Амангилде ауылында райондың шиғыр һөйләүселәре араһында “Тыуған еренә дан йырлаусы” исемле конкурс уҙғарылды. Сара яҡташыбыҙ, талантлы шағир Әсхәл Әхмәт-Хужаның тыуыуына 80 йыл тулыуға, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына арналды. Конкурсҡа килгән һәр ҡатнашыусы шиғырҙарҙы ихлас күңелдән һөйләне. Сөнки шағирҙың әҫәрҙәренең һәр береһенә оптимистик рух хас, һәр береһе йәшәүгә дан йырлай. Тормошто һөйгән яҡташыбыҙ ижады, башлыса, тыуған төйәккә, республикабыҙға сикһеҙ мөхәббәт менән һуғарылған.
Матур сара шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар менән бергә үрелеп барҙы. Уның халыҡ араһында билдәлелек яулаған, бөгөнгө көндә яратып йырланғандары бихисап. Ошо йырҙарҙы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Садиҡ Шаһыбалов һәм Амангилде урта мәктәбе уҡыусылары башҡарыуында тыңлап, ауыл клубы хеҙмәткәрҙәренең дәртле бейеүҙәрен ҡарап, илһам, рухи көс алып ҡайтты тамашаға килеүселәр.
Конкурстың төп бүләген – Гран-приҙы Хәмит ауылынан шағирә Илсиә Ҡасимова алды. Арҙаҡлы әҙиптең ҡатыны Лүзә Сәхип ҡыҙы уға үҙенең махсус бүләген тапшырҙы. Беренсе дәрәжә дипломға Красная Башкирия ҡасабаһынан Зөлхизә Әхмәтшина менән Асҡарҙан Сулпан Әҡсәнова эйә булды. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы яулаусылар – Гөлнара Нурғәлиева, Айгөл Мөхәмәтшина, Мәликә Вәлиева, Хәснә Мусина, Файза Мирхәйҙәрова.
Төрлө номинацияларҙа урындар алыусылар ҙа булды. Урал ауылынан килгән 11-се синыф уҡыусыһы Арсен Яуынбаев шағирҙың “Аҡ ҡар яуа” исемле шиғырын һөйләп, “Тамашасы һөйөүе”нә лайыҡ булды.
Кисәлә Әсхәл Әхмәт-Хужаның тормош иптәше шағир тураһында үҙенең иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, китап уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе, ҡайһы бер хәл-ваҡиға, күренештәргә асыҡлыҡ индерҙе.
Дөйөм алғанда, авторҙың шиғырҙарында беҙ йәшәгән донъя, үҙ-ара мөнәсәбәттәр, изгелек һәм яуызлыҡ сағылыш таба. Шағир үҙе йәшәгән тормошто тәбиғи һутында мауыҡтырғыс итеп һүрәтләй белә. Ябай ғына ваҡиғаларҙан, мөнәсәбәттәрҙән ул бына тигән образдар тыуҙыра. Шағирҙың был ынтылыш-тойғоларын бәйгелә ҡатнашыусылар төрлө музыка ҡоралдарын файҙаланып та еткерергә тырышты. Был йәнле аралашыу күңелдәрҙә тик яҡшы хәтирәләр генә ҡалдырҙы. Кисә аҙағында иҫтәлеккә фотоға ла төштөк.
Зөһрә Кашапова
Әбйәлил районы.