Бөтә яңылыҡтар

Хуш, “Евразия йөрәге-2022”!

Кисәге “Симфония төнө” классик музыканы үҙ иткәндәргә ысын мәғәнәһендә ҙур бүләк булһа, бөгөнгө гала-концерт Йәштәр көнөнә бағышланды.

Хуш, “Евразия йөрәге-2022”!
Хуш, “Евразия йөрәге-2022”!

“Торатау” конгресс-холы янындағы амфитеатрҙа барған VI халыҡ-ара “Евразия йөрәге” сәнғәт фестиваленең йомғаҡлау көнө лә тамамланып бара.

Кисәге “Симфония төнө” классик музыканы үҙ иткәндәргә ысын мәғәнәһендә ҙур бүләк булһа, бөгөнгө гала-концерт Йәштәр көнөнә бағышланды. Бәлки шуғалыр ҙа, амфитеатр майҙанында халыҡ айырыуса күп булды. Көн бер аҙ һыуытыуға ла ҡарамай, тамашасылар ихласлап йырсыларға ҡушылып йырланы, бейене, рәхәтләнеп ял итте.

Сәхнәгә Башҡортостандың йәш таланттары, “Дәрүишхан”,  “Бишбармаҡ” төркөмдәре сыҡты. “Дәрүишхан”дың күптән билдәле, популяр йырҙарына тамашасылар ҡушылмайынса түҙмәне. Бүрәт Республикаһынан килгән “Намгар” этно-төркөмөнөң сығышын да үҙ итеп ҡабул итте өфөләр.

Саҡырылған Рәсәй “йондоҙ”ҙары – кисәнең хедлайнерҙары бөгөн – Сергей Трофимов (Трофим) һәм “Дискотека Авария” төркөмө.

Теүәл өс көнгә баш ҡалабыҙ Өфө төрлө йүнәлештәге музыка һәм сәнғәт байрамы үҙәгенә әүерелде. Киләһе “Евразия йөрәге”н дә сәнғәт һөйөүселәр һағынып көтөп алыр.

Автор фотолары.

Хуш, “Евразия йөрәге-2022”!
Хуш, “Евразия йөрәге-2022”!
Хуш, “Евразия йөрәге-2022”!
Хуш, “Евразия йөрәге-2022”!
Хуш, “Евразия йөрәге-2022”!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: