Бөтә яңылыҡтар

Рух байрамы гөрләне!

Нәсих Хәлисов фотолары.
Фото:Нәсих Хәлисов фотолары.

Был көндә баш ҡалабыҙҙағы рухи усаҡтарҙың береһе булған Матбуғат йорто алдындағы майҙан умарта күселәй гөрләп торҙо. Йылдағыса, матур йолаға тоғро ҡалып, 14 июндә – Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнөндә бында байрам ойошторолдо.

 

Журналистар һәр саҡ алғы һыҙыҡта

 

Сара дәүләт эшмәкәре, журналист һәм яҙыусы Шәһит Хоҙайбирҙиндың һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды. Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, журналистарҙы һөнәри байрам менән тәбрикләп, республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе. “Бөгөн яңы медиатехнологиялар әүҙем үҫә, мәғлүмәт даирәһе киңәйә. Журналист һүҙе йәмғиәттә әһәмиәтле һәм абруйлы булып ҡала. Һеҙҙең һөнәри оҫталыҡ һөҙөмтәһендә беҙ халыҡты борсоған проблемалар тураһында беләбеҙ, уларҙы һөҙөмтәле һәм тиҙ арала хәл итергә тырышабыҙ”, – тигән юлдар бар ине төбәк етәксеһенең ҡотлауында. 

Артабан Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов бер төркөм хеҙмәттәшебеҙгә Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздарының наградаларын тапшырҙы.  Башҡортостан Журналистар союзының барлыҡҡа килеүенә 65 йыл тулыу айҡанлы ойошмаға төрлө йылдарҙа уңышлы етәкселек иткән рәйестәр – Тәлғәт Сәғитов, Марсель Сәлимов, Фәрит Әхмәҙиев һәм Артур Дәүләтбәков Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Журналист һәр заманда ла ваҡиғалар уртаһында ҡайнаған, кешеләргә тәүгеләрҙән булып дөрөҫ мәғлүмәт еткергән һөнәр эйәһе булып ҡала. Тап шундай хеҙмәттәштәре­беҙҙең – БЮТ каналынан Рафиҡ Әхмәтшин, Фәйрүзә Фәтхуллина, Айгөл Усманова, “Алға” гәзитенең баш мөхәррире Венера Арыҫланова (Борай районы), “Мораҙым” гәзите мөхәррире Розалия Исҡужинаның (Күгәрсен районы) фиҙакәр хеҙмәте Рәсәй Журналистар союзының наградаһы менән билдәләнде.  Бер нисә тапҡыр Луганск Халыҡ Рес­публикаһында булып, ундағы хәл-торошто, йәшәйеште үҙ күҙҙәре менән күреп, йәнле репортаждар эшләгән коллегаларыбыҙ Азат Саҙрыев, Вадим Исламов, Булат Саҙрыев, Вадим Лаврентьев, Азат Ғиззәтуллин, Олег Яровиков БР Журналистар союзының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Оҙаҡ йылдар дауамындағы фиҙакәр хеҙмәте, һөнәри оҫталығы һәм “Баш­ҡортостан” гәзитенең 105 йыллығы айҡанлы ошондай уҡ награда менән “Башҡортостан” гәзитенең тырыш, уңған хеҙмәткәрҙәре – яуаплы секретарь Миңзифа Илтенбаева һәм бүлек мөдире Айһылыу Низамова ла бүләкләнде. 

 

Хәтер мәңге тере

 

Белеүебеҙсә, Рәсәй һәм Башҡорт­остан Журналистар союздары даими рәүештә ҡыҙыҡлы ижади бәйгеләр ойоштора. Әлеге байрам барышында шуларҙың береһенә – республика ойошмаһы тарафынан иғлан ителгән “Тере хәтер” конкурсына йомғаҡ яһалды. Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 77 йыллығы айҡанлы үткәрелгән бәйгегә 100-гә яҡын ижади эш ҡабул ителгән. Баҫма матбуғат саралары араһында “Ватандаш” журналы, “Ейәнсура таңдары” һәм “Октябрьский нефтяник” гәзиттәре ал­дынғы урындарға сыҡты. Электрон мәғлүмәт саралары араһында “Тамыр” балалар телеканалы тәҡдим иткән ике тапшырыу беренсе урын менән билдәләнде. Баймаҡ теле­студияһы – икенсе һәм конкурста алты ижади эше менән ҡатнашҡан телевидение хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин өсөнсө урынға лайыҡ булды. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙә­ренең, тыл хеҙмәтсәндәренең хәти­рәләрен мәңгеләштереп, ҡыҙыҡлы һүрәтләмәләр, очерктар яҙған, теле-, радиотапшырыуҙар әҙерләгән тағы бер төркөм хеҙмәттәшебеҙ дипломдар һәм Рәхмәт хаттары менән билдә­ләнде. Шулай уҡ байрам барышында Башҡортостан Журналистар союзына яңы ағзалар ҡабул ителде.

 

Матбуғатлы ла, бүләкле лә булдылар

 

Матбуғат байрамы барышында теләге булған һәр кем яратҡан баҫмаларына арзан хаҡҡа яҙылып, ошонда уҡ ойошторолған отош уйынында ҡатнаша алды. Ә бүләктәр бик шәп ине: тау велосипеды, мультибешергес, сымһыҙ ҡолаҡсындар, эске аккумуляторҙар һ.б.

Ведомство етәксеһе Максим Ульчев, байрамдың икенсе өлөшөн асып, журналист һөнәренең бөгөнгө көндәге ролен, журналист һүҙенең баһаһын билдәләне. “Республиканың киң мәғлүмәт сараларында фиҙакәр хеҙмәт иткән өс меңгә яҡын журналист халыҡ менән власть араһындағы бәйләнеште тәьмин итә. Тап улар тарафынан тәьмин ителгән сифатлы, хаҡ мәғлүмәт дөрөҫ йүнәлешле дәүләт сәйәсәте алып барыуға ла булышлыҡ итә. Һөнәрегеҙҙе яратып башҡары­уығыҙ, һәр ваҡыт алғы сафта булыуы­ғыҙ өсөн рәхмәт!” – тине Максим Ульчев сығышында. Артабан иң лайыҡ­лы­­­ларға БР Хөкүмәтенең, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлы­ғының, “Башҡортостан Рес­публикаһы” нәшриәт йортоноң маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Бүләк­ләнеүселәр ара­һын­да ошо көндәрҙә барлыҡҡа киле­үенә 105 йыл тулыуҙы билдәләгән “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре­нең дә булыуы – беҙҙең өсөн икеләтә ҡыуаныслы. Гәзите­беҙҙең фотохә­бәрсеһе Айрат Нур­мөхәмәтов – Баш­ҡортостан Респуб­ликаһы Хөкүмәте­нең Рәхмәт хатына, дәүләт һәм сәйә­сәт бүлеге хәбәрсеһе Әлфиә Мин­ғәлиева һәм Урал аръяғы буйынса үҙ хәбәрсебеҙ Кәримә Усманова Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Почет грамотаһына лайыҡ булды.

Шулай уҡ бында йылдағыса билдәле артистар, төркөмдәр сығыш яһаны, милли әйберҙәр, китаптар һатылған күргәҙмә эшләне. Байрамды “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, “Ауаз” фольклор, “Тамыр” балалар ансамбл­дәре, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Фәдис Ғәниев, Лилиә Ишемйәрова, Заһир Зәйнетдин кеүек сәхнә оҫтала­рының сағыу сығыштары биҙәне. Һәр редакция коллективы үҙенең тоғро дуҫ­тарына айырым бүләктәр ҙә тап­шыр­ҙы. Тап байрам барышында матбуғат баҫмаларына яҙылыусылар араһын­да уйнатылған төп бүләк – тау велосипеды Баймаҡ районының Ҡолсора ауылынан Зәйнулла Сыңғы­ҙов өлөшө­нә төшкән көмөш булды. Ул, “Өмет” гәзитенә яҙылып, гәзитле лә, бүләкле лә булды. Ғөмүмән, рух һәм күңел байрамынан һәр кем риза булып, аралашыуҙан йәм табып таралышты.

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

 

Читайте нас: