Бөтә яңылыҡтар

“Ынйылар”ҙың ынйылары

Йолаларҙы күреп үҫә балалар.

Шәхси архивтан.
Фото:Шәхси архивтан.

Беҙҙең ауыл клубында байтаҡ йылдар “Ынйылар” фольклор коллективы эшләп килә. Унда йөрөүселәрҙең күпселеге – ағинәйҙәр. Ауылдағы концерттарҙа, башҡа сараларҙа ғына ҡатнашып ҡалмайбыҙ, район кимәлендәге конкурстарҙа ла йыш сығыш яһайбыҙ.

Районда “Тере йола” тигән халыҡ фольклоры конкурсының һайлап алыу турында уңышлы сығыш яһап, гала-концертҡа үттек. Йырлап, ҡумыҙҙа уйнап, сәхнәне гөрләттек. Күптән түгел өлкән йәштәгеләрҙең “Тормош, һине яратам!” конкурсындағы сығышыбыҙ ҙа юғары баһа­ланды. Районда еңеү яулап, республика этабына сыҡтыҡ.

Роза Нафиҡова етәкселе­гендәге фольклор коллективына йыр-моң яратҡан, дәртле ауылдаштар тупланған. Быйыл ғына үҙ көсөбөҙ менән сәхнәгә милли күлдәктәр тектерҙек. Үҙебеҙ ҡашмау- һаҡалдар ҙа эшләп алдыҡ. Коллективыбыҙҙа барыһы ла – 50 йәштән үткән ҡатын-ҡыҙҙар, арабыҙҙа апай­ҙарҙың 70 йәштән дә өлкәнерәк булыуы ла ансамблдең бәҫен арттыра. Сәхнәгә, йола­лары­быҙға ҡыҙыҡһыныу, шулай итеп, барыбыҙҙы ла берләштерә.

Мәктәп уҡыусылары менән дә тығыҙ бәйләнеш булды­рылған. Йолаларыбыҙҙы белеп үҫһендәр өсөн, йыш ҡына уларҙы клубтағы сараларға йәлеп итәбеҙ. Былтыр ауыл халҡын, уҡыусыларҙы саҡырып, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса конкурс ойошторҙоҡ.

Әлбиттә, фольклор коллекти­вының эше менән генә сиклән­мәйбеҙ. Йолаларыбыҙҙы, бо­рон­ғо шөғөлдәребеҙҙе тергеҙеү, үҫтереү буйынса киләсәккә ҙур маҡсаттарыбыҙ ҙа бар. Туған телен, мәҙәниәтен яратҡан ауылдаштарым менән уларҙы ла тормошҡа ашырасағыбыҙға ышанам.


Әминә Абдрахманова

Бишбүләк районы.

Читайте нас: