Бөтә яңылыҡтар

Өфө амфитеатрында “Евразия йөрәге-2022” тибә

Йолаға әйләнгән сәнғәт фестивале Башҡортостандың баш ҡалаһында алтынсы тапҡыр үткәрелә.

Өфө амфитеатрында “Евразия йөрәге-2022” тибә
Өфө амфитеатрында “Евразия йөрәге-2022” тибә

Баш ҡалабыҙҙың иң күркәм урындарының береһе – “Торатау” конгресс-холының амфитеатрында VI халыҡ-ара “Евразия йөрәге” фестивале башланды. Беренсе тапҡыр сәнғәт форумы 2016 йылда уҙғарылғайны. Һәр бер фестиваль исемдәре бар илгә генә түгел, донъяға билдәле артистарҙы ла йәлеп итә.

Быйылғы полимәҙәни форумдың тәүге көнө “Башҡортостанда тыуғандар” девизы аҫтында үтте. Атамаһынан уҡ күренгәненсә, фестиваль ҡунаҡтары – яҡташ йырсылар, улар ярты ил халҡы яратып ҡараған һәм тыңлаған “Тауыш” (“Голос”) телевизион конкурсының төрлө осорҙарында ҡатнашып, уңыш яулаған артистар. “Евразия йөрәге” сәхнәһенә Мария Мирова, Илдар Абдуллин, Динә Ғарифуллина, Руслан Воротников, Екатерина Ямщикова, Рушана Вәлиева, Марсель Сабиров, Наҙгөл Отузовалар сыҡты. Йырсыларҙың сығышын Башҡорт дәүләт филармонияһының республиканың халыҡ артисы Олег Ҡасимов етәкселегендәге Эстрада-джаз оркестры биҙәне.

Фестивалдең беренсе көнөнөң махсус саҡырылған ҡунаҡтары, йәғни ”хедлайнерҙары” – “ТенорА XXI века” арт-проекты һәм популяр “Пицца” төркөмөнөң сығыштарын тамашасылар айырыуса йәнле ҡабул итте. Аҙаҡ "Евразия йөрәге" күген байрам фейерверкы биҙәне. 

Музыкаль форум өс көн бара. Иртәгә, икенсе көн программаһында – “Симфония төнө”. Республиканың Милли симфония оркестры донъя классикаһының үлемһеҙ әҫәрҙәрен башҡарып ишеттерәсәк.

Фотолар: Валерий Шахов, “Башинформ” агентлығы.

Өфө амфитеатрында “Евразия йөрәге-2022” тибә
Өфө амфитеатрында “Евразия йөрәге-2022” тибә
Өфө амфитеатрында “Евразия йөрәге-2022” тибә
Өфө амфитеатрында “Евразия йөрәге-2022” тибә
Өфө амфитеатрында “Евразия йөрәге-2022” тибә
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: