Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы комиссия әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына ғаризалар һәм әҫәрҙәр ҡабул итә башлай.
Йәмғиәттә танылыу яулаған, Башҡортостандың художество мәҙәниәтенә тос өлөш индергән иң талантлы, яңылығы, үҙенсәлеге менән айырылып торған әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәре өсөн ике йылға бер тапҡыр өс дәүләт премияһы тапшырыла. Уларҙың һәр ҡайһыһының күләме 500 мең һум тәшкил итә.
Дәүләт премияһына дәғүә итеү өсөн комиссияға түбәндәге документтар тапшырыла:
ойошманың авторҙы (авторҙарҙы) дәүләт премияһына тәҡдим итеү тураһындағы (автор үҙ-үҙен тәҡдим иткән осраҡта, уның үҙенең) юлламаһы;
ойошманың коллегиаль органы ултырышы протоколынан дәүләт премияһына авторҙы (авторҙарҙы) тәҡдим итеү тураһындағы өҙөмтә;
дәүләт премияһына тәҡдим ителгән әҫәрҙең авторы (авторҙары) тураһында мәғлүмәт;
дәүләт премияһына тәҡдим ителгән әҫәр авторынан (авторҙарынан) шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ;
дәүләт премияһына тәҡдим ителгән әҫәрҙең тасуирламаһы;
дәүләт премияһына тәҡдим ителгән әҫәрҙең аннотацияһы.
Комиссияға шулай уҡ киң мәғлүмәт сараларында дәүләт премияһына тәҡдим ителгән әҫәр буйынса фекерҙәр, баһаламалар тапшырыла (булған осраҡта).
Дәүләт премияһына тәҡдим ителгән әҫәрҙәр документтар ҡабул ителә башлағанға тиклем кәмендә ярты йыл алдан баҫылып сығырға (башҡарылырға, күрһәтелергә, төҙөлөргә) тейеш. Документтар һәм материалдар 15 июндән 15 июлгә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450015, Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 18, 16-сы бүлмә, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы.
Комиссия тарафынан конкурста ҡатнашырға рөхсәт ителгән әҫәрҙәр исемлеге республика матбуғатында донъя күрә.
Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тураһындағы положение менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтында танышырға мөмкин.
Фото: bashinform.ru/news/culture