Бөгөн Рәсәй эстрадаһы ауыр юғалтыу кисерҙе тип хәбәр иткәйнек. Ҡапыл инфаркт кисереп, яҡташыбыҙ, Күмертау егете Юрий Шатунов вафат булған. Сәхнә йондоҙона ни бары 48 йәш ине.
Интернет селтәрендә уның ғүмеренең һуңғы минуттарын күрһәткән видеояҙмалар барлыҡҡа килде. Унда дуҫтары ауыр хәлдәге Юраны һөйрәп тигәндәй дауаханаға алып килгән мәл күренә.
Билдәле булыуынса, үлеме алдынан Юрий Шатунов дуҫтары менән ял иткән. Иртән улар балыҡҡа барырға йыйынған. Йырсы әҙерәк һыра эскән һәм ҡыҫала ашаған, шул мәлдә уға ҡыйын булып киткән. Йөрәгем ауырта тип зарланған, тик өйҙәрендә йөрәктән дарыуҙар булмаған һәм дуҫтары уны машина менән Растуново ауылындағы поликлиникаға алып киткән.
Унда Шатуновты хәлен еңелләштерергә тырышҡандар, әммә килеп сыҡмаған һәм, “Ашығыс ярҙам” саҡыртып, реанимацияға алып барырға ҡарар иткәндәр. Поликлиникала ул 10 минут самаһы булған, аҙаҡ иң яҡын дауаханаға - Домодедовоға алып китәләр. “Ашығыс ярҙам” машинаһы эсендә яҡташыбыҙҙың йөрәге туҡтаған, ул саҡта уны кире эшләтә алғандар. Клиникаға килеп еткәс, йәнә йөрәге туҡтаған. Табиптар уның ғүмерен ҡотҡарыу өсөн ике сәғәт реанимация саралары башҡарған, әммә һөҙөмтә булмаған...
Йырсының тыуған ерендә - Күмертау ҡалаһында уның хәтерен мәңгеләштереү тураһында уйлайҙар.
Фото: tvcenter.ru