Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн Юраны оҙаталар...

Бәхилләшеү сараһы тура трансляцияла ла күрһәтеләсәк. Ваҡыты - яҙмала. 

Бөгөн Юраны оҙаталар...
Бөгөн Юраны оҙаталар...

Бөгөн Мәскәүҙә Юрий Шатуновты һуңғы юлға оҙаталар. 

Яҡындарының һорауы буйынса, йырсының кәүҙәһенә кремация үткәреләсәк. Көлө менән урнаны Мәскәүҙең Троекуров зыяратында ерләйәсәктәр.

Миллиондарҙың кумиры булған артист менән бәхилләшеү бөгөн, 26 июндә, Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге 10-дан 3-кә тиклем зыяраттың Хушлашыу залында үтә. Адресы: Мәскәү ҡалаһы, Рябиновая урамы, 24. Шулай уҡ артисты оҙатыу сараһы тура трансляцияла ла күрһәтеләсәк.

Фото: i.ytimg.com

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: