Бөтә яңылыҡтар

Сираттағы “Евразия йөрәге-2022” саҡыра!

24-26 июндә Торатау конгресс-залының амфитеатрында алтынсы тапҡыр “Евразия йөрәге” Халыҡ-ара сәнғәт фестивале үтә.  

Сираттағы “Евразия йөрәге-2022” саҡыра!
Сираттағы “Евразия йөрәге-2022” саҡыра!

Был мауыҡтырғыс ваҡиға барыһын да күләмлелеге, башҡарыусыларҙың юғары кимәле, стиль-йүнәлеш киңлеге менән ғәжәпләндерер.

Башҡортостанда 2016 йылдан алып үткәрелгән "Евразия йөрәге" Халыҡ-ара сәнғәт фестивале йыл һайын 200 меңдән ашыу тамашасыны һәм ҡатнашыусыны йыя. Уның программаһында бер нисә тематик музыкаль кисә бар, ә төп үҙенсәлеге – "Симфоник төн". Әлбиттә, һәр саҡтағыса, билдәле артистарҙың сығышы, фестивалде асыу һәм ябыу тантаналары ҡаралған. Донъяла әлегә ҡабатлауы булмаған асыҡ һауалағы һоҡланғыс тамаша был.

24 июндә фестиваль "Башҡортостанда тыуғандар" программаһы менән асыла. Унда төрлө ваҡытта республикабыҙ исеменән "Тауыш" проектында сығыш яһаған ҡатнашыусылар буласаҡ. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт филармонияһының Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ҡасимов етәкселегендәге Эстрада һәм джаз оркестры сығышын тыңларға мөмкин. Беренсе көндөң хедлайнерҙары – “TeнорA ХXI века” арт-проекты һәм "Пицца" төркөмө.

Фестивалдең икенсе көнө – "Симфоник төн"дә – Башҡортостан Республикаһының Милли симфония оркестры донъя классикаһы шедеврҙарын башҡара. Дирижёры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дмитрий Крюков.

VI Халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең өсөнсө көнө, 26 июндә, ҡуйыласаҡ гала-концерты йәштәр көнөнә арнала. Сәхнәгә республикабыҙҙың йәш артистары сығасаҡ. Тамашасылар шулай уҡ "Бишбармаҡ" һәм "Дәрүишан" төркөмөнөң сығыштарын тыңлай ала. Бынан тыш, Бүрәт Республикаһынан килгән ҡунаҡтар – "Намгар" этно-төркөмө көтөлә.

Гала-концерттың хедлайнерҙары — Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Сергей Трофимов (Трофим) һәм Дима Билан. Йола буйынса, фестиваль байрам фейерверкы менән тамамланасаҡ.

 

Сығанаҡ: БР Мәҙәниәт министрлығы.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: