Быйыл Урал төбәктәрендә һабантуйҙарға әҙерлек һәм уны үткәреүҙә тәүге тапҡыр тарихи-мәҙәни үҙәктәр – Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары ҡатнаша.
Мәҫәлән, Силәбе өлкәһендә баш белгес Рушания Нишанова етәкселегендә Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге әүҙем эшләй. Үҙәк Силәбелә Гагарин исемендәге үҙәк паркта байрамды ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашты. Көньяҡ Урал баш ҡалаһы мэрияһы һәм йәмәғәт ойошмалары менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәһендә байрам данлы булды! Сараның юғары кимәлен ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары билдәләне.
Башҡортостан Республикаһынан "Далан" фольклор-эстрада төркөмө ҡатнашты, Республика халыҡ ижады үҙәгенән, "Бикбайман" дизайн студияһынан оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды. Йәрминкәлә "Башҡортостан продукты" проекты дипломанттары юғары сифатлы экологик продукция тәҡдим итте.
Фото: Халыҡтар дуҫлығы йорто.