Бөтә яңылыҡтар

Нәзифә Ҡадироваға ниндәй исем биргәндәр?

Мәғлүм булыуынса, ҡасандыр башҡорт эстрадаһында революция яһаған һәләтле йырсы...  

Нәзифә Ҡадироваға ниндәй исем биргәндәр?
Нәзифә Ҡадироваға ниндәй исем биргәндәр?

Яратҡан йырсыбыҙ, БАССР-ҙың халыҡ, Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нәзифә ҠАДИРОВАға “Өфө ҡалаһының почетлы гражданы” тигән мәртәбәле исем бирелде.


Әйтеүҙәренсә, заманында, моңло тауышлы йырсы Салауат Юлаев исемен­дәге дәүләт премияһына тәҡдим ителгә­нендә, комиссия ағзаһы Радик Гәрәев: “Нәзифә Ҡадирова башҡорт эстрада­һында революция яһаны”, — тигән. Ысынлап та, ваҡытында тап Нәзифә Жәүәт ҡыҙы башҡорт эстрада йырын ил кимәленә сығарған, сәхнәлә заманса ҡыйыу алымдар, хәрәкәттәр менән сы­ғыш яһап, эстрада үҫешендә яңы йүнәлеш барлыҡҡа килтергән. Ғөмүмән, уның һәр сығышы -  бәләкәй генә спектакль.

Тап Нәзифә Ҡадирова  Рим Хәсәнов, Роберт Ғәзизов, Нур Дауытов, Роза Сәхәүетдинова, Салауат Низаметдинов, Ғәзиз Дәүләтбирҙин, Илшат Хәлилов һәм башҡа композиторҙарҙың йырҙарын беренсе булып башҡарыусыларҙан. “Мандолина”, “Уяныр сәскәләр”, “Сейә­летау”, “Һағындым шулай”, “Ниңә һин йырым түгел?” кеүек йырҙар әле лә халыҡ араһында бик популяр.

Уның репертуарында халыҡ йырҙары ла күп, башҡа төр жанрҙарға ла урын бар. Ә билдәле композитор, Нәзифә Ҡадированың арҙаҡлы яҡташы – Учалы  еренең талантлы  улы  Салауат Низаметдинов уның өсөн рок-опера яҙғаны мәғлүм.  

Ун ете генә йәшендә профессиональ сәхнәгә аяҡ баҫҡан йырсы һаман да дәртләнеп ижад итә. Танылған музыкант, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Алтынбаев менән яңынан-яңы программалар өҫтөндә эшләй.  Үҙенсәлекле  моңо аша әллә күпме быуын күңеленә яҡтылыҡ сәсеп, сәхнәбеҙҙең ҡабатланмаҫ биҙәге булып йәшәгән һәм эшләгән, милли сәнғәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү юлында арымай-талмай, бөтөн күңелен һалып хеҙмәт иткән, халҡының, тамашасыларының оло һөйөүен, ихтирамын яулаған Нәзифә Жәүәт ҡыҙына артабан да ижади уңыштар, һүнмәҫ дәрт-дарман, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.

Фото: api.rbsmi.ru

 

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: