Бөтә яңылыҡтар

Рифат Йәмлихин тыуған көнөн билдәләй

Ул ни өсөн гәзит биттәренән Йәмлихин фамилияһын эҙләгән? 

Рифат Йәмлихин тыуған көнөн билдәләй
Рифат Йәмлихин тыуған көнөн билдәләй

Бөгөн йәш йырсы, ҡурайсы, алып барыусы, журналист Рифат Йәмлихин тыуған көнөн билдәләй. Ул 1988 йылдың 26 июнендә Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында донъяға килгән.

“Минең туғандарым, атай-әсәйем дә бер ҡасан да йырламаны. Һәр хәлдә, үҙем иҫләмәйем. Атайымдың һөйләүе буйынса, уның яғынан Сабит ҡартатайым ҡурайҙа уйнаған. Атайым ғүмере буйы урмансы булып эшләне, әсәйем – хужабикә. Ғаиләлә беҙ өсәү үҫтек. Ағайым – уҡытыусылыҡты, ә һеңлем медицинаны һайланы. Бер мин генә сәхнәгә ылыҡтым”, - ти йырсы егет.

Рифат бәләкәй сағында яңы гәзит-журнал килһә, беҙҙең берәй туғаныбыҙ тураһында яҙманылармы икән тип, матбуғат биттәренән “Йәмлихин” фамилияһын эҙләгән. Бер мәл атаһынан: “Атай, гәзиттәрҙә күп кеше тураһында яҙалар. Ни эшләп беҙҙең фамилия бер ҙә осрамай ул?” – тип һораған. “Беҙҙең аранан йырсылар ҙа, яҙыусылар ҙа сыҡмаған бит”, - тип яуаплаған атаһы. Шул ваҡытта бәләкәй Рифат: “Беҙҙең фамилияны ла бер ваҡыт яҙырҙар әле”, - тип әйтеп ҡуя. Әле Рифат Йәмлихин (сәхнә псевдонимы – ЙәмлеХан) йырсы, ҡурайсы булараҡ та, журналист сифатында ла үҙен таныта бара.

Тыуған көнө менән ҡотлап, уңыштар теләйбеҙ уға!

Фото: Р. Йәмлихиндең шәхси архивы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: