Новосибирск ҡалаһында тыуып, Дүртөйлөлә йәшәгән Клара Сәфәрова – һөнәре буйынса финанс белгесе. 36 йыл “Росгосстрах”та баш бухгалтер, бухгалтер, бухгалтер-иҡтисадсы булып эшләгән. “Тулҡын” әҙәби-ижад берекмәһенең әүҙем ағзаһы. Район һәм республика гәзит-журналдарында шиғырҙары даими баҫыла килә. Үҙнәшер менән балалар өсөн “Шаян ҡыҙ”, өлкәндәргә “Һөйләйем серҙәремде”, “Тәүге осрашыу”, “Йәшәү йәме” шиғри йыйынтыҡтары донъя күргән.
“Шиғыр яҙыу серҙәренә “Тулҡын”ға йөрөй башлағас, шағир Рафаэль Хафизов төшөндөрҙө. Берекмә ағзалары бик дәртлебеҙ, – ти Клара апай. – Әҙәби кисәләр ойоштороп, Дүртөйлө районының бөтә ауылдарын йөрөп сыҡтыҡ. Туймазы, Октябрьский ҡалаларында ла сығыш яһаныҡ”.
Әлеге мәлдә Дүртөйлө ҡалаһында балалар өсөн дә “Тулҡын” әҙәби-ижад берекмәһе барлыҡҡа килгән. Һәләтле ҡәләм тирбәтеүселәр башҡорт, татар, рус телдәрендә ижад итә икән. “Үҙебеҙгә алмаш әҙерләйбеҙ, ултырыштарҙа балаларҙың ҡулъяҙмаларын тикшерәбеҙ”, – тип һөйөнә Клара Сәфәрова. “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете – ир-аттың, балаларыңдың һине ихтирам итеүендә, яратыуында” тип иҫәпләгән һәүәҫкәр шағирәнең күпселек шиғырҙары мөхәббәт, тәбиғәт, ғаилә темаһына арналған.
Ябайлыҡ
Ябай ғына ялан сәскәләре
Үҫә минең баҡсам түрендә.
Гүзәллек, наҙ, һөйөү хисе менән
Һуғарылған улар күңелдә.
Мин үҙем дә шул сәскәләр кеүек
Ябай булдым ғүмер-ғүмергә.
Бәлки, шуғалыр ҙа, ябайлыҡты
Яратамын өҫтөн күрергә.
Ябай булдым, ябайлыҡты яҡлап,
Ғүмер уҙғанын да һиҙмәнем.
Ҡаршылыҡтар булды аҙым һайын,
Ә мин, ғорур, башым эймәнем.
Ярай әле һин бар
Ауыр минуттарҙа йыуаттың,
Хәсрәтемде юйҙың, юғалттың.
Шифа булдың һулыған гөлөмә,
Пар ҡанаттар ҡуйҙың иңемә.
Мөхәббәтең кәрәк, бик кәрәк –
Күңелемдә бары шул теләк.
Матур үтһәк тормош юлдарын,
Тигеҙ йәшәп ғүмер йылдарын,
Һөйөнөрҙәр яҡын дуҫ-иштәр,
Көнләшкәндәр генә ни эшләр?
Татыулыҡ
Яратам мин алһыу таңдарҙа
Ҡош һайрауын бөҙрә талдарҙа.
Шат йырҙары рәхәт күңелгә –
Татыу йәшәй ҡоштар ғүмергә.
Рәнйетмәгеҙ яҡын дуҫтарҙы,
Ҡурҡытмағыҙ һайрар ҡоштарҙы –
Моң-һағыштар ауыр күңелгә,
Татыу булһаҡ ине ғүмергә!
Дуҫ-иштәрең булһын яныңда
Яҙмышыңдың ауыр сағында.
Ҡоштар кеүек һайрап гел бергә,
Татыу йәшәйексе ғүмергә!