Баймаҡ районының Таулыҡай ауылы ҡыҙы Нурсилә Фәхретдинова “Мисс Евразия - 2022” халыҡ-ара конкурсында “Miss national beauty Eurasia” номинацияһында төп титулды яуланы.
Конкурс Төркиәнең Стамбул ҡалаһында ун көн дауамында үткән. Унда төрлө илдәрҙән 23 һылыуҡай ҡатнашҡан. Сара барышында ижади конкурстар, милли кейемдә сығыш яһау, маскарадтар ойошторолған.
“Ҡотларға мөмкин! Мин бәхетле! Был – минең халыҡ-ара кимәлдәге тәүге конкурсым һәм халыҡ-ара кимәлдәге тәүге тажым! Баһалап бөткөһөҙ тәжрибә булды был”, - тип яҙҙы Нурсилә социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Нурсилә Фәхретдинова Өфөләге “MISSBASH MODELS” модель агентлығында эшләй. Ул бала саҡтан бейеү менән шөғөлләнеп, төрлө конкурстарҙа еңеүҙәр яулаған.
Фотолар: Н. Фәхретдинованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.