Бөтә яңылыҡтар

Цой йырҙарын башҡортса тыңлайбыҙ

Йыйынтыҡ “Йырлап ҡара минең менән” тип исемләнгән.

Цой йырҙарын башҡортса тыңлайбыҙ
Цой йырҙарын башҡортса тыңлайбыҙ

Билдәле шағир, Учалы районының Миндәк ауылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Мөнир Иҡсанов легендар йырсы Виктор Цойҙың йырҙарын башҡорт теленә тәржемә итеп, ыҡсым ғына йыйынтыҡ сығарған.

Йыйынтыҡ “Йырлап ҡара минең менән” тип исемләнгән. Автор иһә һәр юлдың өҫтөнә гитара өсөн аккордтарҙы ла яҙған.

Гитара класы буйынса музыка мәктәбен тамамлаған Мөнир Иҡсановтың һүҙҙәренә ҡарағанда, йыйынтыҡ өҫтөндә йылға яҡын эшләгән. Уға 19 йырҙың тәржемәһе ингән. Һүҙҙәрҙең мәғәнәһен үҙгәртмәйенсә, шиғри ритмды һаҡлау инде иң ҡатмарлыһы булған.

Әйткәндәй, 21 июндә “Кино” рок төркөмө етәксеһе Виктор Цойҙың тыуыуына 60 йыл тулды.

Фото: Рәшит Зәйнуллин.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: