Бөтә яңылыҡтар

Аллағыуаттар ҙур ҡыуаныс кисерә

Милләттәр араһын тағы ла яҡынайтып...

Аллағыуаттар ҙур ҡыуаныс кисерә
Аллағыуаттар ҙур ҡыуаныс кисерә

Стәрлебаш районы Түбәнге Аллағыуат ауылы мәҙәниәт йортоноң матди-техник базаһы яңыртылып, презентация үткәрелде. Сара, район милли мәҙәниәттәр фестиваленә ярашлы, урында йәшәгән төрлө милләттәр араһында этномәҙәни бәйләнешкә булышлыҡ ҡылыу маҡсатында ойошторолдо.

Милли мәҙәниәттәр фестивале сиктәрендә Башҡорт мәҙәниәте көндәрен үткәреү өсөн Түбәнге Аллағыуат осраҡлы ғына һайланмаған. Был ауыл мәҙәниәт йорто 2021 йылдың авгусында “Мәҙәниәт” милли проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә капиталь ремонттан һуң асылғайны. Шул саҡта уны тулыһынса йыһазландырыу маҡсаты ҡуйылды.

Бурыстар үтәлде – быйыл Аллағыуат ауылы мәҙәниәт йорто “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проектында ҡатнашты. Проект ете йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыла: Аллағыуат ауылы мәҙәниәт йортонда эш “Урындағы мәҙәниәт йорто” йүнәлеше буйынса башҡарылған. Проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә учреждениеның матди-техник базаһы нығытылған, сәхнә өсөн кейем, театр креслолары, сәхнә кейеме, бейеү залы өсөн ҡорамалдар һатып алынған.

“Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль партия проекты мәҙәниәт учреждениеларының эш сифатын күтәреүгә һәм уларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Проект бөтә граждандарҙың да мәҙәни тормошта ҡатнашыуын тәьмин итеүҙе, ялын төрләндереүҙе һәм, йәш һәләттәргә ярҙам күрһәтеп, өҫтәмә белем алыу өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтеүҙе лә күҙ уңында тота. Ошо проект ярҙамында Түбәнге Аллағыуат мәҙәниәт йорто тағы ла йәмлерәккә, замансараҡҡа әйләнде.

Был ваҡиға Аллағыуат өсөн генә түгел, бөтә Стәрлебаш районы өсөн дә әһәмиәтле. Мәҙәниәт йорто – ауыл кешеләренең ысын ижтимағи-мәҙәни тормош үҙәге, осрашыуҙар, аралашыуҙар, төрлө йәштәге кешеләрҙең ижади һәләттәрен үҫтереү урыны.

Сарала Дөйөм Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Александр Кузьменко, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Социомәҙәни эшмәкәрлек бүлеге начальнигы Ирек Иманғәлин, Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов, урындағы ауыл биләмәләре делегациялары, үҙешмәкәр коллективтар, йәмәғәт берекмәләре вәкилдәре һ.б. ҡатнашты.

Аллағыуаттарҙы байрам менән ҡотлайбыҙ! Кесе ватанығыҙҙың мәҙәни тормошо сәскә атһын, традицияларҙы яңы быуын вәкилдәре нығытһын һәм үҫтерһен! Мәҙәниәт йортонда таланттар һәм ижадҡа һөйөү уты бер ҡасан да һүнмәһен!

Фото: видеонан скрин-шот.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: