән бергәләп эҙләнек.
– “Башҡортостан” гәзитенең юбилейҙарын үткәреүҙә һеҙ һәр саҡ ихлас ҡатнашҡан, иң әүҙем хеҙмәт ветераны булдығыҙ. Был юлы ла әңгәмә ҡороуға теләк белдереүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
ХӘСӘН НАЗАР: “Заман башҡа – заң башҡа”, тиһәләр ҙә, ҡараштар төрлөсә булһа ла, “Башҡортостан” гәзитенең бурыстары элеккесә ҡала: ул, тарих һәм яңы быуат йылъяҙмаһын булдырыуҙан тыш, республикабыҙҙың төрлө тармаҡтарын үҫтереүгә, йәмғиәтте туплауға, рухи яҡтан тергеҙеүгә булыша, яҡшы традицияларҙы дауам итә.
Мин, ярты быуат ғүмерен журналистикаға арнаған ижадсы булараҡ, матбуғат баҫмаларын таратыу эшен башлыса хәбәрселәр иңенә һалыу менән килешә алмайым, дәүләт сәйәсәтен үткәреүсе баҫманы ҡурсалауҙы, тиражын арттырыу мәсьәләһен дәүләт хәстәрләргә бурыслы, тип уйлайым. Шулай тип әйтергә хеҙмәт ветеранының хаҡы барҙыр.
Хәбәрселәр бай йөкмәткеле, проблема күтәргән, үҙенсәлекле мәҡәләләре менән ҡыуандырһын, башҡорт публицистикаһының яңы мөмкинлектәрен асһын, онотола төшкән рубрикаларҙы тергеҙһен! Тираждың кәмеүе мине ныҡ борсой, ул электрон версияға ғына ҡалып ҡуймағайы... Ышанам – быға юл ҡуйылмаҫ!
“Башҡортостан” гәзитенә арналған шиғырымда әйтелгәнсә, “һәр иртәлә көтөп алам”, тип өндәшәм мин баҫмабыҙға.