Ауыр яңылыҡ еткерәбеҙ. Бөгөн Мәскәү ҡалаһында билдәле яҡташыбыҙ, Рәсәй эстрадаһы йондоҙо Юрий Шатунов вафат булған. Был турала башҡарыусының директоры Аркадий Кудряшов хәбәр итә.
Йырсының үлеменең сәбәбе лә билдәле. Ул төндә “ашығыс ярҙам” машинаһында йән биргән. Асыҡланыуынса, ул инфаркт кисергән. Уға ни бары 48 йәш ине.
Юрий Шатунов 1973 йылда Башҡортостанда, Күмертау ҡалаһында тыуған. Өс йәшендә ата-әсәһе айырылышҡан, 11 йәшендә әсәһе үлгән. Буласаҡ йондоҙ үҫмер сағын балалар йортонда үткәрә, унда үҙешмәкәрлек түңәрәге етәксеһе Сергей Кузнецов менән таныша. Тап шул мәлдән алып “Ласковый май” төркөмөнөң тарихы башлана.
“Аҡ раузалар”, “Сал төн”, “Алһыу кис”, “Бала саҡ” йырҙары артисҡа ҙур популярлыҡ килтерҙе. 2015 йылда “Звуковая дорожка” премияһын тапшырыу тантанаһында Юрий Шатунов Рәсәйҙең шоу-бизнесын үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн премияһына лайыҡ булған.
Фото: repost.uz