Бөтә яңылыҡтар

Ҡанатлы Бабич

Шағир һынауҙарҙа һынатманы...

Ҡайҙа ғына булмаһын, Шәйехзада ижад өсөн янып, ғилемгә ынтылып, мәғрифәткә табынып йәшәй. Уның зиһен даирәһе, күңел офоҡтары һәр саҡ ғәйәт киң, маҡсат-идеалдары ғәйәт юғары. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә Бабич ниндәй шәхестәр менән яҡындан аралашып ҡала! Ошо хаҡта башҡорт халыҡ шағиры Рауил Бикбайҙың яҙмаһынан өҙөк тәҡдим итәбеҙ.

Ғәлимйән Ибраһимов, Дәрдмәнд, Мәжит Ғафури, Риза Фәхретдинов, Мөхәмәтша Буранғолов, Абдулҡадир Инан, Хәбибулла Ғәбитов, Зыя Камали, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Бағбостан, үзбәк шағиры Сулпан, ҡаҙаҡ әҙибе Мөхтәр Әүәзов, Муса Мортазин, Әмир Ҡарамышев, Шәриф Манатов, Юныс Бикбов – Шәйехзада Бабичҡа тормош юлында бына ниндәй кешеләр менән бергә бу­лырға, уларҙың күңел яҡтылығын күтәрергә, үҙенең шиғри нурын улар менән уртаҡлашырға тура килә! Ошо миҫал үҙе үк шағирҙың ниндәй бай рухи мөхиттә, көсөргәнешле етеҙ ритмлы тормошта, замандың әллә күпме яҡтарын үҙ зиһене аша үткәреп йәшәүен бик асыҡ күрһәтә.

Бабичтың ижад үҫеше шул осорҙағы ижтимағи хәрәкәт менән тығыҙ бәйләнештә барҙы, һәм шағир биографияһында баш­ҡорт милләтенең рухи биографияһы үҙенсә сағылды. Бабичтың һәр аҙымы тиерлек халыҡ яҙмышындағы мөһим үҙгәрештәргә тамырланды. “Халҡым өсөн” тигән ҡанатлы һүҙҙәр уның өсөн ҡоро декларация булып ҡына ҡалманы, был принцип әҫәрҙән-әҫәргә асыҡлана, тормошсан йөкмәтке менән тулылана һәм байый барҙы. Был эволюция юлында халыҡ төшөнсәһе лә, ижадтың халыҡсанлыҡ сифаты ла артабан конкретлашты, уның социаль ерлеге, милли йөҙө йылдан-йыл асығыраҡ күҙ алдына баҫты.

“Ғәлиә”не 1916 йылда тамамлап сыҡ­ҡандан һуң Шәйехзада Бабич Троицкиҙа бер уҡыу йылы мөғәллимлек итте. Февраль революция­һын ул ошонда ҡаршыланы, батша тәхете ҡолатылыуын, иҙелгән милләттәргә азатлыҡ килеүен тәбрикләп шиғырҙар яҙҙы, “Хөр мил­ләт” исемле гәзит сығарҙы, демонстра­цияларҙа ҡатнашты.

1917 йылдың авгусында “Ҡармаҡ” журна­лының саҡырыуы буйынса Бабич Ырымбурға килде. Башҡорт тарихындағы бик күп ҡатмарлы ваҡиғаларға шаһит булған был ҡала Бабич килгән осорҙа үҙе­нең әҙәби һәм мәҙәни көстәре менән дә башҡорт һәм татар мөхитендә Өфө, Ҡазан кеүек танылған үҙәктәрҙең береһе ине. Бында Бабичты иң ныҡ тартҡаны “Ҡармаҡ” жур­налы булһа ла, унда шағирға оҙаҡ эшләргә тура килмәне. Яңы тарихи ваҡиғалар бәре­лешендә уның яҙмышы икенсе йүнәлешкә боролдо.

Батша тәхете ҡолатылыу менән Рәсәйҙә милли хәрәкәт айырыуса көсәйеп китте. Был осорҙа башҡорттар араһында ла ер һәм милли азатлыҡ өсөн көрәш киң йәйелде, һәм Баш­ҡор­тостан Рәсәйҙә – милли көрәштең иң ныҡ ҡыҙған урындарының береһенә, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте илдәге был ҡуҙғалыштар­ҙың иң ныҡ ойошҡан, авангардта барған көстәрҙең береһенә әйләнде. Башҡорт халҡы үҙенең быуаттар буйы яҡлап килгән изге талаптарын ҡулына ҡорал тотоп яуларға әҙер ине.

Башҡорт милли-азатлыҡ көрәше 1917 йылда айырыуса ҡатмарлы шарттарҙа башланып китте. Баштан уҡ был хәрәкәт буржуаз шовинистарҙың ҡаршылығына осраны. 1917 йылдың майында Мәскәүҙә йыйылған Бөтә Рәсәй мосолман­дарының съезы ҡарарҙарында татар буржуазия­һы­ның башҡорт халҡын да үҙ ҡулына алырға тырышыуы асыҡ сағылды, ләкин “Мосолман берлеге” лозунгыһын алға һөргән бындай ынтылыштың ерлекһеҙ булыуын артабанғы тарихи ваҡиғалар яҡшы күрһәтте. Өфөләге, Мәскәүҙәге мосолман съездарында баш­ҡорт милли хәрәкәте вәкилдәре үҙҙәренең айырым фракцияһына тупланды. Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй мосолмандарының беренсе съезында татар буржуаз милләтселәре менән килешә алмайынса, башҡорт делегаттары (делегацияла бөтәһе 60 кеше ине) йыйынды ташлап китте һәм үҙҙәренең “Башҡорт бюро”һын төҙөнө. Был бюро программа төҙөүгә һәм съезд йыйыуға әҙерлек башланы.

1917 йылдың икенсе яртыһында был хәрәкәт тағы ла киңерәк таралғайны. 20–27 июлдә Ырымбурҙа, 25 – 30 августа Өфөлә беренсе һәм икенсе башҡорт съездары уҙҙы. Унда даими орган – Башҡорт Шураһы ойошторолдо. Тиҙҙән Шураның “Башҡорт” исемле гәзите сыға башланы.

Барлыҡ Башҡортостанды төньяҡта ғәйнә башҡорттарынан алып көньяҡта Туҡсоран яҡтарына тиклем, көнсығышта ялан ҡатай­ҙарынан алып көнбайышта Һамар далаларына тиклем киң араларҙы иңләгән был милли-азатлыҡ хәрәкәтенең үҙәге Ырымбурҙа туп­ланды. Был ҡалала ноябрь урталарында Каруан­һарай яңынан ҡайтарып алынды. Башҡортостан мөс­тәҡиллеге иғлан ителде, мәркәз Шураның фармандары халыҡҡа таратылды, башҡорт армияһы төҙөү буйынса эштәр башланды, 8–20 декабрҙә өсөнсө башҡорт ҡоролтайы ҙур күтәренкелек менән үтте. Бабич был тарихи ваҡиғаларҙың үҙәгендә булды, Башҡорт мәркәз Шураһының сәркәтибе, “Башҡорт” гәзитен ойошто­роусыларҙың береһе булараҡ яуаплы һәм тынғыһыҙ эштәр башҡарҙы. 1917 йылда Шәйехзада Бабич Ырымбурҙа башҡорт йәштә­ре­нең “Тулҡын” ойошмаһын төҙөүгә күп көс һал­ды, 18 декабрҙә ул рәсми рәүештә иғлан ителде. Бабичтың ҡулы менән яҙылған декларацияла ойошманың башҡарма ағзалары йәштәргә “Йәшәтегеҙ “Тулҡын”ды һәм тулҡын­ландырығыҙ башҡорт донъяһын!” тигән саҡырыу менән өндәште. Был ойошма хәҙерге башҡорт телендә китаптар сығарыу юлында мөһим аҙымдар яһаны. Шәйехзада Бабичтың “Йәш Башҡортос­тан. Зәңгәр йырҙар” исемле тәүге йыйынтығы бына шундай эшмәкәр­лектең һөҙөмтәһендә “Тулҡын” нәшриә­тендә донъя күрҙе.

Китапҡа 1917 йылдың көҙөнән алып 1918 йылдың көҙөнә тиклем яҙылған ши­ғырҙарҙың күпселеге ингәйне, ҡайһы бер элеккерәктәре лә урын алғайны (“Утрау”, “Ҡан шәүләләре”). Егерме ике шиғырҙан торған был баҫма шағирҙың үҙе иҫән саҡта сыҡҡан тәүге һәм һуңғы китабы булды.

Шағирҙың халыҡсанлығы уның тәбиғи һәләте кеүек үк әсә һөтө, атай-олатайҙар рухы менән бирелһә лә, ул үҙгәрмәҫ сифат түгел, тормош ағышында төрлө ҡаршы­лыҡ­тар аша тулылана, көсәйә йәки, киреһенсә, һәләкәткә дусар була.

Бабичҡа үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмерендә байтаҡ эҙләнеүҙәр һәм һынауҙар юлы үтергә, ҡаршылыҡтарҙы еңергә тура килде. Әммә башҡорт халҡының милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыу уның өсөн иң ҙур һынау булды, һәм был һынауҙа шағир бер генә мәлгә лә һынатманы.

Күпме йәһәннәмдәр аша үткән башҡорт ғәскәрҙәре 1919 йылдың 18 февралендә ҡыҙылдар яғына сыҡты. Ошо ваҡытта Бабич “Большевиктар менән килешеү туралы башҡорт халҡына көйлө хитап” тигән оҙон шиғри өндәмәһен яҙҙы. Әҫәр листовка рәүешендә баҫылып, ғәскәрҙәргә, ауыл­дарға таратылды. Был хитап шул осорҙағы сәйәси хәлдәрҙе аңлатыу менән бергә башҡорт азатлыҡ хәрәкәтенең борондан килгән тамырҙарын барлау һәм милләттең бөгөнгө көрәш дәртен данлау яғынан да (“Юҡ, һатманы башҡорт иҫке исемен, атылып килеп сыҡты майҙанға!”) бик әһәмиәтле. Уйлап ҡараһаң, Бабичтың барлыҡ ижады – туған халҡына яҙылған моңло китап ул.

Башҡорт республикаһы Ваҡытлы хәрби-революцион комитетының 1919 йылдың 25 февралендәге бойороғо менән Бабич Баш­рев­комдың башҡорт матбуғатына эшкә тәғәйенләнә, ләкин шағирға унда оҙаҡ эшләргә насип булмай. Фронттың бер яғынан икенсе яғына сығып ҡына яугирҙәр тыныс тормош таба алмай. Бер йәһән­нәмдән ҡотолдом тигәндә,  башҡортҡа яңы тамуҡтың уты үрләй, суҡмары киҙәнә башланы. Бабич бына ошо тамуҡ эсендә һәләк булды.

1919 йылдың 24 мартында Бабич, типографияны тейәп, ун бишләп һыбай менән Темәстән Ҡыҙыл Мәсеткә (Мораҡҡа) юлға сыға. Юлда ул күҙҙе ҡамаштырып, яҙғы ҡояшта ялтырап ятҡан Уралға һоҡланып: “Мин был яҡтарға тағы киләм әле. Ошо урмандар шаулап япраҡ ярғанда, Һаҡмар буйының муйылдары шаулап сәскә атҡанда киләм. Ул саҡта Урал хаҡында ҙур шиғыр тыуасаҡ!” – тип хыялдарын һөйләп килә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Урал хаҡындағы ул шиғыр яҙылмай ҡалды. Шәйехзада Бабич Преображенскоеға (Йылайыр) етеү менән ҡулға алынды һәм башҡорт ҡанын көҫәгән йыртҡыс ҡыҙыл командирҙар тарафынан йөҙәрләгән башҡорт ирҙәре менән бергә Йылайырҙың таш майҙанында вәхшиҙәрсә язалап үлтерелде.

Тереләр үлгәндәрҙең күҙен яба, үлгәндәр иҫәндәрҙең күҙен асып китә. Башҡорт хал­ҡы, үҙенең һәләк булған һөйөклө шағи­рының күҙҙәрен ябып, уны тәрбиәләп ҡуя алманы, бәхилләшеү мәлендә башынан һыйпай алманы. Уны залимдар, ат ҡойроғона тағып, ҡылыс менән тураҡлап язаланы...

Тереләр үлгәндәрҙең күҙен яба, үлгәндәр те­ре­ләрҙең күҙен асып китә. Был боронғо хә­ҡи­­ҡәтте һәр мәрхүмгә ҡарата әйтеп булмай.

Бабич иһә үҙенең янып йәшәүе менән генә түгел, азатлыҡ яулау юлында һәләк булыуы менән дә күптәрҙең күҙен асып китә, көрәштең еңел булмаясағын, мәкерҙең, яуызлыҡтың, хыянаттың аҙым һайын аңдып торасағы тураһында иҫкәртеп китә, уяулыҡҡа, берҙәмлеккә саҡырып китә.

Ошондай ауыр юғалтыуҙарҙан, ҡаты һабаҡтарҙан һуң күҙҙәре нығыраҡ асылған, күп нәмәне яңыса күрергә өйрәнгән милләттең күҙен һаман да ябырға, уны һуҡырайтырға тырыштылар.

Бабич ғүмере буйы туған халҡы менән нығыраҡ ҡушыла барҙы, уның ҡыуанысына һәм йыуанысына, шатлығына һәм ­һыҙ­ланыуына әйләнде. Уның яҙмышында милләттең ғорур һәм аяныслы яҙмышы сағылды. Бабичтың үлеме халҡыбыҙҙың йөрәк яраларын тағы ла нығыраҡ һыҙ­лан­дырҙы. Уның янып йәшәүҙәре лә, кисергән фа­жиғәләре лә осраҡлы түгел, улар милләт кисергәндәрҙең бер нөктәгә килеп тупланыуы, ут йомғағына әйләнеүе ул.

Йәне фәрештәләр янына осоп киткәндән һуң да Бабичҡа тынғы булманы. Ил күңеленең иң түрендә һис бер ел-дауыл тейҙермәй ҡәҙерләп һаҡланырға тейешле изге исеменә күпме тапҡыр ҡа­ра яғылды, яҡты рухы күпме рәнйетелде. Йы­лайыр урамында һәләк булған Шәйехзада ар­табан да нахаҡ язаларға дусар ителде. Шағирҙы бер генә түгел, күп тапҡыр атырға, бер генә түгел, күп тапҡыр аҫырға, бер генә түгел, күп тапҡыр ҡылыстан үткәрергә, үҙен ге­нә түгел, ижадын, рухын юҡ итергә тырыштылар.

Әйтерһең дә, халҡыбыҙҙың яҡты өмөт­тәрен, зиһененең, рухының туҡтауһыҙ эҙлә­неүҙәрен, дәртен һәм илһамын, талантын һәм йомартлығын, азатлыҡ һөйөүсән ғорур холоҡ-тәбиғәтен, тарихи юлдарҙағы ҡаҙа­ныштарын һәм ҡыйралыш­тарын, ниндәй мәкерле ҡамауҙар, көнсөл ҡоршау­ҙар эсен­дә милләтебеҙҙең өҙгө­ләнеүҙәрен, уңдан да, һулдан да ниндәй ғәҙелһеҙлек­тәргә, күпме ҡаршылыҡтарға килеп бәрелеүен үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, үҙ йәнен фиҙа ҡылып аңлатып бирер өсөн килгән был яҡты донъяларға мәшһүр шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич!

Ғорур Бабич, ҡаһарман Бабич, ҡанатлы Бабич!

Ғорур халҡыбыҙ, ҡаһарман халҡыбыҙ, ҡанатлы халҡыбыҙ!

Читайте нас: