“Һәләт ҡайҙан киләлер, Аллаһ үҙе генә белә, – ти Әкрәм Ҡәйепҡолов. – Уйланып, ҡағыҙ сыймаҡлап ултырмайым. Урам ҡыҙыраммы, ашап ултыраммы – бер тема башҡа һуға, шунда уҡ яҙып ҡуймаһам, онотола”.
Уҡыуҙы тамамлағас, колхозда, совхозда тракторсы, комбайнсы, артабан Сибайҙың Механизациялау идаралығында бульдозерҙа эшләй ул. Үҙе әйтмешләй, “тиҫкәре яҙмалары” төрлө йылдарҙа “Башҡортостан”, “Атайсал”, “Һаҡмар”, “Киске Өфө” гәзиттәрендә, “Һәнәк”, “Ағиҙел” журналдарында баҫыла.
Әкрәм ағай әле хаҡлы ялда. “Алған пенсияға, мул тормошҡа, магазин кәштәләрендә тулып ятҡан аҙыҡ-түлеккә шөкөр итеп, бик ҡәнәғәт булып йәшәйем, – ти ул. – Һаулыҡ шәптән, үҙем һәптән тип, аяҡ-ҡулым һыҙламағанға Аллаһҡа рәхмәттәр уҡып, урам ҡыҙырам. Йәй көндәре урман-тауҙарҙы гиҙәм”.
Төртмә теллелеге, йор һүҙе менән Әкрәм Ҡәйепҡолов яҡташы Буранбай Исҡужинды ла хәтерләтеп ҡуя. Һәр хәлдә, шағирҙың үҙ стиле, үҙ ҡәләме, үҙ фекере бар. Был – шиғриәттә шағирҙы шағир иткән төп күрһәткес.
* * *
Ай нурҙарын таған итеп,
Йондоҙҙарға атылдым.
Һәр йондоҙҙоң йондоҙо бар –
Кире ергә ҡайтылды.
...Ергә төшкәс,
Тынғыһыҙ йән
Кире күккә тартылды!
* * *
Ебәк сәсен һирпеп ебәрҙе лә
Тау артынан ҡояш күренде.
Алтын нурҙар күккә ҡағылды ла
Ергә ынйы булып түгелде.
Туғай яңғыратып ат кешнәне,
Тертләп ырғып торҙо ҡолондар.
Сыңғырап та китте еҙ ҡыңғырау,
Үргә күтәрелде томандар.
Бауырынан аттар үлән кисә,
Тәмле еҫен бөркә ҡуҙғалаҡ.
Ысыҡ һыуын эсеп эсе ташҡан
Сиңерткәләр көскә ҡуҙғала.
Йылға өҫтөн балыҡ һыҙып үтте,
Тулҡынланып ҡуйҙы тын ятыу.
Талдар ҡамыштарға төшөн һөйләй –
Үҙе бер мөғжизә таң атыу!
Ышанам
Һине һөймәне ул, тип әйтһәләр,
Ышанмаҫмын, һис тә ышанмам.
Тулған ай ҙа бөтөп, яңынан тыуа,
Мөхәббәткә шулай ышанам.
Йөрәгендә урын башҡаларға,
Тигәндәргә һис тә ышанмам.
Ҡышты еңеп ергә яҙҙар килә,
Мөхәббәткә шулай ышанам.
“Һине онотҡан ул, онотҡан ул!” –
Нахаҡ һүҙгә һис тә ышанмам.
Нәфрәтенә һағыштарын ҡушып
Иҫкә алыуына ышанам.