Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республикабыҙ рәсми делегацияһының Үзбәкстанға сәфәре барышында Ташкенттың Алишер Навои исемендәге Милли китапханаһы фондына китаптар тапшырыу тантанаһы үтте. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, республиканың Милли китапханаһы директоры Марат Зөлҡәрнәев ҡатнашты.
Китапханаға башҡорт әҙәбиәтенең классик әҫәрҙәре, энциклопедиялар, фәнни-популяр әҙәбиәт бүләк ителде. Үзбәкстан вәкилдәре билдәләүенсә, фонд Башҡортостан китаптары менән һуңғы тапҡыр утыҙ йыл элек тулыландырылған. Шунан бирле ике республика китапханалары араһында хеҙмәттәшлек туҡтап торған.
А. Навои исемендәге Милли китапханаға 1870 йылда нигеҙ һалынған. Ул Үҙәк Азияла ҡулъяҙмалар, баҫмалар һәм художестволы әҫәрҙәр һаҡланған иң ҙур урын булып тора.
Фото: Мәҙәниәт министрлығы сайты.